Бер туғандарҙың кәүҙәләре ҡорһаҡ тирәһендә тоташҡан, шуға ла үпкәләре, йөрәктәре, ҡулдары айырым эшләй, әммә ашҡаҙан менән аяҡтары уртаҡ. Ул үҙҙәренсә ҡәҙимге тормошта көн күрә – атлап та йөрөйҙәр , йүгерәләр ҙә. Ғәҙәти мәктәптә белем алғандар, яҡшы уҡығандар.
2014 йылда улар бөтә донъяға интернетта донъя күргән видеояҙма аша таныла. Табиптар был егеттәргә операция яһап, кәүҙәләрен айырырға тәҡдим итә. Әммә улар бысаҡ аҫтына ятыуҙан баш тарта.
"Хәҙер инде беҙҙе теләһәк тә, айыра алмаясаҡтар. Бала саҡта был мөмкин булһа, хәҙер һуң. Табиптар шулай тине. Әммә беҙ үкенмәйбеҙ, нисек барбыҙ, шулай йәшәге килә", — ти улар.
"Башҡортостан" гәзитенән.