Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Август 2019, 13:11

Һәр кешегә 12 130 һум. Күпме ул?

Бындай тәҡдим менән Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сыҡҡан.

Документ норматив хоҡуҡи акттар проекттарының федераль порталында донъя күргән. Тәҡдим ҡабул ителгән хәлдә, минималь хеҙмәт хаҡы 2020 йылдың 1 ғинуарынан ошо кимәлгә етәсәк.


Әле илдә минималь эш хаҡы 11 280 һум тәшкил итә. “Российская газета” хәбәр итеүенсә, МРОТ-ты күтәреү дүрт миллиондан ашыу Рәсәй кешеһенә ҡағыласаҡ.


Минималь эш хаҡы эшләгән кешенең йәшәү минимумына тиң булырға тейеш. Ул йыл һайын бер тапҡыр индексациялана.



Читайте нас: