Һарымһаҡтан башҡа йәшелсәне ит турағыстан үткәрәбеҙ, тоҙ, шәкәр, борос, май ҡушып 35-40 минут бешерәбеҙ. Һарымһаҡты иҙеп ҡушҡас, тағы ла 5 минут бешерәбеҙ. Аш һеркәһе ҡойоп, йәнә 1-2 минут ҡайнатып, әҙерләп ҡуйылған банкаларға һалып сығабыҙ. Ҡапҡастарын нығытып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.