– Һөнәри йүнәлеш биреү ҙә күҙ уңынан ысҡынмаҫҡа тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Мин үҙем мәктәпте тамамлар алдынан биолог булырға хыяллана инем, ләкин Мәскәү юл транспорты инженерҙары институтына барҙым, сөнки иптәштәрем бөтәһе лә шунда юлланғайны. Тик унда имтихан тапшыра алманым – математика минең мөхит түгел. Әлдә инмәй ҡалғанмын тим – илебеҙ бер насар инженер алыр ине, ә былай мин насар юрист булып сыҡманым. Мәктәпте тамамлаусылар Мәскәүгә уҡырға китә тип борсолорға кәрәкмәй, ә бына уларҙы республикаға кире ҡайтыуға ҡыҙыҡһындырыу – беҙҙең бурыс. Мәскәүҙә эшләгәндә Башҡортостандан килеп, баш ҡалала уҡып сыҡҡан бер-ике мең егет һәм ҡыҙҙы күрә инем, улар хәҙер яйлап республикаға ҡайта башланы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/m-sk-g-kit-l-r-tip-borsolor-a-k-r-km-y-kire-aytyr-a-y-y...