Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 08:25

Юлды бүлешә алмағандар...

Стәрлетамаҡ районында йәнә бер юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Йәш ҡатындың һәләкәт урынында ғүмере өҙөлдө.

Ике өлкән кеше һәм дүрт йәшлек бала бәләгә тарыны.


Фажиғә Стәрлетамаҡ — Салауат трассаһының 27 километрында булды. Ҡаршы килеүсе “ВАЗ-2114” һәм “Датсун” автомобилдәре юлды бүлешә алмай бәрелешәләр. Ханты-Манси округынан юлға сыҡҡан 37 йәшлек “Датсун” водителе һәм Стәрлетамаҡтың 33 йәшлек “ВАЗ-2114” водителе, дүрт йәшлек бала яралана. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: