Был хаҡта билдәһеҙ кеше полицияға хәбәр иткән. Шылтыратыусы хәбәр итеүенсә, ҡала ситендәге коттедж ҡасабаларының береһендәге йортта 30-лаған уйын автоматы ҡуйылған, рулетка ла бар, имеш. Әммә эш унда түгел: бер ир, 430 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡас, казиноны шартлатырға ниәтләгән. Шаһит әйтеүенсә, ул күрше коттедждан низағ хаҡында ишетеп торған һәм ир янында ҙур сумка торғанын күргәс, шунда уҡ полицияға шылтыратҡан.
Әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре әйткән урынға килгән, әммә шартлатҡыс тапмаған. Хәйер, унһыҙ ҙа эш етерлек булған. Полиция законһыҙ уйын залынан 25 уйын автоматын, 21 мониторҙы, система блоктарын тартып алған. Дүрт кеше һорау алыу өсөн полиция бүлегенә оҙатылған. Терроризм хаҡында ялған хәбәр еткергән өсөн дә шылтыратыусыға яуап бирергә тура киләсәк. Башҡортостан гәзитенән.