Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 08:20

Мин Элвин Грейға кейәүгә сығам!

Ышанмайһығыҙмы әллә? Ысын-ысын. Был һүҙҙәрҙе тик бер генә түгел, ә уның фанаткаларының ҙур ғына өлөшө әйтә икән.

Эш шунда, Радикка 30 йәш тулһа ла, ул ошоға тиклем өйләнмәгән. Ә ваҡыт үтә бит. Уның һөйгәне, киләсәктә ҡатыны булырға теләүселәр ҙә муйындан.


Ошо көндәрҙә артист үҙенең Инстаграммында туй костюмы кейгән фотоһын һалды һәм кәләш эҙләүе тураһында хәбәр итте. Бәлки, ул ысынлап та яңғыҙ йөрөп ялҡҡан, ғаилә ҡороп йәшәгеһе киләлер? Аңлашыла инде, теләүселәр баштан ашҡан. “Мин сығам” да, “мин барам”, “мине һайла” тигән комментарийҙар тулышып ята!


Әйткәндәй, комментарийҙар араһында, “Радик өйләнмә, әтеү тамашасыларыңды юғалтасаҡһың” тигән кәңәштәр ҙә бар. Әллә ошоно уйлап өйләнмәй йөрөйме икән һаман Элвиныбыҙ? Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: