Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 08:14

Машинанан ҡалай ғына ҡалған...

Белорет ҡалаһында ҡот осҡос авария һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, өс кеше зыян күргән.

Республика ЮХХДИ идаралығынан белдереүҙәренсә, "Daewoo Nexia" автомобилендәге водитель автозаправканан сыҡҡан саҡта "BMW 325" автомобиленә юл бирмәгән. Ике машина бәрелеү һөҙөмтәһендә "BMW 325" моделле сит ил машинаһы янып китә.


"Daewoo Nexia" автомобиле рулендәге ҡатын шунда уҡ һәләк була. Уның ире һәм 12 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ "BMW 325" автомобилдәге 18 йәшлек пассажир ҙа дауаханаға эләккән.


Мәғлүм булыуынса, уҙған тәүлектә республикала аварияларҙа 22 кеше йәрәхәт алған, бер кеше һәләк булған. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: