Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 08:15

Кукуруз яланы аэропорт булмаһа ла...

Мәскәү өлкәһендә ҡоштар менән бәрелешкән самолет тураһында яңы деталдәр билдәле булды.

“Урал авиалиниялары” компанияһының был аэробусы тураһында хәбәр иткәйнек инде: Симферополгә табан юл алған самолет, һауаға күтәрелеп 15 минут үткәс тә, ҡоштар тубына барып эләккән һәм уң яҡ двигателе туҡтаған, һулына ла зарар килгән. Һөҙөмтәлә самолет Рамено районындағы кукуруз баҫыуына төшөп ултырырға мәжбүр булған.


Әле хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынында медиктар һәм янғын һүндереүселәр эшләй. Екатеринбург пилоттары Дамир Йосопов менән Георгий Мурзаев пассажирҙарҙы ваҡытында эвакуациялаған, уларҙы ҡунаҡханаға урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: