Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 08:10

Ксения бәпәй көтә!

Рәсәй Президенты булам тип тырышҡан Ксения Собчак яңылыҡтар селтәренән төшмәй. Билдәле алып барыусы, журналист шәхси тормошоноң үтә сағыу һәм ваҡиғаларға бай булыуын әленән әле иҫкә төшөрөп тора.

Ксенияның фанаттары әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ул тағы ла әсәй булырға йыйына. Быны Собчактың социаль селтәрҙә ҡуйған фотоларынан ҡарап билдәләгәндәр. Йәнәһе, һуңғы ваҡытта киңерәк кейем кейә башлаған, һыны ла тулыланып киткән кеүек...


Мәғлүм булыуынса, Ксения актер Максим Виторган менән никахта тора ине. 2016 йылда уларҙың улы Платон тыуған. Был пар быйыл яҙ айырылышҡан. Сәбәбе – Ксения яңы мөхәббәтен осратҡан. Әлеге ваҡытта режиссер Константин Богомолов менән улар бергә йәшәй, күп сәйәхәт итәләр, балаларын да таныштырғандар. Күптән түгел матбуғат саралары был пар никахын теркәргә йыйына, тип тә яҙып сыҡты. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: