Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 08:12

“Был зәһәр еҫ ҡайҙан сыға?”

Пермь крайының Кунгур ҡалаһында суд приставтары фатирында химчистка ойошторған кешене тотҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар эшҡыуарҙан йорттағы бөтә ағыулы химикаттарҙы һәм ҡорамалдарҙы сығарыуҙы талап иткән.

Ирҙең эшмәкәрлеге күршеләрен күптән инде һағайтҡан, тәүлек әйләнәһенә подъездарҙы зәһәр еҫкә күмгән фатир уларҙың йәненә тейгән. Әммә фатир хужаһы күршеләренең ялыуҙарына иғтибар итмәгән, өйөнә индермәгән. Аптырағандан торлаҡ инспекцияһына дәғүә яҙғандар, ә инспекция хеҙмәткәрҙәре торлаҡҡа инеүгә рөхсәт алыу өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән.


Баҡһаң, был фатир келәмдәрҙе таҙартыу буйынса химчисткаға әүерелгән булған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: