Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 12:15

Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй

Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Быйыл уның тыуыуына 120 йыл тулыу ваҡиғаһын билдәләү тантанаһы айҡанлы бөтә республикала ҙур-ҙур саралар, парадтар, митингылар, концерттар, “Хәтер” акциялары була. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, атай-олатайҙар үткән данлы юлды ныҡлап өйрәнергә, тарихыбыҙға яҡты йондоҙ булып ингән шәхестәребеҙҙең тормошон, яуҙағы батырлығын киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.

Ҡаһарманлыҡҡа илткән юлдар


Миңлеғәле Шайморатов тураһында барыһына ла яҡшы таныш “Утта янмай, һыуҙа батмай” тип йырланған юлдар аша белә инем. Тағы ла күберәк өйрәнгем килде. Ул етәкселек иткән дивизияның ниндәй фронттарҙа һуғышыуы, ҡайһы ҡалаларҙы азат итеүе һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уяталыр.


Дивизияның Дондан алып Эльбаға тиклем үткән яу юлында ла, Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы документтарҙа ла өйрәнеүҙе талап иткән урындар бар. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның ҡурҡыу белмәҫ командирының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн өйрәнеү, баһалау һәм иҫбатлау бурысы тора беҙҙең алда.


112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлә. Республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, йүгән, обмундирование, фураж һәм баш­ҡалар дивизияға тапшырыла. Ә дивизия­ның личный составы Башҡорт АССР-ының ауыл райондарында йәшәүселәр иҫәбенән төҙөлә. Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙәрҙең 81,4 проценты – башҡорттар, 14,5 проценты – татарҙар, 3,3 проценты рустар һәм башҡалар була. 1941 – 1942 йылдарҙа полктарҙың даими командирҙары – майорҙар Таһир Тайып улы Күсимов, Гәрәй Абдулла улы Нафиҡов, Ғариф Дәүләт улы Макаев тәғәйенләнә. 1941 йылдың 25 декабрендә дивизия командиры вазифаһын полковник Миңле­ғәле Минһаж улы Шайморатов үтәй башлай. 1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Кирәй улы Ибраһимов дивизияға БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.

1942 йылдың 2 июленән дивизия Брянск фронтының 3-сө армияһының хәрби хәрәкәттәрендә, Сталинград һуғышында ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә. Дивизия, 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл һәм ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3 мең тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.


1942 йылдың 10 июлендә 294-се кавполк командиры, майор Г. Нафиҡов, 1943 йылдың 23 февралендә дивизия командиры, генерал-майор М. Шайморатов һәләк була. Дивизияға полковник Г. Белов етәкселек итә башлай. 1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға “Черниговская” исеме бирелә. Днепр янындағы яуҙа ҡатнашҡан өсөн дивизияның 1,4 мең һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә, 54 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. 1943 йылдың ноябрендә Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә, 1944 йылдың 8 ғинуарынан 14-енә тиклем Мозырь рейдында ҡатнаша һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.


Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн дивизия – II дәрәжә Суворов ордены, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-минометсылар полкы, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡат­нашҡан өсөн 60-сы гвардия атлылар полкы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.


1945 йылдың 10 февраленән 4 апре­ленә тиклем дивизия – Көнсығыш Померан, 1945 йылдың 19 апреленән 5 майға тиклем Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша. II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем дүрт мең километрҙан ашыу юл үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә. Дивизияның 3860 яугире орден һәм миҙалдарға лайыҡ була. 78 кешегә — Советтар Союзы Геройы исеме, биш кешегә Дан орденының тулы кавалеры исеме бирелә.


Миңлеғәле Минһаж (Минһажетдин) улы Шайморатов (1899 — 1943) — генерал-майор, Башҡортостандың халыҡ геройы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, атаҡлы 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры.


М.М. Шайморатов 1899 йылдың 15 (27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙер — Ҡырмыҫҡалы районы) Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән (был ауыл хәҙер Шайморатов тип атала). Бәлә­кәйҙән үк ҡыйыу, тәүәккәл малай иптәштәре араһында уйындарҙы ойоштороп йөрөй. Уҡырға ярата. Әммә уҡыуҙы эш менән аралаштырып алып барғанға, башланғыс мәктәпте бөтөрә алмай. Аттарҙы ярата, һабантуйҙарҙа бәйгеләрҙә ҡатнаша.

13 йәшенән Өфө пароходсылығында йөк ташыусы матрос булып хеҙмәт юлын башлай. Унда ул 1918 йылдың көҙөнә тиклем эшләй. Буш ваҡыттарында ҡулына тальян гармун алып, йырларға ярата.


1918 йылда Белореттан сығып, Архангелгә килеп еткән В.К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркөстан фрон­тының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия брига­даһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С.М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһында, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.


1924 – 1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК эргәһендәге Юғары дөйөм ғәскәри учили­щеһын һәм 1934 йылда М.В. Фрунзе исе­мендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай. Семен Буденный уға үҙ ҡулдары менән исемле көмөш ҡылыс бүләк итә.


Академияла уҡығанда ул ҡыҙыҡһынып сит телдәрҙе лә өйрәнә, шуға күрә лә ҡаҙаҡ, уйғыр, үзбәк, немец һәм ҡытай телдәрендә иркен һөйләшә, инглиз һәм француз телдәрен яҡшы аңлай. 1934 — 1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936 — 1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л.М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.

1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М.М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала. Ҡыйыу командир Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямай һуғыша.


Иҫерек килеш бирелгән фарман


1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа гвардия генерал-майоры М.М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була.


Был рейд ваҡытында ҡылыс һәм штык менән генә ҡоралланған кавалеристар тарафынан 4,5 мең фашист һалдаты юҡ ителә. Дивизияла 5 мең кеше булһа, рейдта шәхси составтың яртыһы ғына ҡатнаша. Тимәк, 2,5 меңдән дә кәмерәк кавалерист 28 танкты, 70 мотоциклды, 50 артиллерия орудиеһын, 35 минометты, 50 пулеметты, ике бронепоезды юҡ итә, шулай уҡ әсирлеккә эләккән беҙҙең һалдаттарҙы Көнбайышҡа алып китеп барған дошман эшелоны туҡтатыла, тотҡондар ҡотҡарыла.


Бында ошо рейд алдынан ғына корпус командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгән М. Шайморатовтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Корпус командиры Борисов иҫерек булғанға күрә, Шайморатов корпусты дошман ҡамауынан сығарыу планын үҙе әҙерләй һәм юғалтыуҙарһыҙ тиерлек корпусты бер төн эсендә тәрән тарлауыҡ эсенән ситкә күсереүгә өлгәшә. Әммә бик уңышлы башланған рейдты юғалтыуҙарһыҙ тамамларға насип булмай гвардия генерал-майорына. Быға Борисов­тың иҫерек килеш бирелгән тағы бер фарманы ҡамасаулай. 23 февралдә таңғы биштә Шайморатовты саҡыртып алып, Борисов: “Ни өсөн алға хәрәкәт итмәйһең?” – тип урынһыҙ һорау ҡуя. Ул урынбаҫа­рының, разведка үткәрергә, көстәрҙе бергә туплап, түңәрәк буйынса оборона ойош­торорға кәрәк, тигән тәҡдимен ҡабул итмәй һәм “алға барырға, дошман оборонаһын өҙөргә” тигән бойороҡ бирә. Шайморатов хәрәкәтте башларға мәжбүр була. Үҙенең штабы менән уртанан, ә ҡалған ғәскәрҙәр ике яҡ флангыларҙан рус ғәскәрҙәре яғына үтеп сығыу операцияһын башлай. Туҡтау­һыҙ һуғыштар алып барыуҙан хәлдән тай­ған күп кенә кавалеристар өсөн был көн үлемесле тамамлана, бер нисә офицер һә­ләк була. Разведка ебәреп өлгөрмәгән­лектән, Шайморатовтың штабы йырып сығырға уйлаған урынға 36 дошман орудие­һы, әллә күпме миномет ҡуйылғанын белмәйҙәр.


“Алға, Салауат тоҡомдары!”


Ошо хәл иткес минутта Шайморатов үҙенең яугирҙәрен: “Алға, Салауат тоҡом­дары!” – тип һөжүмгә әйҙәй. Патрондар бөтөп, ҡул һуғышы китә. Башта генералдың аты үлемесле яралана, бер-бер артлы уны һаҡлап йөрөткән 11 һаҡсыһы ла батырҙарса һәләк була. Бер яуыз фашист пуляһы Шайморатовтың ҡулын яралай. Икенсе пуля уның башына тейә. “Утта янмай, һыуҙа батмайынса”, йән аямай һуғышҡан ҡаһарман ил батырының ғүмере бына шулай өҙөлә.


Гвардия генерал-майоры Шайморатовтың нисек үлеүен күрһәләр ҙә, офицер­ҙар рапортҡа ни тип яҙырға ла белмәй: Борисовтың аҡылһыҙ бойороғо “өҫкә” ишетелеп ҡуймаһын тип ҡурҡып, комдивтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр таратып тороуҙы ҡулайыраҡ һанайҙар. Ошо арҡала Шайморатовтың нисек һәм ҡайҙа үлеүе 1948 йылда эксгумация эшләгәнгә тиклем сер булып ҡала. Ошо сәбәптәр арҡаһында Советтар Союзы Геройы исеме уға бирелмәй ҡала.

Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы Биштәкәлә, республика мәктәптәрендә уға арналған музейҙар, уның исемендәге хужалыҡтар, урамдар бар. Миңлеғәле Шайморатов күптән инде халыҡ батырына әйләнгән: уның тураһында китаптар, поэма һәм шиғырҙар, данлы “Шайморатов генерал” йыры, спектаклдәр, документаль фильмдар ижад ителгән. Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына республикабыҙҙың тәүге Президенты М.Ғ. Рәхимовтың Указы менән Өфөнөң Дим биҫтәһендә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейы асылды. Унда данлы генералдың шәхси әйберҙәрен, фотоһүрәттәрен, ҡатынына яҙған хаттарын күрергә мөмкин. Батыры­быҙҙың Еңеү паркындағы һәйкәле һәр саҡ сәскәләргә күмелгән. 2015 йылда Миңле­ғәле Шайморатовтың тыуған ауылы Шайморатовта (Биштәкәлә) халыҡ батырының үлемһеҙ образын кәүҙәләндергән мөһабәт һәйкәл асылды. Ул башҡорт халҡын үҙенең ярһыу атында: “Алға, Салауат тоҡомдары!” – тип еңеүҙәргә әйҙәй.

Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов тураһында бик күп мәғлүмәт белдем. Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән олатайҙары­быҙҙың данлы яу юлдары менән таныштым, уларҙың батырлығына һоҡландым. Һуғыш йылдарының тарих китаптарына инмәгән әсе дөрөҫлөгөн уҡып тетрәндем.


Был тема өҫтөндә тағы ла ентеклерәк эшләү теләге тыуҙы. Артабанғы эшемдә мин генерал Шайморатовтың ғаиләһе, шәжәрәһе тураһында мәғлүмәттәр йыясаҡ­мын. 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һының музейына барып, үҙемде ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға яуаптар эҙләйә­сәкмен. Мине иң борсоғаны – ни өсөн легендар генералыбыҙ Миңлеғәле Шай­моратовҡа әле һаман “Рәсәй Геройы” исеме бирелмәгән? Был ғәҙелһеҙлекте кем төҙәтер? “Герой” исемен һорап йыйылған ҡултамғалар яуапһыҙ ҡалырмы? Ошо данлы дивизияла һуғышып йөрөгән яҡташ­тарым тураһында ла мәғлүмәт туплаясаҡ­мын. Учалынан был дивизияла нисә кеше булған, нисәһе иҫән-һау ҡайтҡан? Мәс­кәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыусылар бармы?


“Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй”, – ти халыҡ. Дөрөҫ һүҙҙәр! Беҙ бер ҡасан да Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки улар бөгөнгө тыныс, матур тормош өсөн ҡорбан булған. Миңлеғәле Шайморатов һымаҡ, беҙ ҙә илебеҙҙе яратырға, ҡыйыу булырға тейешбеҙ.https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/batyr-e-l-l-e-lm-y%D0%B0/
Читайте нас в