Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 08:27

Башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибар ҙур

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында “Башҡортостан Республикаһында милли мәғариф үҫеше” тигән сара үтте.

Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин туған телдәрҙә уҡытыу, белем усаҡтарын дәреслектәр менән тәьмин итеү тураһында һөйләне. Шул иғтибарға лайыҡ, беҙҙә башҡорт телен уҡытыу өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған, барыһы ла үҙебеҙгә бәйле.


– Республикабыҙҙа полилингваль мәктәптәр эшләй башлаясаҡ, унда ҡыҙ һәм малайҙарға төрлө яҡтан үҫешеү, үҙҙәренең һәләттәрен асыу өсөн мөмкинлектәр ҙур, – тине Айбулат Вәкил улы. – Белем биреү учреждениеларында күп телдәр өйрәнелә, айырыуса башҡорт телен уҡытыуға иғтибар көслө бүленә. Һәр бала менән педагогтар айырым шөғөлләнәсәк.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: