Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 11:59

Ауыл халҡы менән әңгәмәләшеү булды

Районда граждандарҙы күсмә ҡабул итеү дауам итә. Етәкселәр, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.К.Рахманғолов етәкселегендә район ойошмалары һәм учреждениелары белгестәре командаһы Ҡарағош ауылына юлланды, унда ауыл мәҙәниәт йортонда әлеге ауыл билмәһе халҡы менән осрашыу булды.

Осрашыу алдынан Рөстәм Камил улы ауылдың социаль-мәҙәни объекттарын ҡарап сыҡты.

- Иң яҡшы тәьҫораттар, бында егәрле халыҡ йәшәүе күренеп тора. Балалар баҡсаһы менән берләштерелгән башланғыс мәктәп, почта, ФАП, мәҙәниәт йорто, китапхана эшләй. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса күп нимә эшләнгән, - тип билдәләне Р.Рахманғолов. Артабан ул ауыл халҡын райондың социаль-иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырҙы.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хәлдәр нисек, ниндәй сирҙәрҙең артыуы, ә ҡайһыларының кәмеүе күҙәтелә, быларҙың барыһы тураһында ла Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров һөйләне. Ул шулай уҡ район халҡы араһында үлемдең юғары булыуын билдәләне. Үлем структураһында сирҙәр араһында беренсе урында йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, икенсе урында - яңы барлыҡҡа килгән яман шештәр. Әлеге ауыл биләмәһенә лә ҡағылышлы борсоулы статистика. Онкология сирҙәре буйынса ул Баҡый ауыл биләмәһенән һуң икенсе урын биләй. Туберкулез буйынса хәл-торош шәптән түгел. Туберкулез менән сирләгән иҫәптә торған 40 кешенең етеһе Ҡарағош ауыл биләмәһенә тура килә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, ыңғай мәлдәр ҙә бар. Баш табип билдәләүенсә, район халҡы үҙ сәләмәтлегенә етди ҡарай башланы.

Районда нисә белем биреү учреждениеһы эшләүе, уларҙың матди-техник базаһы тураһында йыйылыусыларға мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов мәғлүмәт бирҙе.

Сығыш яһағандан һуң ауыл халҡы уларҙы борсоған һорауҙар бирә алды. Шулай итеп, Баҡса ауылы халҡын бер нисә йыл әлеге ауыл биләмәһе аша йөрөгән машина водителдәре тарафынан тиҙлек режимын үтәмәүҙәре борсой. Ошо ауылда йәшәүселәр элегерәк юғары органдарға видеокамералар йәки «ятҡан полицейский» ҡуйыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән булған.

- Әлеге мәсьәләне хәл итербеҙ, Юл хужалығы идаралығына тейешле хат яҙырбыҙ, - тип ышандырҙы Рөстәм Камил улы ауыл халҡын.

- Сүп-сар сығарыу насар ойошторолған, - тип мөрәжәғәт итте етәкселәргә Ҡарағош ауылында йәшәүсе ҡатын, - бынан тыш, барлыҡ сүпте лә алып китмәйҙәр, бәрәңге үреп киткән тоҡ әлегә тиклем ҡапҡа төбөндә тора. Миңә уны ҡайҙа ҡуйырға?

Ауыл биләмәһе башлығы Роберт Туҡтаров әлеге һорауға урында яуап бирҙе. Шулай уҡ ҡулланыу срогы сыҡҡан газ ҡорамалдарын алмаштырыу буйынса ла һорауҙар яңғыраны.

- Билдәле булыуынса, газ плитәләрен ҡулланыу срогы 10, газ ҡаҙанлыҡтарын - 15 йыл. Әммә һеҙ ҡорамал һәйбәт торошта һәм тағы ла бер нисә йыл хеҙмәт итә ала тип иҫәпләһәгеҙ, диагностика үткәреүгә (билдәле хаҡҡа) ғариза яҙа алаһығыҙ (күмәкләп, 10шар кеше булһа яҡшыраҡ). Әгәр тикшереү уңышлы үтһә, газ ҡорамалын эксплуатациялау срогы тағы ла биш йылға оҙайтыласаҡ, - тип яуап бирҙе әлеге һорауға газ хеҙмәте начальнигы Юнир Рысаев.

Шулай уҡ «Малдарҙы ҡыуыу» юл билдәһе ҡуйыу, спорт залды ремонтлау, пенсияға өҫтәмә һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

- Барыһы ла үҙегеҙҙән тора - мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, әүҙемерәк булығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте ҡарағоштарға район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм АПК мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фәрит Исмәғилев, ул залда ултырыусыларға кесе эшҡыуарлыҡ һәм фермерлыҡҡа ярҙам буйынса ғәмәлдә булған дәүләт программалары тураһында хәтергә төшөрҙө.- Крәҫтиән-фермер хужалығы булдыра, кооперативҡа берләшә алаһығыҙ. Ҡарағош ауыл биләмәһе территорияһында умартасылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, әммә теркәлгән бер крәҫтиән-фермер хужалығы ла юҡ. Буш торған биналар бар, унда етештереү цехы асырға мөмкин. Һеҙҙән инициатива көтөп ҡалабыҙ!


Фаягөл ЙОСОПОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: