Рәсәй бөгөн йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының киҫкен артыуы осорон кисерә. Һәр икенсе ир-ат һәм һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ йөрәк һәм ҡан тамыры ауырыуҙарына дусар. Рәсәйҙә йыл һайын был сирҙән 1 300 000 кеше һәләк була. Быға көсөргәнешле йәшәү ритмы, даими стрестар, пассив йәшәү рәүеше, дөрөҫ туҡланмау, тәмәке тартыу, алкоголь эсеү, Рәсәй медицинаһының ярлылығы һөҙөмтәһе тип билдәләй белгестәр. Шулай ҙа төп сәбәп һәр бер кешенең үҙ һаулығына ҡул һелтәп ҡарауындалыр.
Мәҫәлән, йөрәккә ҡаршы ҡайһы бер хөрәфәттәр ауырыуҙы алдан иҫкәртеү һәм дауалауға ҡаршылыҡ булып тора. Шуларҙың бер нисәһен ҡарап үтәйек:
Беренсе хата ҡараш – “Мин һау, был миңә ҡағылмай”
Беҙ даими рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә күнекмәгәнбеҙ. Аяҡтан йығылғас, ауырыу менән көрәшеү мөмкинлеген үткәреп, дауалау ваҡыты уҙғас ҡына дауаханаға юлланабыҙ. Йөрәк ауырыуынан үлгән 100 кешенең 36-һы, үҙҙәрен һау тип һанап, ҡапыл вафат була.
Икенсе хата ҡараш – мөғжизәле дарыуға ышаныс
Киң рекламаланған таблетка йотоп, сирҙән ҡотолоу мөмкин, имеш. Әгәр шулай булһа, табиптарҙың, хирургтарҙың, ғилми институттарҙың ни кәрәге бар? Ошо турала уйлап ҡарағыҙ. Биологик актив өҫтәлмәләр (улар дарыу түгел) ҡулланыуҙың организмға йоғонтоһо әле өйрәнелмәгән, уларҙы киң ҡулланыу ауыр эҙемтәләр менән тамамланыуы ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр. Ә йөрәккә ҡағылышлы дауалау белгес күҙәтеүе аҫтында үтергә тейеш, шулай булғанда ғына тейешле һөҙөмтәгә өлгәшеп була.
Өсөнсө хата ҡараш – “тикшереү үттем, миңә кардиограмма эшләнеләр”
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тулы картинаны күреү өсөн бер кардиограмма ғына етмәй. Ул йөрәктең ҡайһы бер патологияһын ғына асыҡларға мөмкинлек бирә. Тыныс ваҡытта тикшерелгәнлектән, йәшерен ишемияны күреп булмай, мәҫәлән. Тик комплекслы тикшереү үткәндә генә дөрөҫ диагноз ҡуйыла һәм сирҙе тулы кимәлдә дауалау курсы тәҡдим ителә.
Дүртенсе хата ҡараш – “дөрөҫлөк ҡурҡыта: әгәр эш операция менән тамамланһа…”
Иҫкәртелгән – ҡоралланған. Үҙ организмыңдың хәлен белеү бер ваҡытта ла ҡамасауламай. Тәжрибә күрһәтеүенсә, тикшереү үтергә килгән 100 кешенең 20-һе һау була, 40-ына тормош рәүешен үҙгәртеү һәм диеталар тәҡдим ителә, 30 пациентҡа медикаментоз дауалау курсы тәғәйенләнә, 10 кеше ентекле тикшереүгә ебәрелә, ә 1-2 пациентҡа операция билдәләнә. Операцияның уларға бер ниндәй сикләүҙәрһеҙ тулы кимәлдәге тормошҡа юл асыуы ихтимал.
Һөнәрҙең йөрәккә йоғонтоһо
Кардиология күҙлегенән йөрәккә иң насар йоғонто яһаған һөнәрҙәр рәтенә а) аҙ хәрәкәтле, б) ҡыҫҡа ваҡыт эсендә (йәки башҡа ауыр шарттарҙа) ҡарар ҡабул итеү кәрәклеге булған, в) ҡабул ителгән ҡарар өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһон үҙ эсенә алған һөнәрҙәр инә.
Бындайҙарға һауа һәм тимер юлдары диспетчерҙары, операторҙар, машинист һәм водителдәр, осоусылар, администраторҙар, менеджерҙар, идара итеүселәр һәм ошоға оҡшаш шарттарҙа эшләүселәр ҡарай.
Үрҙә атап үтелгән һөнәр эйәләренә аҡһым күп булған аҙыҡ менән туҡланыу мөһим, С, В1 һәм В6 витаминдары етерлек кимәлдә булырға тейеш. Тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла. Буш ваҡыттарын компьютер, телевизор артында уҙғарыу, гәзит уҡыу ҙа сикләнә. Уларға музыка тыңлау, ҡул менән эшләү, уйланмайынса ғына һөйләшеү (бындай ябай һөйләшеү психологияла аффилиатив аралашыу тип атала һәм тәрән мәғәнәгә эйә) мөһим. 1-1,5 сәғәт саф һауала йөрөү мотлаҡ, улар өсөн велоспорт, теннис, волейбол кеүек спорт төрҙәре тәҡдим ителә. Бындай һөнәр эйәләренә йоҡо туйҙырыу ҙа, төн уртаһына (12-гә) тиклем кәмендә бер сәғәт йоҡлау фарыз.
Тынысландырыусы, йоҡлатыусы препараттар, транквилизаторҙар ҡулланыу тыйыла. Тынысландырыу йәһәтенән пустырник (арыҫлан ҡойроғо) һәм бесәй үләне төнәтмәләрен, 1-2 ҡалаҡ бал файҙаланырға мөмкин.
Йөрәккә насар йоғонто яһаусы икенсе төркөмгә оҙаҡ ваҡыт аяғөҫтө тороуҙы (ҡандың аҫҡы өлөштә тотҡарланыуы һөҙөмтәһендә йөрәккә көс төшә, артериаль ҡан баҫымы күтәрелә), психологик көсөргәнеште, эш һөҙөмтәһе өсөн яуаплылыҡты үҙ эсенә алған һөнәрҙәр инә.
Ундайҙарға артистар, йырсылар, уҡытыусылар, лекторҙар, хирургтар, реаниматологтар ҡарай. Уларға ла беренсе категорияға тәҡдим ителгән кәңәштәрҙе тотоу фарыз, аҡһымға ҡарағанда күберәк магний, калий, фосфор һәм В витамины булған аҙыҡҡа өҫтөнлөк биреү зарур. Аҙнаһына 4-6 мәртәбә табанға һәм аяҡҡа дауалаусы гимнастика яһау мотлаҡ. Бигерәк тә тәмәкенән баш тартыу мөһим (был йөрәкте һаҡлау йәһәтенән генә түгел, ә аяҡ тамырҙарының ауырыуынан һаҡлауға ла булышлыҡ итәсәк). Велоспорт һәм йүгереү кәңәш ителмәй, ә йөҙөү һәм башҡа һыу спорт төрҙәре файҙалы.
Йөрәккә кире йоғонто яһау йәһәтенән ауыр физик йөкләмәләргә, эҫе цехтарҙа эшләүгә бәйле һөнәрҙәр, юғары электростатистик поле йоғонтоһонда эшләүселәр (телеграф һәм телефон станциялары хеҙмәткәрҙәре) инә. Был һөнәр эйәләренә дөрөҫ санитар нормаларҙы күҙәтеү мөһим.
Шулай итеп, атап үтелгән һөнәрҙәр араһында үҙегеҙҙекен таныһағыҙ, уйланығыҙ. Һаулығығыҙҙы һаҡлап ҡалыу мөмкинлектәрен ысҡындырған өсөн аҙаҡ үкенергә тура килмәһен.
Бер минутҡа компьютерҙан арынып, өҫтәл артында нисек ултырыуығыҙға иғтибар итегеҙ. Яурындарығыҙ күтәрелгәнме? Муйын тирәһендә һәм елкә мускулдарында көсөргәнеш һиҙеләме? Башығыҙ алға йә бер яҡ ситкә эйелгәнме? Шулай булһа, күҙ уңында тотоғоҙ: бындай ҡиәфәттә оҙаҡ ултырыу умыртҡа артериялары системаһы эшмәкәрлегенә зыян итә, мейенең ҡан менән тәьмин ителеше боҙола. Һөҙөмтәлә, баш ауыртыуы, арыу, артериаль баҫымдың күтәрелеүе күҙәтелә, умыртҡа бағанаһында урынлашҡан нервы төйөндәренең артыҡ ҡуҙғыуынан хатта кардиалгияға (йөрәк ауыртыуы) һәм аритмияға (йөрәк ритмының боҙолоуы) килтереүе бар.
Ҡайһы берәүҙәр бер яурынын алға ҡуйып, умыртҡалыҡты кәкрәйтеп ҡырын ултыра. Бындай торошта оҙайлы ваҡыт ултырғанда кардиалгия (ҡабырға-ара нервылар ҡыҫылғанлыҡтан), умыртҡа остеохондрозының тиҙ үҫешен, радикулит “эшләп алыуығыҙ” көн кеүек асыҡ. Клавиатура менән эшләгәндә бигерәк тә ҡулдарҙың торошона иғтибар итеү мөһим. Әгәр ул үтә бейек һәм үтә алыҫ йә яҡын урынлашһа (корпусығыҙға ҡарата), “ҡушҡар (беләҙек) быуыны синдромы” оҙаҡ көттөрмәҫ. Был синдромдың йөрәккә мөнәсәбәте юҡ, шулай ҙа ауыр дауалана торған сир һанала.
Ике төп ҡағиҙә: йышыраҡ торошто алмаштырыу һәм мускулдарҙы көсөргәнештән һаҡлау. Мәҫәлән, компьютерға ниндәй ҙә булһа иҫкәртеү ҡуйырға мөмкин һәм 10-15 минут һайын нисек ултырыуығыҙҙы тикшерәһегеҙ: арҡағыҙ көсөргәнештә түгелме, яурындарығыҙ күтәрелмәгәнме, ҡулдарығыҙ арымағанмы һ.б. Йыш-йыш ултырғыста ултырған килеш хәрәкәтләнеп алығыҙ, ҡулдарығыҙҙы һәм ҡул суғын һелкетегеҙ, борғолағыҙ, торошоғоҙҙо үҙгәртегеҙ, бармаҡтарығыҙҙы бөкләп-турайтығыҙ, иңбашты һикертеп ҡуйығыҙ (әйткәндәй, бик яҡшы күнегеү: умыртҡа артерияларында ҡан йөрөшөн яҡшырта, ҡанды кислород менән байыта, елкәләге нервы төйөндәрен стимуллаштыра) һәм артабан эшкә.
Был күнегеүҙәр нервы системаһына һәм уның йөрәк, бөйөр, бауыр һәм тамырҙарҙың ғәҙәти эшмәкәрлеге өсөн яуап биргән бүлектәренә яҡшы тәьҫир итә.
Ултырғанда арҡаны мотлаҡ тура тотоу зарур, ултырғысҡа йығылып ятып (тура мәғәнәһендә), башты аҫҡа эйеп һәм алға ынтылып эшләргә ярамай.
Һөнәрҙәре көнө буйы компьютерҙа эшләүҙе күҙ уңында тотоусыларға көн һайын етерлек кимәлдә С витаминын ҡабул итеү мөһим (радиация эҙемтәләрен кәметә), рационға күберәк эремсек һәм башҡа һөт аҙыҡтары индереү кәрәк.
Компьютерға бәйле һөнәр эйәләрендә (программистарҙа, мәҫәлән) аритмияның төрлө формалары йыш осрай. Шуға ла белгестәр талсыҡҡансы эшләмәҫкә, тынсыу бүлмәлә ултырмаҫҡа, тәмәке тартмаҫҡа (эш көнө һуҙымында булһа ла) кәңәш итә.
Стресс – беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Һәр беребеҙ төрлө хәлдәрҙә йыш ҡына көсөргәнеш кисерә. Ысынында иһә, стрестың сәбәпсеһе булып хәл-ваҡиғалар түгел, ә беҙҙең уларға булған ҡарашыбыҙ, мөнәсәбәтебеҙ тора икән.
Стресс кисергәндә үҙеңә нисек ярҙам итергә?
- Нимәгә борсолоуығыҙҙы билдәләп ҡарағыҙ.
- Көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ.
- Дөрөҫ туҡланығыҙ, етерлек йоҡлағыҙ, тормошоғоҙға физик күнегеүҙәр индерегеҙ, әммә ҡыҫҡа ваҡытҡа түгел.
Стресс кисергәндәге кешенең хис-тойғолары ҡыҙған мейескә бәрәбәр. Шуға ла бер нисә кәңәш:
- проблемаларығыҙ, борсолоуҙарығыҙ хаҡында яҡындарығыҙға һөйләү ярҙам итер;
- физик күнегеүҙәр, саф һауала йөрөү ҡуҙғыусанлығығыҙҙы кәметер;
- тыныс йоҡо – иң яҡшы дуҫ;
- ыңғай тойғолар (концерт, театр, дуҫтар менән аралашыу) солғанышында булырға тырышығыҙ;
- үҙегеҙҙе яңғыҙ итеп тойһағыҙ, эт йә бесәй алығыҙ;
- иң төп ҡағиҙә - төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ һәм мөмкин тиклем йышыраҡ йылмайығыҙ!
· Йөрәктең бер тәүлек эсендә башҡарған эше 20 мең кг ауырлыҡты 1 метрға шылдырырға етер ине.
· 70 йыл йәшәү ғүмерендә кеше йөрәге 2,5 миллиард тапҡырҙан артыҡ ҡыҫҡара.
· Атеросклероздың тәүге билдәләре (липид таптары һәм һыҙыҡтары) 10 йәшкә хәтлем барлыҡҡа килә. Унан, 18-20 йәштәрҙә яңынан барлыҡҡа килер өсөн, уларҙың ҙур өлөшө юғалып тора. 25 йәштәргә липид таптары – йөрәк артерияларында, 35-40 йәштәргә мейе артерияларында барлыҡҡа килә.
· Ике тиҫтәнән ашыу етди ауырыуҙың нигеҙендә атеросклероз ята.
· Гемоглобин тәмәке төтөнөндәге углерод оксиды менән еңел бәйләнешкә инеп, карбоксигемоглобин барлыҡҡа килтерә. Ҡанда тап ошо матдәнең күбәйеүе (30-55 йәштәрҙәге ирҙәрҙә) йөрәктең ишемия ауырыуы барлыҡҡа килеүен 21 тапҡырға арттыра.
· Тыныс хәлдә йөрәк тәүлегенә 38-40 л кислород алырға тейеш. Бының өсөн ул үҙенең тамырҙары аша 300 литр ҡан үткәрергә бурыслы.
Беҙҙең организм автомобиль моторы түгел. Насар шарттарға ул үҙ аллы яраҡлаша, ауырыу менән дә үҙ аллы көрәшә. Әммә оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған көрәш төрлө ауырыуҙарҙан торған йомоҡ түңәрәккә әйләнеүе бар, ә организм уны өҙөргә һәләтһеҙ. Автомобиль двигателен кәм тигәндә йылына ике мәртәбә тикшерәбеҙ, ә йөрәкте тикшереп инфаркттарҙан ҡотола алабыҙ. Йөрәк берәү генә – ул һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж.Шоңҡар журналынан.