Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Август 2019, 10:17

Тотош ауыл янып бөткән...

Тотош ауыл янған. Унда йәшәгән бөтә кешеләр ҙә янып үлгән.

Был хәл Вологда өлкәһендәге ауылдарҙың береһендә аҙна башында була. Ҡурҡыныс хәбәрҙә шуныһы ҡыуаныслы, был ауылда ... ни бары бер генә йорт булған икән. Ә күңелһеҙе – унда алты кеше янып, һәләк булған. Ҡорбандар 37 һәм 38 йәшле өс ир, 31 йәшлек ҡатын, 12 йәшлек малай һәм 7 йәшлек ҡыҙ.

Бөтөп барған Бурцево ауылындағы янғын тураһындағы хәбәр ҡотҡарыусыларға 12 август килә. Тик улар килеп еткәндә йорттан көл-күмер генә ҡала. Ҙур булмаған алтыға алты йортҡа электр индерелгән, үҙе мейес яғып йылытылған булған.


Әйткәндәй, аҙаҡ янып үлгән кешеләрҙең ауылдан йыраҡ булмаған Соколово ҡалаһында йәшәүҙәре асыҡланған. Ул ауылға ниңә килгәндәрҙер? Йәштәр, айырыуса балалары бигерәк йәл шул...https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/totosh-auyl-yanyp-b-tk-n-/
Читайте нас: