Сәстәр матур, сәләмәт булһын өсөн тәү сиратта, тараҡтың бер нисә талапҡа тап килеүе шарт. Ул шыма, һирәгерәк тешле булырға тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, мөгөҙ, эбониттан эшләнгән тараҡтар сифатлы, ә тимерҙән яһалғандары зарарлы. Уларҙың баш тиреһенә зыян килтереүе бар. Сәстәрҙе көнөнә кәмендә ике тапҡыр тарарға кәрәк. Шулай уҡ махсус щеткалар ярҙамында массаж яһау ҙа тик ыңғай ғына йоғонто яһай. Тараҡ һәм массаж щеткаһы һәр кешенең шәхсән үҙенеке булырға тейеш. Уларҙы эҫе һыуҙа һабынлап йыуырға йә 10 процентлы нашатыр спирты ярҙамында таҙартырға мөмкин.
Майлы сәстәрҙе ҡороларына ҡарағанда йышыраҡ йыуырға кәрәк. Һыуҙы йомшартыу өсөн 2 литр һыуға бер балғалаҡ сода һалалар. Һыуҙы оҙаҡ ҡайнатып, шунан һуң тондороп тотонорға ла мөмкин. Хәҙерге көндә, насар экология шарттарында, сәсте ямғыр йә ҡар һыуы менән йыуыуҙан тыйылығыҙ. Тағы ла бөҙрәләрҙе электр приборҙары ярҙамында киптерергә тырышмағыҙ. Сөнки улар сәсте яндыра һәм һыныусанға әйләндерә.
Майлы сәстәрҙе тәрбиәләү буйынса халыҡ кәңәштәре
Майлы сәстәрҙе йыуырҙан 2-3 сәғәт алда баш тиреһенә алоэ һутын һөртөргә мөмкин. Ул ҡауаҡтан ҡотолорға ярҙам итә һәм сәс төптәрен нығыта. Сәстәр ныҡ ҡойолған осраҡта алоэ һутынан 1 сәғәткә компресс ҡуйырға була.
* 1 ҡалаҡ ваҡланған ҡайын япрағын иҙеп, порошок яһарға һәм 5 ҡалаҡ 45°С-лы спирт йә араҡы ҡойоп, 1 аҙна ныҡлы ябылған һауытта тоторға. Төнәтмәне һөҙөп, баш тиреһенә һөртәләр.
* Сәсте йыуған арауыҡта лимон һуты һөртөү файҙалы. Ул майһыҙландыра һәм ҡысыуҙан арындыра.
* Йыуырҙан 1-2 сәғәт алда баш тиреһенә 2:1 күләмендә алынған лимон һәм кишер һуты ҡатнашмаһын һөртөп, таҫтамал менән урарға. Сәсте йыуғас, тәүҙә - һыу, һуңынан лимон һуты ҡушылған (1,5-2 литр һыуға 1 ҡалаҡ лимон һуты) бүлмә температураһындағы һыу менән сайырға.
* 2 йомортҡа һарыһын 50 мл һыуға бутарға, 100 мл араҡы һәм 5-8 мл нашатыр спирты өҫтәргә. Ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөп, һуңынан эҫе һыу менән йыуып төшөрөргә.
* Киптерелгән йә яңы өҙөлгән бер ус кесерткән япраҡтарын ваҡларға, өҫтөнә 1/2 стакан үҫемлек майы ҡойорға, 1 аҙна дауамында ныҡлап ябылған быяла һауытта төнәтергә. Ҡулланыр алдынан һөҙөргә, йылытырға һәм йыуырҙан 1 сәғәт алда сәскә һөртөргә.
* Лимон һуты ҡойолған үҫемлек майын ҡайнаған һыу өҫтөндә тотоп, йылытып аҙнаһына 1 тапҡыр компресс яһарға мөмкин. Ҡатнашма менән баш тиреһен, сәсте майларға һәм полиэтилен ҡапсыҡ кейеп, өҫтөнән таҫтамал ябынырға. Компресты 1-2 сәғәт тоторға.
* Шулай уҡ баш тиреһенә дегәнәк һуты һөртөргә була. Тамырын ҡаҙып алып, һыуыҡ һыуҙа йыуығыҙ, ҡырғыста тиҙ генә ҡырып, һутын һығып алығыҙ. Был һутты спирт менән ҡатыштырып (1:1), консервалап ҡуйырға кәрәк.
Аҙнаһына 2-3 тапҡыр яртылаш һыу ҡушып һөртөргә.
* Сәсегеҙ йоҡа, асаланыусан булған осраҡта, баш тиреһенә бер үк күләмдә алынған кәбеҫтә, лимон, шпинат һуты ҡатнашмаһын һөртөргә.
* Ҡоро һәм асаланыусан сәстәрҙе йыуыу өсөн ҡатнашма: 1 йомортҡа һарыһы, 1 ҡалаҡ лимон һуты, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы һәм 0,5 стакан йылы һыу.
* Ҡоро сәстәр асаланмаһын өсөн бәпембә йәки юл япрағы төнәтмәһе менән сайырға мөмкин (ваҡлап туралған 1 ҡалаҡ бәпембә йә юл япрағын 1 стакан һыуҙа ҡайнатырға).Башҡортостан гәзитенән.