− Фатима Дамировна, псориаз хаҡында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.
− Псориаз − сығанағы билдәһеҙ, йоғошһоҙ, тәңкә, төймә рәүешендәге сабыртмалы дерматоз; йыш ҡабатланыусы хроник ауырыу. Билдәләренә килгәндә, улар сирҙең төрөнә ҡарап айырыла.
Сирҙең был төрө тәндә аҡһыл йоҡа ҡабыҡ менән ҡапланған, сиктәре беленеп торған төрлө ҙурлыҡтағы алһыу−ҡыҙыл төҫтәге ҡыуыҡһыҙ тимгелдәр барлыҡҡа килеү менән ҡылыҡһырлана. Улар йышыраҡ тубыҡ, терһәк, ултырыш, сираҡ, бил, баш тиреһен зарарлай. Сирлене төрлө кимәлдәге ҡысытыу борсой.
Тамсы формаһындағы псориаз
Был төр иһә ауырыуҙың киҫкен формаһы һанала. Тәнде тамсыға оҡшаш папулалар (сабыртма) баҫып алыуы менән билдәләнә. Йыш ҡына ул стрептококк сығанаҡлы инфекцион ауырыу кисергәндән һуң балаларҙа, үҫмерҙәрҙә барлыҡҡа килә. Сирҙең был төрө вульгар псориазға әүерелеүе ихтимал.
Ҡан тулышыу, кәүҙә, аяҡ−ҡулдар тиреһенең шешенеүе фонында тирегә күп һанлы эренле сабыртмалар сығыу менән билдәләнә. Псориаздың ауыр формаларының береһе һанала, лихорадка, өшөү менән оҙатылып килә, ағыуланыу билдәләре күҙәтелә.
Һары төҫтәге, ваҡ ҡына (диаметры 2−3 мм) эренле тимгелдәр усҡа һәм табанға сыға. Эренле ҡыуыҡсалар урынына артабан ҡабыҡ барлыҡҡа килә.
Тиренең тулыһынса тиерлек диффуз ҡыҙарыуы, сикле гиперемияһы (ҡан тулышыуы). Шулай уҡ сирҙең иң ауыр формаларының береһе. Дөйөм хәлдең насарайыуы, яндырып ҡысытыу, тән тартылыу, ҡауаҡланыу менән оҙатылып килә.
Быуындар шешеүе күҙәтелә. Зарарланған быуындар өҫтөндә тиренең ҡыҙарыуы, быуындарҙың хәрәкәтһеҙлеге, шешенеүе күҙәтелә, ауыртыу тойола. Быуындарҙың үҙгәреүе, хәрәкәтсәнлеге юғалыуы, һеңерҙәрҙең елһенеүе ихтимал. Быуындар шешеүенең тәнгә псориатик сабыртмалар сығыу менән бергә үҫешеүе лә бар.
Шулай уҡ эре ялпаҡ ҡабырсаҡлы, бөрмә, сөйәлле псориаз төрҙәрен айырып йөрөтәләр. Был сир алдынғы илдәрҙә йәшәүсе халыҡтың 1−2 процентында осрай.
− Сирҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аныҡ ҡына аңлата алмайҙар, ти хат авторы…
− Ысынлап та, псориаздың сәбәптәре аныҡ ҡына билдәле түгел. Шулай ҙа нәҫелдән килгән шәхси үҙенсәлектәр, иммун, эндокрин, нервы системалары эшмәкәрлеге боҙолоуы, тәбиғәттең насар тәьҫир итеүе бөгөн төп сәбәптәр һанала. Стресс көслө йоғонто яһай (мәҫәлән, һыуға бата яҙған баланың был сиргә юлығыуы бар, сөнки ул көслө стресс кисерә). Шулай уҡ вирус сығанаҡлы булыуы ла ихтимал. Ә вируслы ауырыуҙар, билдәле, тулыһынса дауаланмай, ваҡытлыса бөтөп тора ла, ниндәйҙер уңайлы шарттарҙа яңынан килеп сыға. Ауыр формала үткән киҙеү ҙә булышлыҡ итеүе мөмкин. Ә нәҫелдән бирешеүсәнлек сирле кешенең балаһы мотлаҡ ауырый тигәнде аңлатмай әле.
− Тулыһынса дауаланмай, тинегеҙ. Тимәк, был − ғүмерлек хөкөм?
− 100 процентҡа һауыҡҡан кеше юҡ, әммә кешеләр оҙайлы ваҡытҡа ремиссияға (ауырыуҙың билдәләре юҡҡа сыға) өлгәшә. Ҡайһы берәүҙәр хатта унар йылға сирҙәрен онота.
− Ә хат авторҙарына ниндәй кәңәштәр еткерер инегеҙ?
− Кешене күрмәйенсә, тикшереүҙәр үткәрмәйенсә нимәлер кәңәш итеп булмай. Шуға ла иң тәүҙә дауаханаға ятып, ентекле тикшереү үтеүҙәрен теләр инем. Ә ғөмүмән алғанда, псориаз һау тормош алып барыуҙы ярата. Эске органдарҙың, бигерәк тә бауырҙың, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеге яҡшы булырға тейеш. Хайуан майҙарынан, ҡырҡыу ашамлыҡтарҙан, тәмлекәстәрҙән баш тартырға кәрәк. Алкоголде яратмай псориаз.
Тағы ла псориаздың йәйге, ҡышҡы формалары була. Һуңғы ваҡытта ҡатнаш формаһы йыш осрай. Ул яҡтан сығып ҡарағанда, мәҫәлән, ҡышҡы формаһы күҙәтелгәндәргә ҡыҙыныу яҡшы һөҙөмтә бирә. Сир йәйгеһен киҫкенләшкәндә ҡыҙынырға ярамай, әлбиттә. Улар өсөн тоҙло һыу килешә. Шуға ла беҙ Израилдәге Үле диңгеҙгә барыуҙы кәңәш итәбеҙ, үҙебеҙҙә − Соль−Илецк. Төркиәнең Кангал ҡалаһында термаль һыу ятҡылығында (температураһы 36−37 градусҡа еткән, составында сода, кальций, магний булған һыу һәм ундағы ваҡ ҡына балыҡтар ярҙамында (улар псораларҙы семтеп ашай)) дауаланырға мөмкин. Ләкин унда барып дауаланыу барыһының да хәленән килмәй (дауаланыу курсы 21 көн, 40−50 мең һумға төшә). Бындай курс үткәндән һуң, ғәҙәттә сире йыш ҡабатланғандар − 3, һирәгерәк булғандар 5 йылға тыныслыҡҡа ирешә, бәғзе ваҡыт псораларҙың бөтөнләй юғалыуы ихтимал.
Дауалаусы майҙарға килгәндә, уның да үҙ тәртибе: һәр стадия өсөн айырым дауалау ысулдары бар. Сир аҙған мәлдә (прогресс барғанда) май һөртөргә, витаминдар эсергә ярамай, ә дарыуҙар, уколдар ҡулланыла. Стационар стадияһында витаминдар, майҙар өҫтәлә. Сабыртмалар әҙәйгәс (регрессия) күберәк тышҡы яҡтан дауаланырға кәрәк.
Санатор−курорт дауаланыу сирҙең стационар йәки ремиссия осоронда уҙғарылырға тейеш. Сочи, Пятигорск, Серноводск, Мацеста, Хоста һ.б. шифаханалар ошо йүнәлештә эшләй.
Гормондар нигеҙендә эшләнгән майҙар тәүҙә ярҙам итә, аҙаҡ, организм өйрәнеү сәбәпле, файҙаһы теймәй башлай, шуға ла баштан уҡ ундай майҙарға “ултырырға” тырышмаһындар тигән теләк бар.
− Шулай ҙа күптәр халыҡ дауаһына мөрәжәғәт итә…
− Ысынлап та, псориазды дауалауҙа халыҡ медицинаһы яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Әммә бының өсөн дә, әйтеп үткәнебеҙсә, эске органдар яҡшы хәлдә булырға тейеш. Псориаз барлыҡҡа килһә, эндокрин системаһының, иммунитеттың торошона, ашҡаҙанға, бөйөрҙәргә иғтибар итергә кәрәк. Иң тәүҙә ҡалҡан һәм ашҡаҙан аҫты биҙҙәренең эшмәкәрлеген яйға һалыу лазым.
Үләндәр һәм майҙар ҡулланғанда (ә улар бик күп) уларҙы 2 аҙна һайын алмаштырып торорға кәрәк, сөнки бер төрлө дауаға организм өйрәнеп, файҙаһы аҙая.
− Псориаз йөклөлөккә ҡаршылыҡ булып тормай һәм бала табыу һәләтен боҙмай. Тик дауалау ғына ауырлаша, бигерәк тә ауыр формалары күҙәтелгәндә. Шуға ла ауырға ҡалыр алдынан мотлаҡ дерматолог менән кәңәшләшергә кәрәк, сөнки ул осорҙа башҡа төрлө дарыуҙар ҡулланыла. Белгестәр билдәләүенсә, ҡайһы бер ҡатындарҙың йөклөлөк осоронда сире еңеләйеүе, ҡайһыларында, киреһенсә, сабыртмаларҙың артыуы күҙәтелә. Күпселек ҡатындар ауырлы ваҡытта ауырыуҙың еңелерәк үтеүен, ә менопауза ваҡытында ҡатмарлашыуын билдәләй.
Организмдағы гормональ үҙгәрештәрҙең псориаз менән бәйләнеше буйынса әллә күпме тикшереүҙәр үткәрелһә лә, сирҙе ниндәй гормондар ҡуҙғытыуы һәм уның үҫешенә йоғонто яһауҙары асыҡланмаған.
Псориазға ҡаршы халыҡ дауаһы
· 1 аш ҡалағы эт дегәнәге (һырлан) үләненә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һыуытып, һөҙөргә. Ололарға көнөнә 3 мәртәбә яртышар стакан, 5 йәшкә тиклемге балаларға 1 сәй ҡалағы менән көнөнә 2−3, 12 йәшкәсәгеләргә 3−4 тапҡыр эсергә. Ошо ҡайнатманы ваннаға өҫтәгәндә, файҙаһы тағы ла ҙурыраҡ. Шул уҡ ваҡытта эт дегәнәге һығымсаһын (төнәтмә) тәнгә һөртөргә.
· Көнөнә 2 мл һырғанаҡ (облепиха) майын эсергә һәм ошо майҙан эшләнгән мазь һөртөргә.
· 100 г кесерткән тамырын 1 л һыуға һалып, 5 минут ҡайнатырға. 20 минут үткәс, йылы компресс эшләргә. Көнөнә 2−3 мәртәбә ҡабатларға.
· 1 стакан ҡайнар һыуға 2−3 тырнаҡ ваҡланған һарымһаҡ һалып, 40−60 минут төнәтергә. Сылатҡыс рәүешендә ҡулланырға.Башҡортостан гәзитенән.