Организмды таҙартыу нимә ул һәм нимәгә кәрәк?
Организм үҙенә тәьҫир иткән кире йоғонтоларҙан көн һайын арынып торорға тейеш. Әгәр ул шлактар менән тулы булмаһа, был эште атҡарыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Шуға ла бындай шартты булдырыу кәрәктер, моғайын.
Шулай уҡ “бысранған” организмға дарыуҙарҙың тәьҫире лә самалыраҡ икәнен билдәләй белгестәр. Шул сәбәпле, ҡайһы осраҡта ауырыу кешегә “бер дарыу ҙа ярҙам итмәй”. Ә организмын таҙартып торғандар тиҙерәк һауыға, имеш. Ошонан сығып һығымта яһағанда, шуны әйтергә була: һауығыу өсөн яҡшы шарттар кәрәк.
Тағы ла: күп ауырыуҙарҙың, шулай уҡ бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүе, эсәк юлындағы полиптарҙың да сәбәбе – тән ағзаларының төрлө ағыу, шлак, сит матдәләр менән “сүпләнеүе” һөҙөмтәһе.
Эсәктәр аш һеңдереүҙә ҡатнаша, аҙыҡтан файҙалы матдәләрҙе айырып ала. Йәғни бөтөн организм эсәктәрҙең эшенә бәйле.
Йыш ҡына дөрөҫ туҡланмағаныбыҙҙы танырға кәрәк. Ғәҙәттә, бер-береһе менән ярашмаған, насар үҙләштерелә торғандарҙы бергә ашайбыҙ. Үҙләштерелмәгән ризыҡ ҡалдыҡтары эсәктә туплана (ҡайһы берәүҙәрҙә, бигерәк тә эс ҡаталау менән яфаланғандарҙа 4-5 кг хәтлем), серей һәм ҡан аша бөтә организм буйлап тарала. Тап шуның өсөн дә организмды өй шарттарында һирәкләп булһа ла таҙартып тороу мөһим.
Эсәктәрҙе таҙартыуҙың төп ысулдарын ҡарап үтәйек. Киң билдәле, ә иң мөһиме, хәүефһеҙ сара – һоло, бал һәм сөгөлдөр ярҙамында таҙартыу.
Балдың кешене дауалауҙағы үҙенсәлеген әйтеп тораһы түгел. Мәҫәлән, колит (йыуан эсәктең лайлалы тиресәһе шешеүе) күҙәтелгәндә, түбәндәге ысул яҡшы ярҙам итә:
1 стакан һыуыҡ һыуға 1 аш ҡалағы бал һалып бутарға һәм ашар алдынан көнөнә өс мәртәбә 1,5-2 ай эсергә кәрәк. Балдың йоғонтоһонда эсәктәр сит микрофлоранан арына, аҙыҡ үҙләштереү яҡшыра, бал оранизмға етмәгән витаминдарҙы, гормондарҙы, бүтән биологик актив матдәләрҙе етештереүгә булышлыҡ итә.
Даими энтероколит булғанда балды алма һеркәһе менән берлектә ҡулланыу отошло. 1 стакан һыуға 1 стакан алма һеркәһен ҡойоп, 1 сәй ҡалағы менән бал өҫтәп бутарға. Көнөнә 3-4 стакан эсергә. Дауаланыу 1-1,5 ай дауам итә. Йылына бер нисә курс ҡабатлау яҡшы.
Эсәктәрҙе таҙартыу буйынса йәнә бер ысул: 1 стакан һөттө ҡайнатып, бер тәүлеккә йылы урынға ҡуйырға. Унан әсегән һөткә 1 аш ҡалағы көнбағыш майы ҡушып бутарға ла эсергә кәрәк (төнгөлөккә эсеү яҡшыраҡ).
Был осраҡта иртән ас ҡарынға 1 тырнаҡ һарымһаҡ менән 1-2 алма йәки сөгөлдөр салаты ашау ҙа ярҙам итә. Салат өсөн ҙур булмаған сөгөлдөр менән бер тырнаҡ һарымһаҡты ҡырғыстан ҡырып, бер аҙ тоҙ һәм көнбағыш майы өҫтәп бутарға. Иртән манный бутҡаһы йәки кәбеҫтә салаты ашап та ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Һәр кем организмының үҙенсәлектәренән сығып, үҙенә генә тап килгән меню төҙөй ала.
Һаулығыбыҙҙың торошо 90 процентҡа беҙҙең туҡланыуыбыҙға, нимә эсеүебеҙгә һәм һулаған һауабыҙға бәйле тигән хәҡиҡәт бөтәбеҙгә лә билдәле. Эйе, ашар-эсерҙе үҙебеҙ көйләй алабыҙ, әммә һулар һауаны үҙгәртеү беҙҙең хәлдән килмәй. Шул рәүешле төрлө юлдар менән зарарлы матдәләр – токсиндар организмға үтеп инә. Уларҙан һаҡланыуҙы бауыр тәьмин итә, ҡанды таҙарта. Шуға ла иң тәүҙә бауыр зыян күрә. Был ағзаның ҡый-ҡыпыр менән тулыуы ниндәй эҙемтәләргә килтереүе ихтимал?
Организм аҙыҡ менән ингән файҙалы матдәләрҙе үҙләштереү көсөн юғалта. Бауыр менән проблемалар бар икән, кешенең йыш башы ауырта, һейҙек-енес системаһында тайпылыштар, хәлһеҙлек, арыу күҙәтелә, психика ҡаҡшай: кәйеф төшә, депрессияға бирелеү ҙә ихтимал. Бауырҙы таҙартыуҙың төрлө ысулдары билдәле, үт ҡыуығында таш булыу-булмауына ҡарап һәр кемгә үҙенә ярашлы ысул һайлау мөһим. Табип менән кәңәшләшеү зарур.
Гөлйемеш менән таҙартыу. Кистән төнәтмә эшләнә: бының өсөн 3 аш ҡалағы гөлйемешкә 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтегеҙ. Иртән 1 стакан төнәтмәгә 3 аш ҡалағы ксилит йәки сорбит өҫтәп эсегеҙ. 20 минут үткәс ҡалған төнәтмәне ҡабул итегеҙ (бер нәмә лә өҫтәргә кәрәкмәй) 45 минуттан һуң ашарға мөмкин. Бындай таҙартыуҙы 6 мәртәбә ике көн аша эшләргә кәрәк. Унан аҙнаға бер мәртәбә.
Гөлйемеш төнәтмәһен көнөнә 3 мәртәбә сәй урынына эсергә лә мөмкин.
Профилактика рәүешендә үт ҡыуыу эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн зәйтүн майын тәҡдим итергә мөмкин. Был ысул, беренсенән, бауырҙы “бысраныуҙан” һаҡлай, икенсенән, тәбиғи юл менән шлактарҙы сығарыуға булышлыҡ итә. Майҙы көн һайын иртән ас ҡарынға бер аш ҡалаҡ эсеү файҙалы. Зәйтүн майы урыфнына етен йәки кедр майын да ҡулланырға була, йәки аралаштырып эсергә мөмкин.
Майға ярты лимон һутын өҫтәгәндә тәьҫир итеү көсө тағы ла арта.
Быуындарға һәм умыртҡа бағанаһына тоҙ (органик булмаған кальций) йыйылыуға бәйле ауыртыуҙар тоймаған кеше һирәктер бөгөн. Тоҙҙо иретеүҙең төрлө ысулдары бар. Шуларҙың иң һөҙөмтәлеһе – быуындарҙы дөгө ярмаһы ярҙамында таҙартыу. Бешерелгән дөгө тоҙҙо “һурыу” һәләтенә эйә, өҫтәүенә, ярма ни тиклем оҙағыраҡ һыуҙа ебетелгән булһа, йоғонтоһо шул тиклем яҡшыраҡ.
Быуындарға тотонор алдынан эсәктәрҙе таҙартыу мөһим. Таҙарыныу өсөн иң ҡулай ваҡыт – яҙ һәм йәй миҙгелдәре.
Ярты литрлыҡ банкаға 2 аш ҡалағы дөгө ярмаһы (шымартылмаған оҙонса булһа яҡшыраҡ) һалып, өҫтөнә һыу ҡойорға һәм бер тәүлек тоторға. Унан, дөгөнө йыуып, яңынан һыу ҡойорға. Тағы бер банкаға 2 ҡалаҡ йыуылған дөгөнө ебетергә ҡуйырға. Ошолай 5 көн һуҙымында дауам итергә (бөтәһе 5 банка булырға тейеш), көн һайын һыуҙарын алмаштырырға кәрәк. Алтынсы көнгә беренсе көн ебетергә ҡуйылған банкалағы дөгөнө шыйыҡ бутҡа итеп бешереп, икмәкһеҙ һәм тоҙһоҙ ашарға. Бушаған банкаға йәнә дөгө һалып ебетергә ҡуйырға. Бутҡаны ашағандан һуң, дөгө шлактарҙы һурһын өсөн, 4 сәғәт бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай. Дауаланыу 40 көн, йылына бер мәртәбә эшләнә.
Был ысул менән әҙерләнгән дөгө тоҙҙарҙы яҡшы һеңдереп, организмдан сығара, шул уҡ ваҡытта организмға кәрәкле тоҙҙарҙы, калийҙы йыуа. Шуның өсөн, был ысул менән таҙарынған осраҡта калий күп булған аҙыҡ (күрәгә, йөҙөм, инжир, һыуһыҙ бешерелгән йәш картуф) ашау мотлаҡ. Шулай уҡ тары бутҡаһы ашарға була. Тик тарыны бешерер алдынан бер аҙ майҙа ҡыҙҙырып алыу зарур.
Картуф һыуы. Ҡабығында бешкән картуф һыуы ла организмдан шлактарҙы сығарырға, эсәктәрҙе “шымартырға” булышлыҡ итә. Иртән ас ҡарынға, көндөҙ һәм йоҡлар алдынан эселгән картуф һыуы артрит булғанда яҡшы йоғонто яһай.
Полиартрит күҙәтелгәндә лә быуындарҙы ошо һыу яҡшы таҙарта. Бының өсөн 1 кг картуфты йыуып, ваҡлап турап, 1 сәғәт 20 минут 3 лһыуҙа бешерергә. Унан һөҙөп, еңелсә һығырға. Теләгән ваҡытта эсергә мөмкин.
Дөйөм кәңәштәр. Тоҙҙар быуындарҙа тығыҙ “тубырсыҡ” рәүешендә йыйыла. Бының сәбәбе – бәләкәй быуындарҙың ҡан менән тәьмин ителеше насар булыуы. Ҡан тамырҙары үтә нәҙек, шуға күрә уларҙа липоид матдәләр тиҙ йыйыла. Тоҙ тубырсыҡтары ус һәм табан быуындарында ауыртмай һәм һиҙелмәй үҫешә. Өҫтәүенә, һөйәк “энә”ләре үҫә. Олоғайған һайын быуындарҙың һығылмалылығын, ныҡлығын юғалта, уларға тоҙҙар “ултыра”. Быуындарҙы таҙартып, остеохондроз, полиартрит, подагра кеүек ауырыуҙарҙың үҫешеүенә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итергә мөмкин.
Бөйөргә бәйле киң таралған проблема – унда таштар барлыҡҡа килеү. Таштар төрлө сәбәп менән барлыҡҡа килә, әммә иң йыш осраҡта дөрөҫ туҡланмау тора. Ҡамыр ризыҡтары, бутҡалар, аҡһымлы аҙыҡ, субпродукттар, шпрот, сардина, сельд кеүек балыҡ сорттары бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
Шулай ҙа бөйөр ауырыуының төп сәбәпсеһе – организмда һейҙек кислотаһының артыуы. Һейҙек кислотаһы бөйөрҙәргә генә түгел, ә бүтән ағзаларға – быуындар, мускулдар, йөрәк, һейҙек юлдары, ҡан һәм мейе лә кире йоғонто кисерә.
Ә ҡан ауырыуҙарын дауалау өсөн һау бөйөр булыуы мөһим. Көн һайын кеше организмында яҡынса ике йөҙ миллиард эритроцит үлә, ә уларҙың организмдан сығыуына бөйөрҙәр яуап бирә. Әгәр улар ауырый йәки бысранған икән, был бурысты тулы кимәлдә үтәй алмайҙар.
Ҡыяр диетаһы, гөлйемеш, аҡ шыршы майы, етен һәм төрлө үләндәр ҡайнатмаһы – бөйөрҙәрҙе таҙартыуҙағы иң отошло ысулдар һанала.
Ҡарбуз диетаһы – иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе. Шулай ҙа һейҙек ҡыуыу тайпылышына бәйле ауырыуҙар, нефропатоз, нефролитиаз, простата биҙе аденомаһы, икенсел пиелонефрит, диабет күҙәтелгәндә, тыумыштан килгән һейҙек-енес системаһы аномалияһы булғанда был ысулды ҡулланырға ярамай!
Бөйөрҙәрҙе таҙартыу бик оҙайлы процесс: ярты йылдан бер нисә йылға ҡәҙәр һуҙылыуы ихтимал.
Заман һут терапияһына нигеҙ һалыусы доктор Уокер өй шарттарында бөйөрҙө таҙартыу һәм дауалау йәһәтенән үҙенең методикаһын тәҡдим итә. Бының өсөн 9 өлөш кишер, 3 өлөш сөгөлдөр һәм 3 өлөш ҡыяр һуты талап ителә. Икенсе вариант: кишер – 9, сельдерей – 5, петрушка 2 өлөш. Петрушка һуты тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт. Һейҙек-енес системаһы ауырыуҙары, нефрит күҙәтелгәндә, бөйөрҙә һәм һейҙек ҡыуығында таш, һейҙектә аҡһым булғанда яҡшы дауалау сараһы. Һутты петрушка япраҡтарынан һәм тамырынан әҙерләргә мөмкин. Көслө тәьҫир иткәнлектән, һутты таҙа килеш 30-60 г артыҡ эсергә ярамай.
Һалҡын тейеү – киң таралған ауырыу. Тын алыу ағзалары ауырыуҙарының барыһы ла йүткереү менән оҙатылып килә. Әгәр һыуыҡ тейҙереү аҙағынаса дауаланып бөтмәһә, бронхылар менән үпкәлә эрен, ҡаҡырыҡ, лайла кеүек шлактар, эзбиз ҡалдыҡтары тороп ҡала. Ошо зарарлы матдәләрҙән ҡотолоу киләсәктә ауырыуҙарға ҡаршы торорға мөмкинлек бирәсәк.
Үпкәләрҙе таҙартыуға йүнәлтелгән тын алыу
1. Күкрәкте тултырып тын алырға.
2. Бер нисә секунд тынды тотоп торорға.
3. Ирендәрҙе һыҙғырырға йыйынған шикелле ослайтырға.
4. Унан ҡапыл ғына бер аҙ һауаны сығарып, бер секундҡа туҡтағыҙ.
5. Артабан тағы ла бер өлөш сығарығыҙ, туҡтағыҙ. Тын сығып бөткәнсе ошолай ҡабатларға.
Тәмәке тартҡандар өсөн был күнегеүҙе көнөнә 3 мәртәбә (иртән, көндөҙ, кисен)ҡабатларға кәрәк. Үҙҙәрен яҡшы тойорға теләүселәргә иһә көнөнә берҙе иртәнге ваҡытта эшләү яҡшы.
Һарымһаҡ-һуған сиробы. Һуған менән һарымһаҡтың эфир майҙары үпкәне яҡшы таҙарта, ә уларҙағы фитонцидтар микробтарға ҡаршы көрәшә.
Бер баш һуғанды ваҡ итеп турап, өҫтөнә шәкәр һибергә һәм 2 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Барлыҡҡа килгән сиропты көнөнә 3-4 мәртәбә ашағандан һуң аш ҡалағы менән эсергә. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡабатларға.
Һарымһаҡты гипертония, атеросклероз күҙәтелгәндә, эсәк ауырыуҙары ваҡытында ашарға кәрәк. Ул ҡан тамырҙары системаһын таҙарта, ҡан баҫымын төшөрә, ашҡаҙанды таҙарта, баш мейеһе ҡыҫылғанда ярҙам итә.
Мәтрүшкәле сәйҙең шифаһы хаҡында әйтеп тороу урынһыҙ, уның яҡшы антисептик икәнен барыһы ла беләлер. Ә фиалка төнәтмәһе тын юлдарын ҡаплаған керпекле эпителийҙы әүҙемләштерә. Сәйҙе әҙерләү өсөн 1-шәр аш ҡалағы мәтрүшкә менән фиалкаға 0,5 литрҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә. Шәкәр өҫтәмәйенсә көнөнә 2-3 мәртәбә эсергә. Сәй әкренләп үпкәне туҙандан һәм ыҫмаланан таҙарта
Даими рәүештә өйҙө йыйыштырып, һөртөп-йыуып торған кеүек үк, һаулыҡ насараймаһын, тамырҙарҙан ҡан мейе менән йөрәкте туҡландырып, ҡаршылыҡһыҙ “йүгерһен”, быуындар ауыртыу аша ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтмәһен, бауыр, бөйөр һәм эсәктәр шлактарҙы яҡшыраҡ сығарһын өсөн организм һаҡсыл мөнәсәбәткә мохтаж. Бына ни өсөн кәрәк таҙарыныу.Шоңҡар журналынан.