Үҙебеҙҙең һәм ғаиләбеҙҙең именлеге өсөн көн дә байтаҡ көс түгергә тура килә, ә һөҙөмтә юҡ кеүек. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ошо шәхсиәт сиктәренән сыҡмаған байтаҡ мәсьәләләрҙең хәл ителеше илебеҙ эшмәкәрлегенә, уның ижтимағи, әхлаҡи, рухи, иҡтисади һәм башҡа йүнәлештәренә бәйле... Бөгөнгө йәшәйешебеҙ шарттарын төшөнөр өсөн беҙгә ысынбарлыҡтан бер аҙ ситләшеп “империя масштабында” уйларға тура килә.
2013 йыл Рәсәй тарихында оло ваҡиға булып теркәләсәк. Яҙ көндәре уҙған “ағас буры Алёша” етәкселегендәге “баш күтәреү”ҙәр, сәйәси аренаға килеп ингән яңы кешеләр, донъя кимәлендәге геосәйәси низағтар барыһы ла шул турала һөйләй. Рәсәй, ниһайәт, аяғына баҫа. СССР осорондағы кеүек үк булмаһа ла, “тарамыштары менән уйнай”, Сэм олатайҙың һәр ҡушҡанына баш һелкеп кенә ултырмайынса, дуҫтарын яҡлап тауыш сығарырға баҙнат итә (берәүһен күҙ алдында һуйып киткәндәренән һәм үҙенә лә ҡырын ҡарай башлағандарын тойғандан һуң).
Рәсәй Федерацияһы донъя илдәре хәрәкәтендә һайлаған йүнәлешен сағылдырыусы үтә лә мөһим күрһәткес – әлеге лә баяғы премьер менән президенттың рокировкаһы, ил менән идара итеү срогының оҙайтылыуы, ҡул ҡуйылған указдар: Рәсәй армияһын 2020 йылға тиклем 80 процентҡа модернизациялау планы, был маҡсаттарға бүленгән 20 трлн. һум аҡса һ.б. Ситтән ҡараһаң, ил хөкүмәте, Рим тарихсыһы Корнелий Непоттың кәңәшен тыңлап, “тыныс йәшәр өсөн һуғышҡа әҙерләнә” кеүек һәм был ҡыуандырмай ҡалмай. Сөнки күптәр әле Советтар Союзы заманындағы башҡа дәүләттәрҙең Ватаныбыҙға ҡарата ихтирамын хәтерләй, һағына.
Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙа көнбайыш әкиәттәренә һынсыл ҡараш аша баға башлауы, күп нәмәләрен шик аҫтына ҡуйыуы һәм үҙенең төп асылына ҡайтырға маташыуы бөгөнгө “нескә мәсьәлә”нең – “зәңгәр аҙғындар”ҙың әүҙемләшеүенә лә бәйле… Тарих шуны күрһәтә: рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәре юйылған дәүләт деградацияға дусар була, юҡҡа сыға. Рим империяһы, Боронғо Грек дәүләте быға аныҡ миҫал. Европа ла бөгөн шул уҡ яҙмышты ҡабатларға йыйына: Голландиялағы рәсми фәхишәлек, еңел наркотиктарҙы һатыуға рөхсәт тураһында әйтеп тораһы ла түгел, элек-электән ысын джентльмендар иле тип һаналған Англия лордтары хәҙер “кейәүгә сығырға” хоҡуҡ яуланы. Франция президенты әллә үҙе лә “тегеләрҙән” инде… Башлыҡ булыуына бер ай ҙа тулманы, енси аҙсылыҡ вәкилдәренә никахлашыуға ризалыҡ бирҙе! Хатта ки был хәшәрәтте күҙәтеүсе беҙҙең “Берҙәм Рәсәй”ҙәр, аптыраштарынан, “бәлиғ булмағандар араһында гомосексуаллекте пропагандалауҙы тыйыу хаҡында” ҡанун ҡабул итеүҙе күтәреп сыҡты һәм иҫке-яңы президент, һис шикләнмәйенсә (һәр хәлдә шулай тойолдо), уны раҫланы. Әлбиттә, быларҙың береһе лә бушҡа түгел. Сөнки заманында Гитлер генералдарының береһе әсирлеккә төшкән рус ҡыҙҙарының күбеһе ғиффәтле булыуын белгәс тә, һуғышта еңәсәктәренә шикләнә башлаған, ти. Ә ярты быуаттан, “һоро чума”ны еңеп, донъяны мәғариф, фән, сәнәғәт уңыштары менән үҙ идеяһына ышандыра яҙған СССР-ҙы эротик фильмдар, кока-кола, джинсы һәм башҡа поп-мәҙәниәт атрибуттары менән тубыҡҡа теҙләндерҙеләр.
Бөгөн яңынан тиңдәр араһында тиң булып маташҡан Ватаныбыҙҙы кире хәйерсе хәленә ҡалдырырға маташыу бара. Был аяуһыҙ һуғышта дошман авангарды ролен ЛГБТ-йәмәғәттәр (лесбиянка, гей, бисексуал, транссексуал) үтәй. Һуңғы осорҙа тап ошо теманы милләт-ара мөнәсәбәттәргә, спорт байрамдарына ҡыҫтыра башлауҙары хәүефһеҙлек тыуҙырмай ҡалмай, әлбиттә. Әтрәғәләмдәрҙең тамам шашынып Сочиҙа үтәсәк олимпиадаға бойкот талап итеүҙәре, еңел атлет-һылыуыбыҙ Елена Иҫәнбаеваның бер енесле никахтар тураһындағы сәнскеле һорауҙарына биргән яуабына ҡаршы мәғлүмәти һәм административ баҫымдары хайран ҡалдыра. Был яһалма ғауғаға билдәле Америка сәйәсмәндәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡыҫылыуы ла “оҫта утын ярғанда, баҡа ботон ҡыҫтырған” кеүек. Улар Рәсәйҙе, балаларҙы бөгөнгө көн боҙоҡлоҡтарынан ҡурсалаусы ҡануны өсөн, Өсөнсө Рейх менән сағыштыра һәм “демократия”, “граждандар хоҡуғы”, “һайлау азатлығы” соусы аҫтында беҙгә “гомосексуализм – яҡшы” тигән идеяны һатып маташа. Кемгә нисектер, әммә Рәсәй ерлегендә көн күреүсе халыҡтарҙың генетик хәтеренә һеңгән әхлаҡи кодексҡа ярашлы, бөгөнгө Европаның туйып һикереүҙән ғибәрәт енси аҙғынлығы, үҙҙәренең ауырыуҙарын аҡлау өсөн беҙгә лә һеңдереп маташҡан ялған ҡиммәттәре ерәнестән башҡа тойғо тыуҙырмай.
Ошо ваҡиғалар янында Дәүләт Думаһының шикләнмәйенсә “зәңгәрҙәр пропагандаһы – законһыҙ” тип хәл итеүе оло ихтирамға лайыҡ. Бынан башҡа ла тағы әллә күпме ыңғай эштәр, башланғыстар хаҡында яҙырға мөмкин, тик уларҙы күреү һәм ҡабул итеү теләге генә кәрәктер…
Һүҙ аҙағында. Күптәр үҙҙәренең үткән һайлауҙарҙа ҡуйған “ҡошсоҡ”тарына ҡарамаҫтан, күңеленә ятмаған фирҡә депутаттары уңышы хаҡында ишетеп асыуланалыр. Кәрәкмәй. Улар ил башында булғанда тетрәнеүҙәр, ҡырҡа үҙгәрештәр көтөлмәй тип әйтерлек. Шул сәбәпле йәмғиәттең төрлө даирәләре, рухи, фәнни, әхлаҡи донъяһы әҙме-күпме тотороҡло үҫеш алыу мөмкинлеге бар. Тик ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк. Сөнки тормоштоң аҫты өҫкә әйләнеүе (ә берәй икенсе фирҡә власҡа килеп инһә тап шулай буласаҡ та) төрлө үткенселәргә файҙалы. Улар үҙ амбицияларын тормошҡа ашырып, башҡаларҙың башына етәсәк. Быны ғына төшөнөү өсөн гений булыу кәрәкмәй, тарих менән бер аҙ танышып сығыу ҙа етә…
“...был илебеҙҙе һәм граждандарыбыҙҙы түбәнһетеү. Беҙ Европа илдәре һәм башҡа дәүләттәрҙән айырылабыҙ. Рәсәй ҡанундарын бөтәһе лә хөрмәт итергә тейеш. Рәсәйлеләр үҙ халҡы өсөн борсола: әгәр уларға урамда нимә теләйҙәр шуны эшләргә рөхсәт итһәк, милләт булараҡ юҡҡа сығасаҡбыҙ. Сөнки беҙҙә нормаль йәмғиәт, унда ирҙәр ҡатындарҙы кәләш итеп ала, ә башҡа төр никахтар аҙғынлыҡ һанала...” Шоңҡар журналынан.