Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Август 2019, 15:34

ФОТОҒА ТӨШӨРӨҮ – МӨХӘББӘТКӘ ТИҢ

Һәр ваҡыт киләсәккә табан ынтылған ҡыҙыҡлы, һәләтле кешеләр менән аралашыу минең өсөн оло бәхет һәм мәртәбә. Улар үҙҙәрен сикләмәй, нимә генә, нисек кенә булмаһын, бер урында тапанырға яратмай. Ундайҙар әллә ҡайҙан күҙгә ташлана: ғәҙәти түгелдәр, ҡыҙыҡһыныу менән донъяны таныйҙар, зауыҡлылар; башҡаларҙан айырылып тора. Шундай һирәктәрҙең береһе – иҫ китмәле фотограф Кинйә ҠОТЛОҒОЛОВ.

Ялҡаумын, әммә тик ята алмайым

– Кинйә, фотоға бындай ҡыҙыҡһыныуың ҡайҙан килә? Эргә-тирәңдәге мөхит быға йоғонто яһанымы? Ни өсөн тап фото төшөрөү?
– Атай-әсәйем фотограф тип әйтергә теләр инем, әммә юҡ, улай түгел. Һөнәрем буйынса төҙөүсе булырға тейеш инем. Яҙмыш ҡушыуылыр, бала саҡтан атай-әсәйем тәбиғәттең матурлығын күрергә, тормоштоң һәр мәленән ҡәнәғәтлек алырға һәм ваҡ ҡына деталдәргә лә иғтибар итергә өйрәтте. Беҙ йыш ҡына сәйәхәт итә, тәбиғәткә сыға инек. Һәм минең шул мәлдәрҙе, хозурлыҡты һаҡлап ҡалғы килә торғайны. Был хаҡта әлегә тиклем уйланғаным юҡ ине, бәлки, атайымдың видеоға төшөрөргә яратыуы миңә күскәндер. Сөнки бала табыу йортонан сыҡҡандан алып тормошомдағы һәр мәлем – илағаным, ашарға, атларға өйрәнеүем, йығылғаным, уйнағаным – видеояҙмаларҙа һаҡланған. Бының өсөн атайыма рәхмәтлемен. Миңә ҡалһа, күптәр бала саҡ мәлдәрен тергеҙә алмай, ә был бик ҡиммәт.
Фотоға төшөрөү, сөнки миңә оҡшай һәм эш барышынан, төшөргән кешеләр менән аралашыуҙан ләззәт алам!
– Фотоларың бик ҡыҙыҡ. Махсус уҡыныңмы, әллә был талант һөҙөмтәһеме? Уңыш 99 процент тырышлыҡтан тора, тигән фекер менән килешәһеңме?
– Фотоға төшөрөргә өйрәткән уҡыу йортона эләгеүемде шулай уҡ яҙмыш бүләгелер тип уйлайым. Юҡ, фотографтар университеты түгел, ә фотоклуб ойошторған Төҙөлөш университеты – барыһы ла тап шунда башланды. Бөтә нәмәне лә рәттән төшөрә инем. Аҙна һайын фекер алышыу өсөн йыйылабыҙ һәм беҙгә ҡайһыһы һәйбәт, ҡайһыһы насар икәнен әйтәләр. Артабан Роман Мәхмүтов нигеҙ һалған LookBook фото агентлығында эшләнем. Ундағы 3 йыл эсендә 300-ҙән ашыу фотосъемка уҙғарҙым. Улар араһында хоккей (КХЛ) ҙа, матурлыҡ бәйгеләре лә, Рәсәй йырсыларының концерттары ла булды. Был хеҙмәт кенә түгел, ә ысын мөхәббәт. Түләмәйҙәр икән, ярай, эшебеҙҙе 100 процентҡа башҡарабыҙ – төп бүләк социаль селтәрҙәге “лайыҡ”тар һәм баһалар. Әйткәндәй, тәүге фотоаппаратымды тулыһынса тиерлек үҙ аҡсама алдым. Аныҡлап әйткәндә, 13 меңе үҙемдеке, ҡалғанын атай-әсәйем өҫтәне, фотоаппарат 20 мең һум тора ине. Шул саҡта эшҡыуарлыҡ әүәҫлегем барлыҡҡа килде лә инде: микронаушниктар эшләп, университетта һаттым. Аҡса ла эшләнем, күптәрҙе уҡыуҙан ҡыуылыуҙан да ҡотҡарҙым J.
– Ниндәй күренештәрҙе төшөрөү күңелеңә нығыраҡ яҡын? Илһамды ҡайҙан, кемдән, нимәнән алаһың?
– Ысын хис-тойғолар, драйв булған сараларҙы төшөрөргә яратам. Үҙем үтә дәртле түгелмен, әммә эргә-тирәләге энергияны тоям, шуларҙы тотоп алыуға өлгәшәм. Илһамды иһә иң яҡшыларҙан алам, үҙем дә нисек улар һымаҡ төшөрөргә икән тип уйланам. Әле камиллыҡ юлындамын ғына тип уйлайым.
Фотоға төшөрөү – һинең өсөн?..
– Мөхәббәт. Әгәр тотонам икән, тулыһынса үҙемде бағышлайым һәм ҡәнәғәтлек алырға тырышам.
– Күптән түгел «Saycheese» ижади проектыңды булдырҙың. Күберәк төбәктәрҙә команда менән эшләүҙе күҙ уңында тотаһың, аңлауымса. Бүтән ижади кешеләр менән бер проект булдырыу ауыр түгелме?
– Үҫешергә һәм яратҡан шөғөлдәрен башҡарырға теләүсе кешеләрҙе берләштереү тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Үҙем эксклюзив съемкалар ойоштороу һәм уҡытыу менән мәшғүлмен. Эшҡыуарҙар аңлар: иң ҡыйыны – бар күңелен һалып эшләгән яуаплы белгестәр табыу. Был йәһәттән миңә уңыш йылмайҙы, коллективым менән ҡәнәғәтмен. Проекттар эшләү ауырмы? Юҡ. Эште мөмкин тиклем еңелләштерергә тырышам. Фотографҡа һуты эләгә – бара һәм төшөрә. Ә фотоларҙы икенсе кеше эшкәртә – был эш барышын еңеләйтә һәм тиҙәйтә.
– Һәр кемдең донъяла үҙ тәғәйенләнеше була, әммә уны аңлау, табып алыу еңелдән түгел. Кемдер ғүмер буйы эҙләй, әммә таба алмай, кемдер был хаҡта уйлап та бирмәй. Ә кемдер үҙ юлын табып, яратҡан шөғөлө менән булыша. Ошо һуңғыларына индерергә буламы һине?
– Нисек кенә быны таныуы күңелһеҙ булмаһын, эш аҡсаға барып төртөлә. Беҙ яратҡан шөғөлгә ҡарағанда, аҡса эшләү өсөн йәшәйбеҙ, юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән эшкә урынлашыр өсөн уҡыйбыҙ. Күңелемә ятҡан шөғөлөмдө таптым, әммә аҡса эшләү өсөн төшөргәнгә ҡарағанда ҡәнәғәтлек алыу өсөн төшөргөм килә.
– Аҡса ла, ҡәнәғәтлек тә килтергән эште нисек табырға һуң, нисек уйлайһың?
– Үҙеңә һорау бирергә кәрәк: аҡса һәм ваҡыт бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмаһа, нимә менән шөғөлләнер инең? Был эште бушлай эшләй алһаң һәм ләззәт кисерһәң – был шөғөл тап һинеке! Артабан: уңыш – 99 процент тырышлыҡ. Аҡса үҙенән-үҙе килә.
– Белеүемсә, фотоға төшөрөү һинең өсөн күберәк хобби, ә үҙең яңы ҙур бизнес эҙләү өҫтөндәһең. Төрлө ысулдар ҡулланаһың: яңы йыл байрамы алдынан фейерверктар һаттың, 8 мартта – ләләләр. Һәм һәр ваҡыт уңышҡа өлгәштең. Нимә хәрәкәткә килтерә һине? Артабан нимә көтөргә?
– Ижади эшмәкәрлектә иң мөһиме – янмау, эшкә ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтмау. Көн һайын, хатта көнөнә бер нисә съемка уҙғарған мәлдәр булды. Көн аҙағына, барыһы ла ялҡытты, тип уйлайһың. Бушлай проект бирегеҙ, тип уйлай инем. Ә фейерверк һәм сәскәләр – үҙе бер мажара. Үҙемә ҡуйған һынау ине ул. Бәләкәй саҡта әсәйем яҡшы уҡығандарға тиңләшергә һәм йырып сыҡмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар юҡ, тип өйрәтте. Ә был осраҡта үҙемдең генә хәлдән килерлек түгел ине. Әммә барыһы ла килеп сыҡты, һатып бөттөк. Мин ялҡаумын, әммә тик ята алмайым. Эргә-тирәләгеләргә ҡарайым, уңышлы кешеләр бик күп, ни өсөн миңә лә улар һымаҡ булмаҫҡа?

Беренселеккә ынтылыу һәм ярышыу теләге йөрөтә

– Нисек уйлайһың, үҙеңдең ҡорҙаштарыңдан ниндәй сифаттарың менән айырылаһың һәм яңы үрҙәр яулау өсөн башҡорт йәштәренә нимә етмәй?
– Бүтәндәрҙән бер яғым менән дә айырылмайым. Ялҡауланам, икеләнәм, тотороҡлолоҡ һәм аҙ эшләп күпкә өлгәшергә теләйем. Әммә был күңелһеҙ.
Ысынында һәр кем нимә эшләргә кәрәклеген белә. Улай ғына ла түгел, уңышлы эшҡыуарҙан да яҡшыраҡ белә. Тик уларҙың араһында бер айырма: бизнесмен тәүәккәлләй, ә ул юҡ. Хаталаныу – ғәҙәти икәнен аңларға һәм тотонорға ғына кәрәк.
– Ошондай шәп замандашты кемдәр тәрбиәләне икән?
– Атайым – спортсы рухы, әсәйем – көслө таяныс, ағайымдар – терәк һәм өлгө.
Атайым спортсы, еңел атлетика менән шөғөлләнә, байтаҡ наградалар призеры, һәр ваҡыт хәрәкәттә, тик ултыра алмай. Бәләкәйҙән даими рәүештә йә саңғыла шыуҙыҡ, йә йүгерҙек, йә походҡа, йә балыҡҡа йөрөнөк. Хәҙер ҙә был шөғөлдәребеҙ йыш ҡабатлана. Беренселеккә ынтылыу һәм ярышыу теләге ҡалған миндә.
Әсәйем бик наҙлы һәм мәсьәләләрҙе хәл иткәндә һығылмалы кеше. Ниндәй генә проблема булмаһын, хәл ителеү юлы бар, иң мөһиме, ҙурға ебәрмәҫкә тигән ҡарашта ул. Атай-әсәйемдең ярҙамы һәм миңә ҡарата ышанысы ниндәй ҙур роль уйнағанын әле генә аңлайым. Теге йәки был эшең үтә һәйбәт килеп сыҡмаһа ла, уларҙың афаринлап тороуы ныҡ илһамландыра һәм артабан тағы ла яҡшыраҡ эшләге килә. Ике ағайым барлығына һәр ваҡыт ғорурланам. Улар минән күпкә талантлы, киләсәктә берләшеп, дөйөм проект эшләгем килә.
– Атай-әсәйең һиңә өлгө булған, тимәк?
– Эйе, улар әле лә мине ғәжәпләндерә. Хаҡлы ялда булһалар ҙа миңә ҡарағанда тормоштары ҡыҙығыраҡ. Көн һайын ҡайҙалыр баралар. Һыйыр, йылҡы малы, һарыҡ тоталар. Атайымдың умарталығы бар. Төрлө үләндәр йыйып, сәй әҙерләргә лә өлгөрә улар.
– Журналыбыҙҙы уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
– Ҡайһы бер нәмәләрҙе ниңә иртәрәк эшләп ҡараманым икән, тигән үкенесем бар. Шуға ла бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмағыҙ һәм хыялығыҙға ынтылығыҙ, тип әйткем килә.
Был донъя күп төрлө идеялар һәм ҡыҙыҡлы кешеләргә бай. Аҙым һайын еңеүгә мөмкинлектәр сығып тора. Әлеге геройым кеүек кешеләр бер минутын да әрәм итмәй, һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ эҙләй. Күптән түгел Кинйә Элвин Грейҙы төшөрөп, үҙенең уй-ниәттәрен тормошҡа ашырып ҡайтты; илһам сығанағын эҙләп, яңы белем артынан ынтылғанда уңышҡа өлгәшкәндәрҙән өлгө ала. Үҙе лә күптәргә үрнәк булырҙай. Уға уңыштар теләйем һәм хыялдарының мотлаҡ тормошҡа ашырына ышанам. Шоңҡар журналынан.




Читайте нас: