Һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен чернобылселәрҙең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлаған «Чернобыль союзы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы индергән. Һәйкәл булдырыуҙа һәм уны ҡуйыуҙа меценат Артур Хажиғәлиев ҙур ярҙам күрһәткән. Скульптура бронзанан яһалған, авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.
Бөгөн «Торатау» конгресс-холында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам, шулай уҡ чернобылселәр йәмәғәт ойошмаларының республиканың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүе тураһында түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Атап әйткәндә, шифахана-курорттарҙа дауаланыу, пособиелар һәм түләүҙәр, ошо категорияға ҡараған граждандарҙың власть органдары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. Хеҙмәт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, хәрби госпиталдәр, Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы вәкилдәре төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.