Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2019, 11:34

Һыйыр ниңә тибешә?

Һәйбәт кенә һауҙырып торған һыйыр кинәт тибешә башлай. Сәбәбе нимәлә һуң?

Был йыш ҡына һыйырҙың елене, имсәк башы тирәһе ауыртыуға бәйле була. Ҡарап тороуға ул әллә ни һиҙелмәҫкә лә мөмкин, әммә имсәк башы йә ҡояшта янған, йә елдән ярылған булыуы ихтимал. Имсәктәрҙең тиреһендә май биҙҙәре юҡ, шуға күрә ул быҙау имгән ваҡытта уның һеләгәйендәге махсус матдәләр һәм һөттәге май менән ҡаплана. Шул сәбәпле, быҙауҙы айырғандан һуң, имсәктәрҙе тәрбиәләп ҡуйырға кәрәк. Күптәр бының өсөн мал майы ҡуллана, әммә ул әллә ни яҡшы ысул түгел, сөнки тиренең һығылмалылығын ғына арттыра, ә бик ваҡ ярыҡтарға ингән микробтарҙан һаҡламай. Ваҡытлыса ғына еңеллек бирә торған вазелинды ла шундай уҡ сәбәп арҡаһында ҡулланырға кәңәш ителмәй. Хәҙер күп төрлө махсус майҙар һатыла. Мәҫәлән, “Зорька”, “Буренка”... Һыйырҙың имсәктәре ярылып яфалағанда, шуларҙы алырға мөмкин.


Бынан тыш, елендең ауыртыуы артыҡ ҡаты тартып һауыуға ла бәйле булыуы бар. Был осраҡта имсәктәрҙең тиреһе лә, лайлалы тышсаһы ла, төп туҡымаһы ла ауырта.


Һыйыр елененә яҡын килтермәй, ә һауырға кәрәк – был осраҡта нимә эшләргә һуң? Әгәр “өгөтләү” һәм тауыш күтәреү ярҙам итмәй икән, ваҡытлыса сара булараҡ, бәйләп ҡуйырға мөмкин. Бының өсөн:


1) артҡы аяҡтары бергә бәйләнә;


2) артҡы аяғының береһе йәки икеһе лә иҙәнгә ҡағып ҡуйылған әйбергә бау менән беркетелә;


3) алғы аяғы нимәгә булһа ла тарттырып бәйләнә, бауҙы һыйырҙың кәүҙәһенә бер нисә ҡат урарға ла мөмкин;


4) һауған ваҡытта бер кеше баш бармағы менән морон бүлгеһенә баҫып тора.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: