Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2019, 11:36

“Иҙәнде йыумаһаң, автобус ҡуҙғалмаясаҡ!”

Свердловск өлкәһе прокуратураһы бәлиғ булмаған баланың хоҡуҡтарын боҙоу осрағы буйынса тикшереү башлаған.

Рейс автобусында барған 8—9 йәштәр тирәһендәге малай ҡапыл үҙен бик насар тойоп, уҡшый башлай. Кондуктор уның телефонын тартып алып, иҙәнде таҙартырға ҡуша. Пассажирҙар шаулашып ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башлағас, телефонын кире бирә. Водитель коллегаһына ярҙамға ташлана, автобусты туҡтатып, малайға иҙән йыуырға ҡуша.


Маршрутты хеҙмәтләндергән компанияла хәлде асыҡларға вәғәҙә итәләр. Бындай хәлдәрҙә автобусты линиянан алып, паркка йыйыштырыу өсөн ебәрәләр, тип аңлатҡан етәкселәр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: