Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2019, 11:31

Еләк ултыртабыҙ

Баҡса еләген июль аҙағынан сентябрь башына тиклем ултыртырға ярай. Баҡса еләге өсөн көньяҡ-көнбайыш яҡта ҡояшлы, ел иҫә торған урын кәрәк. Үҫемлек йылылыҡ, яҡтылыҡ ярата, емештең баллылығы шуға бәйле.

Баҡса еләгенең урынын дүрт йыл һайын алмаштырып торорға кәрәк. Еләклеккә бейек түтәл яҡшы, сөнки үҫемлек төбөнә һыу йыйылыуҙы, еүеш урынды яратмай, бәшмәк ауырыуҙарына бирешә башлай. Ҡайһы бер баҡсасылар еләкте бәрәңгенеке кеүек бейек бураҙна яһап ултырта. Былай һыуҙы бураҙна буйлап һибеү, ашлау уңайлы буласаҡ. Бер квадрат метрға биш килограмм иҫәбенән серетмә, 100 грамм суперфосфат, 50 грамм калийлы ашлама кертергә кәрәк.


Баҡса еләген һарымһаҡ, һуған, йәшел тәмләткестәр (петрушка, әнис, салат, кинза, базилик), ҡуҙаҡлылар, кәбеҫтәнән бушаған түтәлдәргә ултыртырға ярай. Уҙған йыл бәрәңге, помидор, баклажан, борос, ҡыяр кеүек йәшелсәләр үҫкән урында еләклек яһамағыҙ.


Баҡса еләген 20х60, 30х60,40х60, 40х70 квадрат сантиметр схемаһы менән ултыртырға була. 20 – 30 сантиметр ара ҡалдырғанда, беренсе уңыштан һуң иң ныҡтарын ғына ҡалдырып, үҫентене һирәкләтергә кәрәк.


Үҫенте кәмендә өс сәләмәт япраҡлы, нескә үҙәкле булырға тейеш. Үҙәге ҡалын икән, тимәк, ул ҡарт. Ултыртҡанда үҙәген күмергә ярамай, юғиһә үҫенте терелеп китә алмай.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: