Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2019, 20:05

Екатеринбург – беҙҙең менән!

Бөгөн республикабыҙҙың баш ҡалаһында милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй субъекттарының делегациялары осрашыуҙары башланды, улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сессияһы эшендә ҡатнаша.

Ҡунаҡтар араһында Свердловск башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, ойошманың спорт йүнәлеше өсөн яуаплы Петр Селянин да бар.


– Өлкә ҡоролтайында ағза булып 2003 йылдан торам. Сығышым менән Башҡортостандың Балтас районынанмын. Ошондай сараларға ысын күңелдән киләм, кәйеф күтәренкелеге кисерәм, сөнки беҙ бер дәүләттә йәшәйбеҙ, маҡсаттарыбыҙ ҙа, проблемаларыбыҙ ҙа уртаҡ. Ошондай форматтағы осрашыуҙар һәр төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең төрлө юлдарын табырға ярҙам итә.


Свердловск өлкәһендә яҡташтарыбыҙ бик күп йәшәй. Улар ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнаша, һәр кем хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә. Был төрлө йүнәлештәргә ҡағыла: спорт ярыштары, мәҙәни саралар, рухиәтте һаҡлау ысулдары...


Башҡортостандың ярҙамын, иңен һәр саҡ тойоп йәшәйбеҙ. Бөгөнгө сараға килгәндә, беҙ республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса килдек. Һис шикһеҙ, был – иҡтисади, мәҙәни-рухи, социаль йүнәлешле төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе яңыртыуға, сағыуландырыуға табан яһалған ҙур аҙым. Ғөмүмән, үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәү өсөн кешенең милләте бөтөнләй мөһим түгел. Бигерәк тә, Башҡортостандан ситтә йәшәгәндә ошо ғәмәл ҡиммәтле. “Яҡташ” һүҙе үҙ эсенә барлыҡ ынтылыштарҙы, кисерештәрҙе ала. Мәҫәлән, рус милләтенән булһам да, ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашам, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн дә үҙ өлөшөмдө индерәм.


Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ҡоролтай милли спорт төрҙәрен тергеҙеүгә һәм һаҡлауға ҙур өлөш индерә: көрәш, хәрби уҡтан атыу кеүек ғәмәлдәр ифрат популяр була бара.



Читайте нас в