Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2019, 19:57

Бында һеҙҙең тыуған йортоғоҙ!

Республикабыҙҙан алыҫ йәшәгән башҡорттар менән бәйләнештәрҙе нығытыу – төбәк етәкселеге хәл иткән төп мәсьәләләрҙең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа был йүнәлеш һүлпәнәйә төшкәйне. Бөгөн иһә хәлдәр башҡасараҡ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Торатау” конгресс-холында төбәктәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашыуҙа, иҡтисади һорауҙар менән бер рәттән, уларға ярҙам итеү мәсьәләләре тураһында ла һөйләште.


Ил төбәктәрендә туған телде өйрәнеү, мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлау буйынса эш алып барыласаҡ. Алты төбәктән килгән ҡәрҙәштәребеҙ Радий Фәрит улына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса һорауҙар бирҙе һәм тулы яуаптар алды. “Башҡортостан Республикаһы – һеҙҙең тыуған йортоғоҙ ул”, – тине республика етәксеһе.

Читайте нас: