Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2019, 20:17

“Аралар тағы ла яҡынайҙы”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сессияһы эшендә Силәбе өлкәһенең Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Венера Аҡмөхәмәтова ла ҡатнаша:

– Сығышым менән Ҡурған өлкәһенәнмен, байтаҡ йылдар Силәбелә йәшәйем, ике тиҫтә йыл тирәһе урындағы Башҡорт халыҡ үҙәгенә етәкселек итәм.


Миңә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булып ҡатнашыу форсаты тейҙе. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың докладын тыңлағандан һуң, күңелемдә ыңғай тойғолар уянды, сөнки етәксе, тәүге сиратта иғтибарын йәштәргә йүнәлтә, уларҙың киләсәген уйлай-хәстәрләй. Иң мөһиме – уларға эшләү һәм йәшәү өсөн шарттар тап республикала булырға тейеш тигән фекере урынлы һәм ваҡытлы, тип уйлайым.


Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә иғтибар артыуын, аралар яҡынайыуын тойҙоҡ. Хәйер, бәйләнештәр һәр саҡ булды һәм буласаҡ, әммә бер осор ошо күренеш бер аҙ тоноҡланып ҡалғайны.


Беҙ балалар һәм йәштәр менән эшләүгә, йәш быуында туған телгә, халҡының
тарихына һәм мәҙәниәтенә һөйөү уятыуға ҙур иғтибар бүлергә тырышабыҙ,
сөнки рухиәттең нигеҙе бала саҡтан уҡ һалына. Башҡортостандан беҙ ниндәй
ярҙам көтәбеҙ? Туған телдә китаптар, дәреслектәр, методик әсбаптар
булһа, беҙҙең эшебеҙ күпкә һөҙөмтәлерәк булыр ине, – ти Венера Тимерхан
ҡыҙы.
Читайте нас: