- Үҙ техникаһына етди ҡараған граждандар бар, әлбиттә. Был планда мин Ҡарағош, Баҡый ауыл биләмәләре тракторҙары хужаларын билдәләп үтер инем, - тип һөйләй Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Стәрлебаш районы буйынса сектор мөдире Минияр Насиров, беҙ уҙған аҙна уртаһында уның менән бергә бер нисә ауыл пункттары территорияһы буйлап рейд үткәрҙек.
Беҙҙең ҡаршыға беренсе булып Ҡабыҡҡыуыш ауылында йәшәүсе осраны.
- Ул намыҫлы кеше, техникаһына иғтибарлы ҡарай. Әммә тикшереп ҡарайыҡ.
Инспектор хаҡ булып сыҡты: документтары тулыһынса тәртиптә, тракторы төҙөк хәлдә. Мостафа ауылында йәшәүсе сираттағы трактор эйәһе лә шундай уҡ яуаплы булып сыҡты.
Артабан Түбәнге Аллағыуат янындағы бесән баҫыуына сыҡҡан ике берәмек техника тикшерелде. Трактор хужаларының береһенең документтары үҙе менән юҡ ине.
- Юғалтырға ҡурҡып, өйҙә ҡалдырҙым, - тип аҡланды ул. Һуңынан трактор хужаһының сираттағы техник тикшереү срогын үткәреп ебәреүе, һәм таныҡлыҡты алмаштырмауы асыҡланды. Шулай итеп, уға ике протокол төҙөлдө. Уға теркәлеүһеҙ йөрөгән өсөн һәм элегерәк ике иҫкәртеү алған икенсе трактор хужаһына ла 1500шәр һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.
Артабан Минияр Насиров Һарайҫа ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ер һөргән механизаторҙың да документтарын тикшерҙе. Уға бер ниндәй ҙә шелтә булманы.
Йәлембәт аулында урындағы фермер хужалыҡтарының береһенеке булған яңы Беларус 82 тракторы ҡаршыға осраны. Техника эйәһенә техник тикшереүе һәм страховкаһы булмағаны өсөн штраф түләргә тура киләсәк.
«Трактор» операцияһы 15 июлдә башланды һәм 16 авгусҡа тиклем дауам итә. Минияр Рафаэль улы һүҙҙәре буйынса, 8 авгусҡа ҡарата 104 берәмек техника тикшерелгән, нигеҙҙә, техник тикшереү үтмәү һәм транспорт сараһына техник тикшереүе һәм тракторсы-машинист таныҡлығы булмайынса идара итеү сәбәпле, 14 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән.
Үҙйөрөшлө машиналар эйәләре техниканы теркәү, йыл һайын техник тикшереү үтеү - уларҙың бурысы булыуын аныҡ аңларға тейеш, сөнки махсус техника, башҡа һәр төрлө техника кеүек үк, юл хәрәкәтендә тиң хоҡуҡлы ҡатнашыусы.
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.