Стэрлебаш шишмэлере
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 10:59
Табылғандар!
9 августа Силәбе өлкәһенең Минйәр ауылынан бер ҡатын, ете йәшлек һеңлеһе менән урманға емеш-еләк йыйырға сығып, юғалғайны.
Бөгөн апалы-һеңлеле икәүҙең тере булыуы һәм табылыуы асыҡланлы. Улар аҙашҡан, өйгә ҡайтыр юлды тапмаған. Был хаҡта “Лиза Алерт Башҡортостан“ эҙләү-ҡотҡарыу отрядының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә әйтелгән.
Ҡатын кеҫә телефонының заряды бөткәнгә тиклем үҙҙәренең яҡынса ҡайҙалығы һәм тере булыуҙары хаҡында хәбәр итеп өлгөргән. Һуңғараҡ уларҙың Мясниковка ауылы эргәһенә сығыуы асыҡланған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/tabyl-andar/
Читайте нас: