Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 10:54

Салауаттың әсәһе Үтәш ауылынанмы?

Бер ҡараһаң, батыр, шағир, Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалыусыларҙың береһе Салауат Юлаев шәхесе хаҡында барыһы ла әйтелгән, уның ойоштороусы, яугир һәләте, шиғри оҫталығы өйрәнелгән дә кеүек, әммә әленән-әле йәш быуын да Салауатыбыҙ тураһында яңы мәғлүмәттәр таба, фекерен әйтә.

Йәш быуын вәкиленән булған тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең береһе Рөстәм Сәғиҙуллин батырҙың шәжәрәһен, уның туғанлыҡ ептәрен өйрәнеп, Салауаттың әсәһе Балаҡатай районының Үтәш ауылынан булыуы бик ихтимал, тигән фекер әйтә.


“Ҡулға алынғас, Салауат Өфөлә бабаһы Сағыр Үтәшев менән күрешә. Ул сығышы менән Бала-ҡатай улысының Үтәш ауылынан була. Батыр хатта һалдат Яким Чудинов аша Шайтан-Көҙәй улысына алып сығыу хаҡында хат тапшырыуға ла өлгәшә. Әммә Сағыр хатты икенсе кешегә биреп, ул власть ғәскәрҙәре ҡулына эләгә, “ – тип фекер йөрөтә Рөстәм. Әйткәндәй, был хаҡта Салауат Юлаев тормошон өйрәнгән ғалимә Инга Гвоздикованың “Салауат Юлаевты тикшереү барышы” мәҡәләһендә асыҡ яҙыла (“Крестьянство и крестьянское восстание в Башкирии в 17 и начала 20 веков. Уфа, 1981, 86-87 стр.”).


“Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабының “Ҡатай” томында Сағыр Үтәшев тураһында бик ҙур мәҡәлә бирелә. Уға нигеҙләп әйтә фекерен йәш ғалим. Әйткәндәй, уның был хаҡтағы мәҡәләһен “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ!


Читайте нас: