Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 11:11

Мут башлыҡтың эҙенә төшкәндәр

Иглин районы хакимиәтенең элекке башлығын һәм элекке архитекторын законһыҙ ер һатыуҙа һәм муниципаль контракттар менән мутлыҡта ғәйепләйҙәр.

Район етәксеһе Өфө эргәһендәге 400 гектар ерҙе законһыҙ рәүештә уңлы-һуллы өләшкән. 2011 йылда муниципаль ҡарамаҡтағы 24 гектар майҙанды карьер өсөн 47 мең һумға ғына һатҡан. Был алыш-биреш 2 миллион һумлыҡ зыян килтергән. 2012 йылда 268 гектар ерҙе конкурсһыҙ ғына 8 мең һумға ҡуртымға биргән, ә уның ысын хаҡы 5,5 миллион һум тора. 45 сутый өс участканы иһә ул шәхси ҡулдарға бушҡа биргән. 2013 йылда 55 гектар майҙанды фермерға миллион һумға ғына һатҡан. Ҡаҙнаға килтерелгән юғалтыу күләме – 148 миллион һум.


Муниципаль контракт төҙөгәндә лә вазифаһын файҙаланған башлыҡ. Баш архитекторҙың да муниципаль контракттар өлкәһендә мутлыҡтары асылған.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, элекке чиновниктар ғәйептәрен танымай. Енәйәт эше Иглин район-ара судына ебәрелгән.

"Башҡортостан" гәзитенән.


Читайте нас: