Шунан ипләп кенә опекаға бала алыу тураһында уйлана башланым. Сайттарҙан ҡарайым, кәрәкле документтарҙы өйрәнәм – беҙ опекунлыҡҡа тап киләбеҙ һымаҡ. Башҡортостанда ла балалар күп икән, шуларҙы ла ҡарап сыҡтым, әлегә күңелгә ятҡаны юҡ. Шөрләтә лә, нисек төптө сит кеше балаһын яратырға икән? Балалар йортонан алырғамы, приюттанмы, әллә яңы тыуғандымы? Үҙ ҡыҙыбыҙ ҙураймаҫ элек бер-ике бала алһаҡ, яҡшы булыр, тим. Иремә был турала өндәшмәнем. Риза булмаҫ, тип ҡурҡам. Уға нисегерәк, риза булырлыҡ итеп, был хаҡта әйтергә икән?
Рәзилә, 38 йәш.
Хәйерле көн, Рәзилә һылыу. Хатығыҙҙан оҙаҡ уйланып йөрөгәнегеҙ һиҙелә. Һәм һеҙ, һис шикһеҙ, бик урынлы һорауҙар бирәһегеҙ. Кеше балаһын – яҡындарығыҙҙың, таныштарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың – яратыуы, тупылдатып һөйөүе, супылдатып ҡына үбеүе, иркәләп-наҙлап, шунан ата-әсәһенә кире тоттороп, иркен тын алып ҡуйыуы рәхәт. Ризаһығыҙмы? Һеҙҙең дә күңелегеҙ булды, баланың да, уның ата-әсәһенең дә: бөтәгеҙ ҙә ҡәнәғәт һәм бәхетле. Ҡурсыуға алған балаларҙы ла “уйнап” туйғандан һуң кире ҡайтарған осраҡтар, йыш булмаһа ла, осрап тора. Үкенескә күрә, бындай осраҡтар һирәк тип тә әйтеп булмай.
Рәзилә, миңә һеҙҙең фекерегеҙ ҡыҙыҡ. Әйтегеҙсе, ни өсөн оло кешеләр баланы балалар йортона йә иһә приютҡа кире ҡайтарып ҡуя? Буласаҡ ҡабул итеүсе, йәғни “замещающая”, ғаилә махсус уҡыуҙар үтә, психологтар улар менән аралаша, баланың холоҡ-фиғеле менән таныштыра, үҙенсәлектәрен һөйләй. Опекундар уны бер нисә тапҡыр ҡунаҡҡа ғына алып ҡайта, туғандары-яҡындары менән таныштыра. Һәм... матур ғына башланған аралашыу ҡот осҡос фажиғә менән бөтә. Ололар өсөн, бәлки, был хәл тиҫкәре күңел кисерештәренә бәйле бер эпизод ҡына булһа, бала өсөн – фажиғә. Тимәк, унан тағы ла баш тарттылар... Артабан ни булырын күҙаллап тормайыҡ, тик нисек бар – шулай әйтеп үтәм: ҡапыл ғына, ниндәйҙер ҡаза арҡаһында етемлеккә дусар булған балаларҙы, ҡағиҙә булараҡ, туғандары ситкә ебәрмәй. Ә балалар йортонда, приютта кемдәр? Үкенескә күрә, балаларыбыҙҙың күбеһе асоциаль, йәғни имен булмаған ғаиләнән сыҡҡан. Иманым камил, Рәзилә, ул бәләкәстәр күргәнде (әгәр ҙә үҙегеҙ эскесе йә иһә наркоман ғаиләһендә йәшәмәһәгеҙ) бер ҡасан да күрмәгәнһегеҙ, белмәгәнһегеҙ, Аллаға шөкөр. Тик тап ошо юҫыҡта килеп сыға ла инде ҡытыршылыҡтар. Үҙ башынан үтмәгәнде, кисермәгәнде ололарға аңлауы, ҡабул итеүе ауыр. Баланы, әйтергә кәрәк, психикаһы ҡаҡшаған етемәкте, үҙ йорттарына индергәс, улар бөтөнләй “теҙген”де бушата: әйҙә, үҙе теләгәнсә йәшәһен, күрмәгәнен күрһен йәки, киреһенсә, “тын алмаҫлыҡ” итеп тарталар (шашып китмәһен, әйткәнде бер һүҙҙән тыңлаһын, тәртипле булһын). Ҡот осҡос тормош тәжрибәһе туплаған бала үҙ-үҙен яҡлай һәм һаҡлай белә. Беҙҙең ҡурсалаусы ғаилә ағзалары был турала онотоп ебәрә. Йәғни улар үҙҙәрен йәберләргә бирмәйәсәк! Аңлайһығыҙмы, Рәзилә? Мин һеҙҙе ҡурҡытмайым, ғаиләгеҙгә бала алмағыҙ, тимәйем, ә киреһенсә, әҙерләйем. Бала ҡабул итер алдынан уның йәшәү тарихын өйрәнеү, бәләкәс кенә йөрәгендә һәм күңелендә ниҙәр ятыуын аңлау зарур. Был категориялағы балаларға айырым, үҙенсәлекле мөнәсәбәт талап ителә. Яҡшы, аҡыллы, тыңлаусан, һау баланы кем дә ярата, ә бында... Сабырлығығыҙ самалы булһа, тәрбиәгә алырға ынтылмағыҙ. Һәр бер кешегә лә бирелмәй ул, шуны ҡабул итә белергә кәрәк. Һәм һеҙ бит яңғыҙ түгел, хәләл ефетегеҙ ни тиер? Уның уй-фекерен белмәйенсә, һөйләшмәйенсә, кәңәшләшмәйенсә булмайҙыр бит? Бәләкәс кенә булһа ла, ғаиләгеҙҙең тағы ла бер ағзаһы – ҡыҙығыҙҙан да рөхсәт кәрәк буласаҡ. Күңелегеҙ етемдәргә ярҙам итергә атлыға икән, берәй приют, балалар йорто менән дуҫлашып алығыҙ. Унда үткән төрлө проектта, сарала ихлас ҡатнаша алаһығыҙ, был тыйылмаған.
Рәзилә, киләсәгегеҙҙе яманға юрамағыҙ, зинһар. Бөгөнгөгөҙгә бағығыҙ. Сәскә кеүек балағыҙ, берәү генә булһа ла, тупылдап йүгереп йөрөй. Яратҡан ирегеҙ, таяныс-терәгегеҙ эргәгеҙҙә. Ғаиләгеҙ тулы, матур, һау һәм бәхетле. Ошо үҙе үк рәхмәтле булырға, шөкөр ҡылырға, бәхетле йылмайырға сәбәп түгелме ни? Алдағыһы... үҙегеҙ беләһегеҙ кем ҡулында икәнен. Шулай ҙа, киләсәк тураһында артыҡ борсолоп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен юғалта күрмәгеҙ.