Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 11:08

Һиҙгерлек бер кемгә лә ҡамасауламай

Һеҙҙән аҡса күсереүегеҙҙе йәки биреүегеҙҙе һораһалар, һиҙгерлек күрһәтегеҙ.

Һеҙгә “банк картаһының эшмәкәрлеге туҡтатылған” йәки “шунса суммаға түләү хупланған” тигән СМС-хәбәр килһә һәм шундай- шундай телефон буйынса шылтыратығыҙ тиелһә – ышанмағыҙ. Тимәк, һеҙ үҙегеҙҙең иҫәптән аҡсағыҙҙы алдаҡсылар кеҫәһенә күсерәһегеҙ.


Шулай уҡ, төрлө кредит ойошмаларының йәки банктарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәте эшселәре исеменән һеҙҙең банк картаһынан алдаҡсыларҙың аҡса урларға маташыуы хаҡында белдереүҙәре ихтимал. Улар һеҙҙең персональ мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм банк мәғлүмәттәрен һорап алырға тырышасаҡ.

Һиҙгерлек, уяулыҡ көн дә кәрәк!
Читайте нас: