Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 12:18

Эскә шыйыҡлыҡ тултырып ҡына ҡеүәтләнеп булһа…

Кеше күптән инде ашҡаҙанына төрлө нәмәләр тултырып ләззәтләнергә өйрәнгән. Ашаймы ул, эсәме, мөһим түгел, ә шул «эше»нән дәрт, көс алыуы мөһим инде. Ашауҙы ҡалдырып торайыҡ, ә бына эсемлектәрҙән ниндәйе шәп һуң? Йәштәрҙең байтағы, энергетик эсемлек (тоник тип йөрөтәләр), тип яуаплар, моғайын. Береһе ҡанатландыра, икенсеһе беҙҙең «аҡлы-ҡаралы» тормошҡа сағыулыҡ өҫтәй, өсөнсөһө хәҙер әйтеүе генә лә модалы һаналған адреналин «ҡоя».

Газлыһы, әҙ миҡдарҙа алкоголь ҡушып эшләнгәндәре бар. Бер банка эсәһең дә, өр-яңынан тыуғандай булып, артабан йәшәй башлайһың. Батарейканы рекламалаған ҡуян кеүек, һәр ерҙә һин беренсе, арымайһың да, туҡтамайһың да. Эйе, әлеге эсемлектәрҙе лә тап шундай итеп рекламалайҙар бит. Алкоголһеҙ энергетик эсемлектәр һатыу Рәсәйҙә йылына 20 миллион литр менән иҫәпләнә. Йәнә лә энергия бирә торған алкоголле коктейлдәр ҙә киң таралды. Шул уҡ ваҡытта энергия биргәс, уны ҡулланыусылар араһында артыҡ уңыш ҡаҙанғандар артманы. Киреһенсә, дауаханаларға эләккән егет-ҡыҙҙар ҙа осрай. Күп эсеп. Беҙҙә туҡтай алмау йолаһы бар.

Нимә ул?

Көнбайышҡа «рәхмәт»! Беҙҙе нимәгә генә өйрәтһә лә, ауыҙҙы асып ҡабул итәбеҙ һәм аҙаҡтан үҙҙәренән дә арттырып ебәрәбеҙ. Энергия бирә торған эсемлектәр ҙә беҙгә шул яҡтан килде. Ҡасан, тип һорамаһағыҙ ҙа була. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында иреккә сыҡты бит ил халҡы. Күп йүнһеҙлек шул ваҡытта башланды. «Энергетиктар»ҙы ла тәүҙә еңел наркотик итеп эскәндәр. Башлыса йәштәр. Әле лә шулай. 20 - 30 йәштәрҙәге егет-ҡыҙҙар. Үҙҙәре әйтеүенсә, әүҙем тормош алып баралар, модалы һәм стиллеләр, килемдәре уртасанан юғары, тәжрибә яраталар. Ирен сите менән йылмайып әйткәндә, үҙ организмына үҙҙәре тәжрибә яһай инде.

Энергия биреүсе эсемлектәрҙең составына күҙ һалайыҡ. Улар ныҡ газлы. Йәнәһе, һөҙөмтәһе шундуҡ була ла, компоненттары тиҙ үҙләштерелә. Алкоголһеҙ, тонус биреүсе (тонизирующий, йәнәһе) энергетик эсемлектең 0,25 литрлыҡ бер һауытын алып, тәжрибә рәүешендә бер аҙ тәмләп ҡарағандар. Бер ниндәй ҙә көс өҫтәлгәнен тоймағандар, ахыры, организм ҡеүәтле шыйыҡлыҡтан көслөрәк булып сыҡты. Йөрәге генә оҙаҡ ваҡыт «лепелдәп» тик торҙо. 18 йәшкә тиклемгеләргә, ололарға, бала көткән һәм имеҙгән ҡатындарға, йөрәге, нервылары сирлеләргә, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә ярамай тип яҙылған. Консерванттар, буяуҙар йәлләмәй ҡушылған. Кофеины бар. Таурин иң күбе. Витаминдар исемлеге лә теҙеп яҙылған.

Нимә ул таурин? Уның аңлатмаларында кислота һүҙе байтаҡ ҡушыла. Аҙыҡ өҫтәмәһе һәм дауа сараһы булараҡ ҡулланыла. Немец ғалимдары тарафынан иң беренсе үгеҙ үтенән алынғанлыҡтан, атамаһы латинса «таурус – үгеҙ» тигәндән алынған. 18 йәштән кесерәктәргә һөҙөмтәһе лә, хәүефһеҙлеге лә өйрәнелмәгән, шунлыҡтан был матдәгә баланың реакцияһы көтөлмәгән булыуы ихтимал. Әйткәндәй, медиктар асыҡлауынса, таурин өлкән кеше организмына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, имеш. Йәғни файҙаһы ла, зыяны ла юҡ. Ябай итеп әйткәндә, үгеҙ үтен былай ғына эсеүгә тиң инде.

Етештереүселәр маҡтауынса, «тоник»-эсемлектәр организмды ҡеүәтләндерә. Тик, һәр нәмәнең аҙағы була, тигәндәй, энергия ике-өс сәғәттән бөтә лә ҡуя. Организм тағы өҫтәмә һорай. Ә медиктар, бындай эсемлектәрҙе тәүлегенә бер һауыттан да артыҡ эсергә ярамай, ти. Йәштәр быны тыңлап тора инде.

Әлеге эсемлектәр менән ныҡ мауығып китһәң, йөрәгеңдең көсһөҙләнә барыуын көт тә тор. Бер саҡ төндә лә йоҡлай алмай башларһың.

«Ыңғай» һәм «кире» яҡтары

Мөмкин тиклем ғәҙел булырға тырышып, «энергетиктар»ҙың яҡшы яҡтарын да билдәләгән сифаттарға күҙ һалайыҡ: мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә; составында витаминдар һәм глюкоза бар; күңелегеҙгә ятҡанын таба алаһығыҙ – берәүҙәрендә кофеин күберәк, икенселәрендә витамин һәм углеводтар; ҡәһүәнең һөҙөмтәлелеге 1 – 2 сәғәт кенә күренә, ә «энергетик» 3 – 4 сәғәткә һеҙҙе әүҙем итә; һауыты бик уңайлы.

Кире яҡтарын һанайыҡ: көнөнә бер-ике банканан да артыҡ эсергә ярамай; быларҙағы витаминдар барыбер мультивитамин комплексын алмаштыра алмай; ҡан баҫымы һәм йөрәге менән проблемалары булған кешеләргә эсергә ярамай; эсемлек кешегә энергия бирмәй, ә эскән саҡта кеше үҙенең организмындағы энергияны файҙалана; кофеин, стимуллаштырыу препараты булараҡ, нервы системаһын ҡаҡшата. Бәйлелек барлыҡҡа килеүе ихтимал; йәш организмға зарарлы; составындағы В витамины йөрәк тибешен йышайта, ҡул-аяҡтар ҡалтырауы ла мөмкин; кофеин организмдан һыуҙы «ҡыуа»; тониктарҙа глюкоронолактон бар. Ике банка эсһәгеҙ, был матдәнең тәүлек нормаһын 500 тапҡыр артыҡ ҡулландығыҙ тигән һүҙ. Ул беҙҙең организмда нимәләр «эшләгәнен» хатта ғалимдар ҙа асыҡлап бөтмәгән.

Әйткәндәй

Организмға файҙаһы күп булған эсемлектәрҙе лә белгестәр асыҡлап ҡуйған. Исемлеккә һөт, йәшел сәй, ҡайнар шоколад, какао, әфлисун һәм мүк еләге (клюква) һуттары, бөтнөк сәйе ингән. Берәмләп туҡталғанда, сәйҙе, мәҫәлән, ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсһәң, яҡшыраҡ була. Йәшеле йөрәкте һаҡлай, һөйәктәрҙе нығыта, бөтнөктөкө тынысландыра, аш һеңдереүҙе яйлай. Әфлисун һуты иммунитетты күтәрә, мүк еләгенең дә әллә нисәмә һаҡлаусы һәләте бар. Һөттә витаминдар етерлек, эҫе шоколад менән какао ла йөрәккә яҡшы йоғонто яһай. Тағы бер бик шәп эсемлек – ул таҙа һыу. Бер ниндәй ҙә «энергетик» кәрәкмәй.

Фекер

Кем нимә эсә? Һорашыуҙар күрһәткән – халыҡтың 81 проценты эсәр һыу һатып ала. Унан һуң һуттар, морс, нектарҙар килә – 65 процент. Кеүәҫте 57 процент кеше һайлаһа, минераль һыу алыусылар – 53 процент. Төрлө газлы һыуҙар, лимонадтар кешеләрҙең 49 процентын ҡыҙыҡһындыра.Эльвира ЙЫҺАНШИНА,

Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевы.
Читайте нас: