Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 12:03

Бер быуатҡа яҡын ғүмер!!!

Ошо көндәрҙә Ибраҡай ауылынан тыл хеҙмәтсәне Миникамал инәй Яҡупова (һүрәттә) 95 йәшен билдәләне. Уны юбилейы менән ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре һәм туғандары йыйылды.

Миникамал Ибраҡай ауылында Хәнифә һәм Нәсибулла Сәфәрғәлиевтарҙың ғаиләһендә тыуа. Ғаилә башлығы, ярлы ғына йәшәһә лә, үҙ ваҡыты өсөн белемле була, ислам диненең илаһи көскә эйә булыу серҙәрен аңлап, Ҡөрьән уҡый һәм балаларына ла өйрәтергә тырыша. Шулай итеп, улар бәләкәй саҡтан байтаҡ сүрәләрҙе яттан белә.

Миникамал биш бала араһында иң өлкәне була. Ул ауылда башланғыс мәктәпте тамамлай. Ҡыҙ ни тиклем һәйбәт уҡыһа ла, артабан уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге булмай. Өйҙә лә, колхозға ла эшсе ҡулдар кәрәк була. 12 йәшенән ул өлкәндәр менән бер рәттән баҫыуҙа эшләй, өйҙә әсәһенә йорт мәшәҡәттәрендә ярҙамлаша. Етмәһә, атаһын фин һуғышына алалар. Балалар бәхетенә ул имен-аман йөрөп ҡайта. Йәш, дәртле һәм аралашыусан Миникамал киләсәккә яҡты ниәттәр менән йәшәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бик күп ирҙәр, шул иҫәптән уның атаһы, Тыуған илде яҡларға китә. Хужалыҡ буйынса бөтә эштәр ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм үҫмерҙәрҙең иңенә төшә. Шул ваҡытта колхоздарға тракторҙар ҡайта башлай, ә эшләргә кеше булмай. Шул саҡ район ауылдарынан ҡыҙҙарҙы йыйып, тракторсылар курсында уҡыталар. Шулар иҫәбендә Миникамал да була.

- Беҙ РТСта Рәхимә Сәлихова, Мөкәрәмә Мөхәмәтйәровалар менән бергә уҡыныҡ. Тиҙҙән беҙ тәгәрмәсле тракторға ултырып, эшләй башланыҡ. Яҙҙан көҙгә тиклем иртәнән ҡараңғы төшкәнсе баҫыуҙа эшләнек. Ер һөрҙөк, тырматтыҡ, сәстек һәм урып-йыйҙыҡ, - тип хәтерләй ул.

Әммә күпме тырышып эшләһәләр ҙә, бер көн өсөн уларға бер стакан он бирәләр. Бөтә ерҙә аслыҡ хөкөм һөрә. Нисек тә балаларҙың тамаҡтарын туйҙырыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар яҙын уҙған йылдан баҫыуҙа ҡалған уңыш башаҡтарын йыйырға йөрөй. Тап шул башаҡтарҙан әҙерләнгән ризыҡты ашап, байтаҡ кеше ауырып үлә. 1943 йылда Хәнифә лә ангинанан сирләп вафат була. Шулай итеп, Миникамал ҡустылары һәм һеңлеләре өсөн әсәй урынына ҡала. Шул уҡ йылда саҡ ун һигеҙ йәше лә тулмаған ҡустыһы Ғәбдрәүефте фронтҡа алалар. Атаһы һәм ҡустыһынан улар һирәкләп булһа ла хәбәр ала. Хаттарҙа ауыр һуғыш һулышы һәм Еңеүгә ышаныс та һиҙелә.

Һәм бына, күптән көтөп алған көн етә. Еңеү тураһында хәбәр тотош илгә тарала. Һуғыштан һалдаттар ҡайта башлай. Балаларҙың бәхетенә күрә, фронттан атаһы менән ҡустыһы ла ҡайта.

1946 йылда Миникамал күптән түгел генә фронттан ҡайтҡан ауылдашы Зөфәр Яҡуповҡа тормошҡа сыға. Йәштәр туй яһай. Тракторсылар етешмәү сәбәпле, Миникамал һуғыштан һуң да бер нисә йыл техникала эшләй. Уның тракторсы стажы тиҫтә йылға яҡын иҫәпләнә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Зөфәр ағай колхозда ветеринар-табип булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1998 йылда ул яҡты донъя менән хушлаша.

- Тормош иптәшем һәйбәт, егәрле, кешелекле булды, эшен яҡшы белде. Элек бит бөтәһенең дә үҙ хужалығы бар ине. Әгәр кемдеңдер һыйыры ауырып китһә, ярҙам һорап уға килде, сөнки мал төп туйындырыусы ине. Зөфәр бер ваҡытта ла бер кемгә лә баш тартманы. Урыны ожмахта булһын инде, - тине Миникамал инәй, ирен иҫкә алып.

Улар ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер кисерә. Ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ярҙамсыл һәм эшһөйәр булғандары өсөн Яҡуповтар ғаиләһен ауылда хөрмәт итәләр. Миникамал инәй хәтерләүенсә, балаларҙы кейендереп, туйындырыр өсөн, күпләп мал, кәзә-һарыҡ аҫрарға, ойоҡбаштар, шәлдәр бәйләргә тура килә. Һәм тағы ла, Миникамал инәй элек бик күп бәйеттәр, риүәйәттәр белә. Ибраҡай мәктәбенә уҡыусылар менән осрашыуға саҡырһалар, ул балаларға һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа нисек эшләүҙәре, шулай уҡ ауыл тарихы тураһында ҡыҙыҡлы риүәйәттәр һөйләй. Мәктәп архивында ул һөйләгән бик күп хикәйәттәр әле лә һаҡлана.

Үҙ ғүмерендә Миникамал инәйгә бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Әммә ул бер ваҡытта ла яҙмышына зарланмай. 1996 йылда, май иреткәндә, Миникамал инәй яңылыш ҡына эҫе майға бешә. Уның тәне шул тиклем ныҡ бешә, хатта табиптар ҙа йыуаныслы һөҙөмтә бирмәй. Әммә, быға ҡарамаҫтан, ныҡлы рухлы Миникамал инәй иҫән ҡала. Мөғжизәле һауығыуының сере Аллаһы Тәғәлә ярҙамында мөмкин булыуына ышана ул. Сөнки уның һауығыуы өсөн ҡасандыр аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән һеңлеләре һәм ҡустылары уға доға ҡылып, һауығыуын һорай. Әйткәндәй, ҡустыларының береһе, бөгөн Ибраҡай ауылынан 90 йәшлек Ғабдулхаҡ бабай, Аллаһ барлығына инанып, халыҡты иманға өндәп йәшәй. «Бала саҡта биргән һабаҡтары өсөн атайыма рәхмәтлемен. Һуғыштан ҡайтҡандан һуң ул яҡын тирә ауылдарға мулла булды һәм ғүмер буйына халыҡҡа үҙе белгән ғилемен өйрәтте. 1986 йылда, 94 йәшендә вафат булды! Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем намаҙын ҡалдырманы. Һәр ваҡыт зекерҙә булды», - ти аҡһаҡал үҙе.

Миникамал инәй хәҙер ҙә атаһынан иҫтә ҡалған сүрәләрҙе йыш ҡабатлай. Ул һәр кемгә, һәр телем икмәккә һөйөнә һәм Аллаһы Тәғәләгә яҙмышы һәм бәхетле ҡартлығы өсөн рәхмәттәр уҡый.

Юғарыла яҙыуыбыҙса, Яҡуповтар ете бала тәрбиәләп үҫтерә. Әммә бөгөн өсөһө генә иҫән. Ҡыҙҙары Гөлсирә һәм Мәҙинә ғаиләләре менән тыуған ауылдарында йәшәй. Улдары Йәүҙәт байтаҡ йылдар Себерҙә эшләй. Уларҙың барыһы ла хаҡлы ялда. Миникамал инәй бер нисә йыл яңғыҙы йәшәй. Быйыл ейәнсәре Розалия өләсәһен үҙ ғаиләһенә, Ҡуғанаҡбаш ауылына йәшәргә алып ҡайта.

Үҙенең 95 йәшлек юбилейын йөҙйәшәр ағинәйебеҙ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, туғандары һәм яҡындары араһында ҡаршылай, уларҙан изге теләктәр ҡабул итә. Алла бирһә, быуатлыҡ юбилейын да яҡындары һәм туғандары араһында ҡаршыларға яҙһын.


Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.


Читайте нас: