Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 12:16

Балиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләре артыуы күҙәтелә

Ошо йылдың алты айында республикала балалар ҡатнашлығында 195 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, был уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,4% күберәк. Унда 9 бала һәләк булған һәм 209ы төрлө ауырлыҡта тән йәрәхәттәре алған.

Иң күп юл-транспорт фажиғәләре пассажир балалар ҡатнашлығында була. Барлығы ошондай юл-транспорт фажиғәһендә 6 бала һәләк булған, 103ы йәрәхәтләнгән. Балалар һәләк булған ике осраҡта, машинала уларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп йөрөтөлөүе билдәләнә.

Йәйәүле балалар ҡатнашлығында ағымдағы йылда республика буйынса 84 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда икеһе һәләк булған һәм 83 бала тән йәрәхәттәре алған. Улар ҡатнашлығында йәйәүлеләр үткәүелендә 27 юл-транспорт фажиғәһендә бер бала һәләк булған һәм 27һе йәрәхәт алған.

Балиғ булмағандар ҡатнашлығында һәр дүртенсе юл-транспорт фажиғәһе һаҡһыҙлыҡ арҡаһында була. Барлығы ошондай 55 осраҡ теркәлгән, был уҙған йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда 7,8% күберәк, уларҙа 57 бала тән йәрәхәттәре алған.

Ағымдағы йылда велосипедсы балалар ҡатнашлығында 16 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, унда 1 бала һәләк булған һәм 8е йәрәхәтләнгән.

Шулай уҡ механик транспорт сараларына идара иткән балалар ҡатнашлығында дүрт юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа шул тиклем уҡ бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Урамдарҙа һәм юлдарҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу оҫталыҡтарын тергеҙеү, даими йәшәү һәм уҡыу урындарында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе транспорт мөхитенә өйрәтеү, шулай уҡ балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙмау буйынса профилактик сараларҙы көсәйтеү, дөйөм белем биреү ойошмаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү маҡсатында, район территорияһында 12 августан 8 сентябргә тиклем «Иғтибар - балалар!» профилактик сараһы үткәрелә!


Фәнис ҒИЗЗӘТУЛЛИН,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенең ЮХХДИ бүлеге начальнигы.
Читайте нас: