Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 12:08

Һалҡындар ҡурҡытмаһын өсөн

«Жилищник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы намыҫлы эшләй Ҡышҡы һалҡындарға оҙаҡ ҡалманы. Тимәк, был осорға ныҡлы әҙерләнергә кәрәк. Райондың коммуналь өлкәһе, шул иҫәптән «Жилищник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре шуның менән шөғөлләнә лә. Ошо коллектив тарафынан уҙған осорҙа ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында беҙ уның директоры Р.М.Ғиниәтуллин менән әңгәмәләштек.

- Рәсим Минеғариф улы, һуңғы ваҡытта ҡышҡы әҙерлеккә бәйле эштәр ниндәй күләмдә башҡарылған?

- Әйтергә кәрәк, бик күп нимәләр эшләнде. Түбәндәге күп фатирлы йорттарҙа заявкалар буйынса ҡыйыҡтар ремонтланды: Первомайский ауылының Октябрь урамы, 4 (420 кв/м), Дуҫлыҡ урамы,8 (60 кв/м), Йәштәр урамы, 8/1 һәм 8/2 (90шар кв/м), Стәрлебаш ауылының Әхмәтов урамы, 15А (50 кв/м). Мәктәп урамы, 2; Ленин урамы, 98; Әхмәтов урамы, 10 буйынса йорттарҙың түбәләрендә шифер алмаштырылды. Бер нисә күп фатирлы йорттар территорияһына ваҡ таш һибелде. Индивидуаль газ йылытыуына күсеүсе алты йортта елләтеү каналдары таҙартылды һәм тергеҙелде. Первомайский ауылында йылытыу системаһына ревизия яһалды, барлыҡ йорттарҙа - канализация системаһы, һыу үткәргес һәм электр менән тәьмин ителеш тикшерелде. Ҡар таҙартыу һәм тейәү эштәре өсөн яйланма - ОС-2,4 ҡар сүмесе һәм Универсал 800 S фронталь тейәгес һатып алдыҡ. Подъездарҙа һәм дөйөм алғанда йорттарҙа иҫке газ үткәреү һәм йылытыу системаһы торбаларын алабыҙ. Сарлаҡтарҙы һәм подвалдарҙы тикшерәбеҙ.

- Белеүемсә, һеҙ бер үк ваҡытта көндәлек эштәр ҙә башҡараһығыҙ?

- Эйе. Ассенизатор хеҙмәттәре лә күрһәтәбеҙ. Бының өсөн өс машина бар. Күп фатирлы йорттарҙан ғына түгел, район үҙәгенең дүрт балалар баҡсаһынан, коррекция мәктәбенән, Балалар ижад йортонан, район мәктәптәренән һәм заявка буйынса шәхси йорттарҙан ҡалдыҡтарҙы һурҙыртабыҙ. Шулай уҡ заявка буйынса электрик, иретеп йәбештереүсе, слесарь-сантехник хеҙмәттәре күрһәтәбеҙ, түбәләр ремонтлайбыҙ һ.б. Бынан тыш, төтөн юлдарын һәм елләтеү каналдарын таҙартабыҙ, тикшереп торабыҙ. Бының өсөн махсус прибор һатып алдыҡ, белгес саҡырттыҡ. Шулай уҡ йорт алды территорияларын сабабыҙ, башҡа эштәр башҡарабыҙ. Күптән түгел кәрәк-яраҡтар өсөн кунлы МТЗ-82 тракторы һатып алдыҡ. Төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн беҙҙә барлығы алты берәмек техника бар.

- Бөгөнгө көндә хеҙмәткәрҙәрегеҙ тағы нимә менән шөғөлләнә?

- Көҙ һулышы һиҙелә башланы, шуға күрә подъездарҙа ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, түбәләрҙәге тәҙрәләрҙең яҡшылап ябылыуын тикшерәбеҙ. Эш етерлек, коллектив даими рәүештә эштә, тик тормай.

- Һәр коллективтағы кеүек үк, һеҙҙә лә алдынғы хеҙмәтсәндәр барҙыр...

- Барыһы ла намыҫлы эшләй. Кемделер айырым ғына билдәләгем килмәй, барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа... күптән түгел үткән зона һөнәри оҫталыҡ конкурсында хеҙмәттәшебеҙ, тракторсы һәм бер үк ваҡытта дворник булып эшләгән Илнур Ғиззетдинов беренсе урын яулауын билдәләмәй мөмкин түгел. Ә беҙҙең район - өсөнсө урын яуланы. Быны ун район араһында һәйбәт күрһәткес тип уйлайым.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Рәсим Минеғариф улы! Коллективығыҙға хеҙмәт уңыштары һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.


Рәйсә МУСИНА яҙып алды.


Читайте нас: