Быйыл 13 июлдә осраштыҡ. Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр бит, нәҡ шулай башлап ебәрҙек осрашыуҙы. Иң беренсе оло йәштәге уҡытыусы Лиза Ғиләж ҡыҙы Сафарованың өйөнә барып, хәлен белдек. Ә шунан инде фани донъяға киткән класташтарыбыҙ Хәбирә Аҡанаева, Рәмил Мәүлетов, Минегөл Дауытова, Бибулат Замановтарҙың ҡәберҙәренә барып, сәскәләр һалдыҡ.
Артабан күмәкләшеп класташтарыбыҙ Гөлсөм һәм Ғазинур (ул класс старостаһы булды) Исхаҡовтарҙың ҙур һәм уңайлы өйөндә йыйылдыҡ. Гөлсөм һәм Ғазинур беҙҙең класс өсөн өлгөлө ғаилә. Ғазинур мәктәптән һуң физкультура техникумын тамамлап, Гөлсөм менән парлашып Себер яҡтарына эшкә юлланалар. Шунда йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр, торлаҡ алалар. Һуңынан Стәрлетамаҡҡа күсенеп ҡайтып, фатир алалар. Артабан Бүләк ауылында ҙур өй һалып сығалар, әлеге мәлдә шунда йәшәйҙәр. Үҙҙәренең йорт тирәһендә хужалар бихисап сәскәләр ултыртҡан, уларҙың ниндәйе генә юҡ, күҙҙәр ҡамаша. Йәшелсәнең ҡайһыһын ғына күрмәйһең, виноград, еләк һәр төрлөһөнән. Өҫтәл һый-ниғмәттән һығылып торҙо. Уларҙың улдары Илнур ата-әсәһенә ярҙам ҡулы һуҙып, тәмле итеп шашлыҡ ҡыҙҙырҙы.
Әммә барыбыҙ ҙа йыйылып бөтөп булмай бит, төрлөбөҙ төрлө тарафта, осрашыуға Райхана Аллағолова, Гөлсирә Аҡанаева, Нәзифә Бүләкова, Шәүрә Биккинина, Нәбирә Бүләкова, Ғазинур Исхаҡов, Гөлсөм Кәримова, Тәскирә Ҡыҙрасова, Фәнүзә Муллағолова, Рәзилә Рафиҡова, Владимир Пинчук, Зәбирә Хәйбуллина, Фәрит Шәрәфетдиновтарға килергә насип булды. Класс старостабыҙ һәр беребеҙгә үҙебеҙ тураһында һөйләп үтергә һүҙ бирҙе. Кем ҡайҙа эшләгән, ҡайҙа йәшәйбеҙ. Ҡайһыларыбыҙ хатта хаҡлы ялда булһа ла, һаман эшләп йөрөй.
Бик матур аралашып, бер-беребеҙҙең хәлдәрен белешеп, уҡыған саҡтарҙы, шуҡлыҡтарҙы ла иҫкә алдыҡ. Бик күңелле булды. Осрашыу йыр, бейеү, шаян һүҙҙәр менән дауам итте. Кис буйына мәктәп тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрҙөк, бер-беребеҙгә теләктәр әйтеп, Исхаҡовтарҙың ғаиләһенә ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙек. Таралышҡанда һәр беребеҙгә иҫәнлек теләп, тағы ла биш йылдан осрашырға һүҙ бирешеп хушлаштыҡ.
Тәскирә ҠЫҘРАСОВА, Өмөтбай ауылы.
Фото автор тарафынан бирелде.