Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Август 2019, 16:54

Малайға тиҫтерҙәре ут төрткән

Ҡайһы бер балалар бигерәк уҫал, рәхимһеҙ була. Илдең төрлө төбәктәрендә көсөк, бесәй һәм хатта асарбаҡтарҙы язалауҙары, ут төртөүҙәре тураһында ишетеп сәстәр үрә тора.

Әлеге хәл иһә үҙенең ҡанһыҙлығы менән айырыуса шаҡ ҡатыра. 14 йәше лә тулмаған ике малай тере килеш тиҫтерҙәренә ут төрткән. Был хәл күптән түгел Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһында була.

Даня дуҫы менән магазин күтәрмәһендә осрашырға һүҙ ҡуйыша. Бала үҙе менән уйынсыҡ пистолет та ала. Магазин янынан үтеп барған ике үҫмергә малай пистолетын уларға төбәй кеүек күренә... Был “ҡылыҡ” уларҙың намыҫына шул тиклем тейә, күрәһең, улар Даняны ергә атып бәреп туҡмай башлай. Шунан ҡулдарына зажигалка алалар. Футболкаға шунда уҡ ут ҡаба. Ул нығыраҡ янып китһен һәм малай үҙе һүндерә алмаһын өсөн “садистар” уны икәүләп тотоп тора.

Әлдә малай тере ҡала. Дауаханала ауыртыныуҙан бер нисә тәүлек дауамында йоҡлай алмай. Даня өсөнсө дәрәжә тән бешеүе ала.

Улының яралары саҡ ҡына баҫыла башлағас, атаһы ғәйеплеләрҙе эҙләргә сыға. Баҡһаң, был балаларға күптән барыһы ла ҡул һелтәгән. Ата-әсәгә лә, мәктәпкә лә, полицияға ла улар кәрәк түгел. 11 йәшлеге этеп-төртөп быйыл саҡ икенсе класты тамамлаған. Малайҙар йүнләп уҡырға йөрөмәйҙәр, тиҫтерҙәрен йәберләйҙәр.

“Миңә 14 йәш юҡ, минең менән бер нимә лә эшләй алмайҙар”. Бәләкәй хулигандар ошондай принцип менән эш итә. Теләй икән - урлаша, ә теләһә бөтөнләй үлтерә ала, тимәк?

Даняның атаһы суд аша ниндәй ҙә булһа ғәҙеллек дауларға тырышҡанда, малай хәленән килгәнсә бокс менән шөғөлләнә башлаған. Күрәһең, башҡаса туҡмалып йәшәргә теләмәй...

Читайте нас: