Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Август 2019, 09:30

Ваҡытында һәм дөрөҫ ярҙам күрһәтелһә, тере ҡалыр ине...

Рәсәй боксеры Максим Дадашевтың Сабриэль Матиас менән алыштан һуң һәләк булыуы хаҡында яҙғайныҡ. Уны Санкт-Петербургта ерләгәндәр.

Рәсәйҙең бокс федерацияһы һәм боксерҙың ҡатыны алышты ойоштороусыларҙы судҡа биререгә йыйына. Тол ҡатын рефери Кенни Шевальены ла яуаплылыҡҡа тарттыртырмаҡсы, сөнки ул алыш туҡтатылғандан һуң Максимға беренсе ярҙам күрһәтеү сараһы күрмәгән. Уйынды туҡтатҡандан һуң иң ҡәҙерле минуттар юғалған: башына боҙ ҡуйып, носилкаға һалып, алып сығыр урынға, уның үҙен атлатырға мәжбүр иткәндәр, һуңынан ул ҡолаған. Әгәр рефери алышты ваҡытында туҡтатһа, Дадашев үлемесле йәрәхәт алмаҫ ине.


– Осрашыуҙың башында уҡ сәйер хәл күҙәтелде. Макс үҙенсә алышманы. Быны мин генә түгел, ә уны яҡшы белгән тренеры һәм һәр саҡ алышты күҙәтеп барған кешеләр ҙә аңғарған. Ул алдан һөйләгәненсә алышманы. Дүртенсе раундта уның менән нимәлер булғаны тойолдо, кординацияһы боҙолған кеүек күренде, – ти Елезавета. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: