Йәнә ул судта ире менән дүрт балаһын бүлешә. Ғәҙәттә, закон әсә яғында, ә бында Элина суд ултырыштарына йөрөй алмай, сөнки ул бер аҙна инде өйөндә арест аҫтында. Бығаса суд уны тәфтиш изоляторына ебәрмәксе ине әле.
Атай кеше әйтеүенсә, балалар ҡурҡа һәм һаташа, сөнки әсәләре биш йыл буйы ҡыҙын һәм өс улын йәберләгән. Саҡ ҡына тәртип боҙһалар ҙа, төрлө язалар уйлап табыр булған. Эш шунда: ҡатын сектаға барып эләккән, ә унда медицина ярҙамы тыйыла. Бары һөлөк һәм клизма ғына ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ ит ашарға ла ярамай. Был тыйыуҙар балаларға ла ҡағылған.
Әммә икенсе фекер ҙә бар. Ғаиләнең таныштары Сергей үсләшә тип һанай. Эҫе йә һыуыҡ һыу менән ҡойондороуҙы тәнде сыныҡтырыу, һөлөк һәм клизманы - табип ҡушҡан ғәмәлдәр, ә тәндең күгәреүе көрәш секцияһында алған яралар тип баралар. Элина Сомованың балалары ла: «Атай беҙгә әсәйебеҙ йәберләй тип әйтергә ҡушты», - ти.
Ғаиләнең яҡындары Сергей сит илгә сәйәхәт һәм ҡыйбатлы бүләктәр менән ҡыҙыҡтырып, балаларҙы "һатып алырға" тырыша тип уйлай. Әлегә Элинаны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү эшен ҡарау кисектерелгән. Тикшереү һөҙөмтәләрен көтәләр. Был хәл Сергейҙы сығырынан-сығара. Ул арала енәйәт эштәрен ҡарау ваҡыты етеп килә. Әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү бында ҡатындың ғәйебен тәрәнәйтер генә ине.
Һаман билдәһеҙ: ҡатын ысынлап ғәйеплеме, әллә ир шулай итеп күрһәтергә тырышамы? Күрәһең, бала өсөн көрәштә ниндәй ҙә алым яҡшы...
"Башҡортостан" гәзитенән.