Уҡырға барғас та олораҡ ағай-апайҙарҙан ниндәй уҡытыусының нимә яратҡанын, нимәне өнәп бөтмәгәнен алдан һорашып ҡуй. Сессия биреүе еңелерәк булыр.
Стипендияға тиклем аҡсаң бөтөп китә икән, тәнеңдең муйын, ҡолаҡ, ҡул өлөштәренә күҙ һал да, “Ломбард” яғына һыпырт. Әммә улар тәҡдим иткән сумманы түгел, ә үҙеңә етерҙәйен генә ал. Юғиһә, һуңынан проценты артып китеп, ярты стипендияңды кеҫәңдән сығарып биреү еңел булмаҫ.
Иптәшеңдән алып торған әйберҙе вәғәҙә иткән ваҡытҡа ҡайтарып бир. Ышанысты бер юғалтһаң, кире ҡайтарыуы ауыр булыр.
Үҙеңә теләмәгәнде башҡаларға ла теләмә һәм... бүлмәләштәрең йоҡлаған саҡта мөмкин тиклем шымыраҡ йөрөргә тырыш.
Параларға йоҡлап ҡалыр алдынан һине күпме көс түгеп уҡытҡан, кеше итергә тырышҡан атай-әсәйеңде күҙ алдыңа килтер.
Имтиханды юғары балға тапшырам тиһәң, “минең фекеремсә”, “минең уйлауымса” тигән һүҙбәйләнештәрҙе йышыраҡ ҡулланып яуап бир. Үҙ фекере булған, алдынғы ҡарашлы студент һәр саҡ “модала” ул.
Дәрестә бирелгән эштәрҙе ваҡытында эшләп, тапшырып бар. Тынысыраҡ йоҡларһың.
Студент сағыңдың ҡәҙерен белеп ҡал. Уҡып бөткәс аҙна һайын аҡса ебәреүсе булмаясаҡ.
Бүлмәңдә һинән дә ялҡауыраҡтар бар икән, иҙән йыуыу, сүп түгеү кеүегерәк эштәрҙең теҙмәһен төҙөп, барыһы ла күрерлек урынға элеп ҡуйыу хәйерле.
Ашауға аҡса йәлләмә. Студент йылдары үтер, ә гастрит кеүек ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ғүмер буйы яфалар.
“Беләге көслө – берҙе, белеме көслө меңде еңер” тиҙәр. Әммә аҡыл көсө менән бергә беләк көсө лә кәрәк була, бигерәк тә егеттәргә, дөйөм ятаҡта.
“Илап тыуһам да мин йырлап үҫтем. Йырлап йәшәйем мин бөгөн дә...” Әммә башҡалар уҡығанда һәм йоҡлағанда түгел.
Ятаҡта үҙең тураһында күберәк белергә теләһәң, бер нисә сәғәт ҡолаҡсын кейгән килеш музыка тыңлағанға һалышып ят.
Буш ваҡытыңда, форсаты сыҡҡан һайын ял итеп, уйнап-көлөп ҡал, сөнки студент йылдары менән бергә ғүмереңдең иң матур мәле – йәшлек тә үтә.
Төркөмдәштәреңә, бигерәк тә имтихан ваҡыттарында, ҡулыңдан килгән тиклем ярҙам итергә тырыш. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, уларға һинең дә көнөң төшөүе бар, сессия йылына ике мәртәбә ҡабатланып тора бит.
Студентҡа тормош төрлө һынауҙар ҡуйырға әҙер тора, әммә һәр саҡ үҙең булып ҡал.
“Ҙурайып” киткәс, “перваш”тарға бәйләнмә. Бик асыуың килгән саҡта ла үҙеңдең беренсе курсҡа килгән сағыңды иҫлә лә, йылмай.
Рәзинә Зәйнетдинова, “дембель”дәге студент. Шоңҡар журналынан.