Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2019, 09:09

БАЛАЛАР БАР ДӘРӘЖӘНӘН, ДАНДАН, БАЙЛЫҠТАН ҠӘҘЕРЛЕРӘК!

Бәхетле бала саҡ – ул матур тормош нигеҙе. Һөйөп-һөйөлөп, ҡәҙер күреп башланған ғүмер юлы артабан да матур һәм һөҙөмтәле булып дауам итәсәк. Бындай балаларҙың күңелендә изгелек, яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ орлоҡтары һибелеп, йылдар үткән һайын улар сәскә ата, емеш бирә. Атай-әсәй һөйөүе, тәрбиәһе булған ныҡлы таяуҙар һығылып төшмәҫкә, яҡты маяҡтар тура юлдан тайпылмаҫҡа, үҙ-үҙеңә ышаныс ауыр саҡта баҙап ҡалмаҫҡа ярҙам итә.

Билдәле йырсы, композитор Рәдиф ЗАРИПОВ менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Гәлсәр һандуғас” проекты етәксеһе, продюсер Земфира БАЙБУЛДИНАЛАРҘЫҢ ғаиләһен тап ошо бәхетле бала саҡ иле тип әйтергә була. 11 йәшлек Камила, I класта уҡып йөрөүсе Нурсолтан һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Сафия – береһенән-береһе ҡәҙерлерәк, береһенән-береһе һөйкөмлөрәк балалар кискә табан бергә йыйылһа, өй эсе күңелле мәшәҡәттәргә, ығы-зығыға, шат тауыштарға тула. Кемдер дәрес әҙерләргә ярҙам һорай, икенсеһе мәктәптә алған яҡшы билдәһен күрһәтә; бөгөн өйрәнгән йырҙарын йырлап күрһәтеү ҙә, иртәнгәһе көнгә матур күлдәген таптырыу ҙа ошонда; хатта йоҡлар ваҡыт етеп килгәндә әсәһен тәмлекәс бешерергә өгөтләй башлауҙары ла бар. Быға күптән күнеккән ғаилә башлығы тыныс ҡына итеп уларҙың һәр береһен тыңлай, йор һүҙле әсәй кеше шаяртып та ебәрә, тыңлашмай башлаһалар бер аҙ әрләп тә ала. Бәхетле ғаиләнең тормошо тап ошо йортта сағылыш таба ла инде.

Ике төрлө тәрбиә берегә аламы?

Земфира Байбулдина Ғафури районының Сәйетбаба ауылында күмәк балалы ғаиләлә үҫә. Зәки ағай менән Зилә апай балаларын хеҙмәт менән тәрбиәләй, шул уҡ ваҡытта мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарына ла ҡаршы булмай. 40 йылдан ашыу механизатор булып эшләгән ғаилә башлығы ҡара таңдан ҡара төнгә тиклем эштә, бигерәк тә йәй көндәрендә баҫыуҙан ҡайтып инмәй. Зилә апай ҙа һатыусы булып эшләй, йөк ташыу, тауарҙарҙы үлсәү кеүек эштәрҙе башҡарырға йыш ҡына балалары ярҙам итә. Ябай хеҙмәт кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, өйҙәрендә уҡыу культы һәм сәнғәткә һөйөү көслө була. Башҡорт телендәге генә түгел, татар, рус телендәге баҫмаларға ла яҙылалар, мәҙәниәт йортонда үткән сараларға ла ихлас йөрөйҙәр. Нимәһе ҡыҙыҡ, улар балаларын бер ваҡытта ла: “Эшлә, уҡы!”– тип өгөтләп ултырмай, барыһын да үҙҙәре белеп башҡара. Картуф утау, өйҙә тәртип булдырыу, мал ҡарау менән бер рәттән, балалар йәй айҙарында йүкә сәскәһе, ҡомалаҡ, әлморон кеүек дарыу үләндәре, шифалы үҫемлектәр йыйып, уларҙы ҡабул итеү пункттарына тапшырып та аҡса эшләй. Земфира VIII класта уҡ сәнғәт мәктәбенә эшкә урынлаша, ярты ставкаға бейеү түңәрәген алып бара. Пионервожатый, комсорг кеүек эштәр ҙә уға йөкмәтелә. Әүҙем тормош алып барыуы менән бер рәттән, ҡыҙ уҡыу алдынғыһы ла була, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай.
Рәдиф Зарипов иһә Салауат районының Малаяҙ ауылында Рәлиф ағай менән Сәриә апайҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. 18 генә йәшлек әсә кеше тәү осорҙа балалар психологияһын аңлап та бөтөрмәй кеүек. Етмәһә, малай йөрәк кәмселеге (порок сердца) менән яфалана, табиптар йәш ғаиләне борсоуға һалып, уға бер нисә генә йыллыҡ ғүмер юрай. Ике тапҡыр операция яһарға юллама бирәләр. Шулай ҙа әсәй йөрәге һиҙгер була бит, балаһының йүнәлеүенә өмөт итеп, бысаҡ аҫтына һалыуҙан баш тарта.
Малайға биш йәш тулған йылда ғаилә малсылыҡ буйынса эшләр өсөн Нәсибаш ауылына, дөрөҫөрәге, уның янындағы бәләкәй утарға күсә. Сабыйға иреклек һәм иркенлек бирелә. Әммә Рәдиф бер аҙ йомоҡ, аҙ һүҙле булыуына ҡарамаҫтан, тырышып уҡый. Хәйер, һәр һүҙен уйлап, төплө итеп һөйләү ир-егеттәрҙең күркәм сифаты ла бит. Тәбиғәт ҡосағында ауыр сир ҙә яйлап юҡҡа сыға. Йыш ҡына яңғыҙ ҡалып уйланырға яратыу ҙа, күңеленең матурлыҡҡа тартылыуы ла тәбиғәттә үҫеү һөҙөмтәһелер. Биш йылдан Зариповтар ғаиләһе кире Малаяҙға күсеп ҡайта. Рәдифтең ҡартатаһына оҡшап моңло йырлауын белгән уҡытыусылар уны мәктәптә үткән концерттарҙа, төрлө сараларҙа сығыш яһарға саҡыра башлай. Үҙе лә һиҙмәҫтән сәхнәгә ғашиҡ булған егет IX класты тамамлағас Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. 2000 йылдар башында киң популярлыҡ яулаған “Гәлсәр һандуғас” проектында үҙен һынап ҡарарға теләгән Рәдиф телеүҙәк ишектәрен асып инеү менән үҙенең ғүмерлек юлдашын осрата. Ул ваҡытта инде Өфө дәүләт сәнғәт институтының – театр, Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультеттарын тамамлап өлгөргән Зимфираның ең һыҙғанып эшләп йөрөгән сағы. Тәү осорҙа эш менән үҙенә ғашиҡ егеттең иғтибарын да тоймай йөрөй ул. Хеҙмәттәштәренең: “Ошо Рәдиф һинән күҙен дә алмай бит!” – тигән һүҙенән һуң ғына йырсыға ир-егет булараҡ ҡараш ташлай. Етди холоҡло, оҙон буйлы, талантлы, аҙ һүҙле егет менән яҡындан аралаша башлағас, уның хыялында йөрөткән тормош иптәше образына яҡын булыуын аңлай.
Мөхәббәт уттарында янған йәштәр эште оҙаҡҡа һуҙмай, 2005 йылдың декабрь айында никах уҡытып бергә йәшәй башлай. Ике ғаиләлә ике төрлө тәрбиә алған ике кешегә берегеп китеү еңелдән булмай, әлбиттә. Әммә йәш ғаиләне мөхәббәт хистәренән тыш йыр сәнғәтенә, сәхнәгә һөйөү берләштерә. Яҡты хыялдар ҙа, киләсәккә өмөттәр ҙә бер булғанда бер-береңә өйрәнеү ҙә еңел бит ул.

Ниндәй бәхет атай-әсәй булыу!

– Миңә ике йәш тулғанда – Урал ҡустым, ете йәшемдә һылыуым Гүзәл тыуҙы. Үҙемде белә-белгәндән бала ҡараным. Туғандарымдан тыш, күрше-күлән дә, уҡытыусылар ҙа, йыраҡ туғандар ҙа ҡайҙалыр китһә, мәшәҡәтле эш менән булышһа, бәләкәй балаларын миңә ҡалдыралар ине. Бала сағым шундай яуаплылыҡ, хәстәр менән үткәнгәме, миндә кейәүгә сығырға, күп итеп балалар үҫтерергә тигән теләк булманы, – ти Земфира ул йылдарҙы иҫләп. – Сәнғәт институтына уҡырға ингәс, сәхнә тормошо менән йәшәнем. Телевидениела эшләй башлағас, башкөлләй эшкә сумдым. Тормошомда Рәдиф осрамаһа, яңғыҙ ҡартайыр инем, тип әхирәттәремде лә көлдөрөп алам. Һаман да иртәнән кискә тиклем эшләнем, “Гәлсәр һандуғас” проекты киң танылыу яулаған ине, яңынан-яңы программалар төшөрҙөк, байрамға концерттар ҡуйҙыҡ, гастролдәргә сыҡтыҡ. Йәш таланттар эҙләү, уларҙы тамашасылар хөкөмөнә сығарыу ҙа күп ваҡытты ала ине. Рәдифтең дә үҫеүен теләнем, шуға күрә Ҡазан дәүләт мәҙәниәт университетына уҡырға инеүен шатланып ҡабул иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, бала табыу тураһында уйланмай инем. Бары тик ҡайһы бер артистар тормошона битараф ҡала алмаған, һәр нәмәнән кәмселек эҙләгән кешеләр генә осрашҡанда: “Нисә йыл йәшәйһегеҙ әле? О-о-о, ике йыл, ә балағыҙ һаман юҡмы?” – тип һорай ине. Ниһайәт, берҙән-бер көндө үҙемдең ауырлы икәнемде белдем. Был яңылыҡты тыныс ҡына ҡабул иттем, быға тиклем нисек эшләгәнмен, шулай дауам иттем. Бер уйлап ҡараһаң, өс баланың береһен дә алдан планлаштырманыҡ. Ҡайһы бер ғаиләләр алдан табиптарға йөрөй, малай йәки ҡыҙ булһын өсөн махсус көндәрҙе билдәләй, хатта ниндәй йондоҙнамә аҫтында тыуыуын да һайлап ҡуя. Ә беҙ уларҙың барыһын да Аллаһы Тәғәләгә тапшырҙыҡ.
Ә Камиланың (ҡыҙға исемде атаһы һайлай) тыуыуы барлыҡ республика халҡы өсөн оло ваҡиға була. Тамашасыларҙан ҡотлауҙар яуа, йәш әсәй ятҡан палата һәм өйҙәре сәскә гөлләмәләренә тула. Республика президенты Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, песпублика президенты ярҙамсыһы Урал Насыр улы Бакировтар ғаиләне шәхсән ҡотлай, ә “Башҡортостан” дәүләт теле-радио компанияһының генераль директоры Рәмис Рәжәп улы Дәүләтбаев сабыйға тәүге кәрәк-яраҡтарҙы һәм коляска бүләк итә. Былар барыһы ла Земфира менән Рәдифтең башҡорт эстрада сәнғәте өсөн башҡарылған фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмәттәр була.
Эшенә мөкиббән киткән йәш әсә ҡыҙына ике ай тулыу менән эшкә сыға. Бала бағырға тәүге осор өләсәһе ярҙам итә, үҫә килә үҙе менән эшкә йөрөтә башлай. Шул уҡ йылды Земфира Байбулдина президент ҡарары менән “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Атай кеше йәш кәләше янына быға тиклем ике аҙна һайын ҡайтып йөрөһә, ҡыҙы тыуыу менән, һағыныуға түҙмәй, уҡыуын ташлап Өфөгә ҡайта. Ижад ғаилә мәшәҡәттәре менән бергә дауам итә. Ҡыҙҙарына өс йәш тулыуға ҡатын үҙенең тағы ла ауырға ҡалыуын һиҙә. Намаҙ уҡыған ғаилә башлығы аборттарға ҡәтғи ҡаршы, үҙе лә бындай аҙымдарҙы хупламай. Ғаиләгә шатлыҡ һәм бәхеттәр өҫтәп ир бала – Нурсолтан тыуа. Өфө янындағы ҡасабанан шәхси йорт алып, иркен итеп донъя көтә башлайҙар. Оҫта ҡуллы, тәүәккәл Рәдиф барлыҡ ремонт эштәрен тиерлек үҙ ҡулдары менән башҡара, ә Земфира ғаилә мәшәҡәттәренә сума. Камила ата-әсәһен тәү осор ҡыҙғанып бер булһа ла, бер аҙҙан ярҙамсыға, яратҡан апайға әйләнә. Дүрт йәше лә тулмаҫ борон үҙенән ҙур мендәрҙәрҙе елләтергә ташый, ҡустыһы илаған саҡта көйләй-көйләй бәүетергә өйрәнә. Нурсолтан иртә һәм тиҙ өлгөрә: дүрт айҙа – ултыра, һигеҙ айҙа атлай башлай. Аллаһы Тәғәлә йәш ғаиләне алда һынауҙар көтөүен белеп, шулай еңеллек биргән, күрәһең.

Һынауҙарҙан кеше сыныға, ғаилә нығына

Нурсолтанға дүрт ай тулыуға, Земфира үҙенең тағы ла йөклө икәнен белә. Яуланаһы үрҙәр яуланған, дан-дәрәжә етерлек, йәшәргә өй бар, туған-тыумасалар иҫән. Атай-әсәй булыуҙың ниндәй бәхет икәнлеген татып өйрәнгән ғаилә өсөнсө баланы ла артыҡ күрмәй.
– Барлыҡ медицина күҙәтеүҙәрен үтеп, анализдарҙы ваҡытында биреп барһам да табиптар борсолорлоҡ нәмә тапманы. Бары тик Сафия донъяға килгәндең икенсе көнөнә генә беҙгә уның Даун синдромы менән тыуыуын хәбәр иттеләр. Алдан хәбәрҙар булмағас, беҙ уны ҡот осҡос ваҡиға итеп ҡабул иттек. Кеше бәлә үҙенә килеп төртөлмәһә аңламай бит. Уға тиклем был ауырыу тураһында бөтөнләй белмәй инек. Рәдиф ныҡлап дингә бирелде, ижад итеүҙән туҡтаны. Мин: “Ниндәй гонаһтарым өсөн был яҙа?” – тип, тәүҙә – үҙемде йәлләп, аҙаҡ баламдың киләсәген уйлап туҡтауһыҙ йәш түктем. Ул йылда ниҙәр кисереп, нимәләр күргәнде иҫләүе лә ҡурҡыныс. Бары тик ваҡыт үтеү менән генә, Сафияны яза түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең бүләге тип ҡабул иттек. Ауырыуҙың да ҡот осҡос булмауын аңлай башланыҡ. Даун синдромлы балаларға бары тик айырым тәрбиә һәм йылы мөнәсәбәт кенә кәрәк.
Һынауҙарҙы кемдер лайыҡлы үтә, ә кемдәрҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҙап ҡала, рухи яҡтан һына. Тормошта миңә ауырыу балаларын ҡатындарына ҡалдырып киткән ирҙәрҙе лә, эскелек һаҙлығына батҡан ҡатындарҙы ла осратырға тура килде. Матур саҡтарҙа, сәхнә матурлығында, дан-шөһрәттә генә түгел, ауырлыҡтарҙа ла ғаиләләрен, бер-береһенә булған мөхәббәтен һаҡлап ҡалған Рәдиф менән Земфираға һоҡланмай мөмкин түгел. Сафия бит бер йәшкә тиклем, ысынлап та, уларға оло һынау булып тора. Даун ауырыуынан тыш, яңылыш ҡолап аяғын һындыра. Ике ай дауамында гипс һалып, тарттырып ҡуялар (шул сәбәпле ул ике йәшендә генә атлап китә). Оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ятыуы ла эҙһеҙ үтмәй: үпкәһе шешә башлай. Тағы ла бронхолары өҙлөгөп, баланың йөрәге туҡтай. Бала өсөн өҙгөләнгән атай-әсәй йөрәге ул саҡтарҙа ниҙәр кисереүен, моғайын, таш йөрәктәр генә аңлай алмайҙыр.
Хәйер, донъяның төрлө кешеләре бар. Баланың Даун синдромлы икәнен хәбәр иткәс тә, әсә кеше янына шәфҡәт туташы килеп “кәңәш” бирә: “Һиңә бит эшләргә кәрәк, ҡалдыр ҙа кит. Күптәр шулай итә. Махсус интернаттар бар, шунда ла тапшырырға була. Ауырыу балаң булыуына кеше әллә нимә тип әйтер...” Земфираның тауышында асыу ҙа, ҡәтғилек тә яңғырай: “Мин баламдан баш тартырға йыйынмайым. Ниндәй генә булһа ла ул миңә ҡәҙерле! Ә кеше һүҙенә килгәндә, улар ауырыу баланы ҡараһаң да, ташлап китһәң дә буласаҡ”. Башҡаса уға ундай тәҡдимдәр, кәңәштәр менән килеүсе булмай. Әммә биш йыл дауамында ул йыш ҡына таныштарынан да, таныш булмаған кешеләрҙән дә: “Ике балаң бар ине бит, ниңә таптың инде?” – тигән һорау ишетергә тура килә. Был осраҡта ул аҡланған кеүек яуап биреп тороуҙы артыҡ тип һанай.
– Сафия ныҡлап ауырый башлағас, тормош туҡтағандай булды. Уның ғүмере өсөн янып-көйөүҙәр миндә күңел төпкөлөндә сығыр-сыҡмаҫ ҡына ятҡан әсәлек хистәрен тулыһынса уятты. Элекке эш өсөн, эфир өсөн борсолоуҙар, ҡайғырыуҙар, етәкселәр менән һүҙгә килешеп илауҙар – былар барыһы ла сүп икәнлеген аңланым. Мин ҡасандыр сәхнәгә сыҡһын, танылыу яулаһын тип көс һалған йырсыларҙың береһе лә ауыр саҡта хәл белешеп шылтыратманы, дауаханаға килмәне. Киреһенсә: “Мине шул-шул саҡта рәнйеткәйне, балаһы ауырыу булып тыуҙы!”– тип үсәп йөрөүселәр булды. Шул саҡта аңланым: был тормошта ғаиләңдән, балаларыңдан яҡын бер кем дә юҡ икән. Башҡалар өсөн яныу кәрәкмәй: изгелектәр онотола. Эш тә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа алмай. Бары тик эргәңдә ышаныслы тормош иптәшең, аңлаған туғандар, бәхетле балалар булһын. Аллаһы Тәғәләнең һынауҙарынан һуң минең ғаилә ҡиммәттәрем бөтөнләй үҙгәрҙе, тормошҡа икенсе күҙҙәр менән бағам, – ти күп һынауҙар аша үткән, сыныҡҡан әсәй кеше.

Был йортта бәхет үҙе йәшәй

Бөгөн Сафияға биш йәш. Йырларға, бейергә ярата, көйҙәге ритмдарҙы яҡшы тоя, тауышы ла сағыу. Тағы ла ул яҡын кешеләренә ҡарата үтә ярҙамсыл. Әсәһе өй йыйыштыра башлаһа, тиҙ генә диван япмаларын рәтләргә тотона, туҙан һөртә башлай. Һауыт-һаба йыуышырға теләй ҙә, Камила апаһы әлегә рөхсәт итмәй, эҫе һыуға бешеп ҡуймаһын, тип борсола. Ҡунаҡтар килһә, тәүҙә өндәшмәй генә һынап ала, оҡшатһа инде алдыңдан төшмәүе лә бар. Аралашыуға ихлас, илгәҙәк бала, яратмау мөмкин түгел.
– Оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң, ябай балалар баҡсаһына биреп ҡарарға будыҡ. Даун синдромлы балалар тиҫтерҙәренән 3-4 йәшкә ҡалыша. Кемдер физик яҡтан, кемдер аҡыл кимәле буйынса. Йыш ҡына ундай балалар ДЦП йәки йөрәк өйәнәге менән тыуа. Аллаға шөкөр, Камила уларҙан азат, һәр ваҡыт хәрәкәттә, ике минут та тик ултыра белмәй, хәтере шәп, шаярырға ярата. Тиҙ арала тәрбиәселәрҙе лә, тиҫтерҙәрен дә үҙенә ҡаратып алды. Төркөмдөң “йондоҙо” тиҙәр уны. Ауырыуын ауыр телмәре аша ғына аңларға була: “дубовый язык” тигән термин бар, теле ҙурыраҡ булыу сәбәпле, бала ауыр һөйләшә. Әле беҙ уны аҙнаһына ике тапҡыр логопедҡа йөрөтә башланыҡ, артикуляцион массаж менән шөғөлләнгән белгес таптыҡ, – тип Сафияның үҙенсәлектәре тураһында һөйләй Рәдиф. – Ғөмүмән, беҙ уның ауырыуына баҫым яһамаҫҡа тырышабыҙ. Мөмкин тиклем үҙен башҡалар кеүек тойһон. Һуңлап атлай башлағанғамы, гел генә күтәрергә һорай ине. Яйлап баш тартам, арыһа ял итеп алырға мөмкинлек бирәм. Апаһына йәки ағаһына ялыу менән килһә лә, тәүҙә бәхәс нимәнән тыуғанын белешәм. Ғәйеп үҙендә булһа, әрләнеп тә ала. Былар барыһы ла үҙен кәм итеп тоймаһын өсөн башҡарыла.
Таланттан талант тыуа, тигәндәй, балаларҙың өсәүһендә лә актерлыҡ һәләте бар. Камила сәхнә артында үҫкән бала, йырсылар менән аралашҡан. Шуғалырмы, эстрада тураһында күп белә, үҙенсәлекле фекер йөрөтә. Әҙәбиәт дәрестәрен ярата, матур һөйләй. Киләсәктә кино төшөрөргә хыяллана, әлегә ул ҡустыһы һәм һылыуы ҡатнашлығында роликтар эшләй. Тағы ла ул Сәриә өләсәһе кеүек бешеренергә ярата. 11 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, ҡоймаҡ та ҡоя, омлет та әҙерләй, салаттар яһай, телеңде йоторлоҡ итеп ҡабаҡ ҡура. Әҙерләгән ризыҡтарын ул ресторандағы кеүек итеп биҙәп, табынға зауыҡлы итеп бирә. Магазинға сыҡҡан һайын ата-әсәһенән матур һауыт-һаба, салфеткалар алдыра.
Нурсолтан атаһы менән мәсеткә йөрөй, дин менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Хатта күптән түгел үҙенә Йософ тигән пәйғәмбәр исеме ҡуштырған. Бик күп доғаларҙы яттан белә, намаҙ тәртиптәрен дә өйрәгән. Шулай уҡ көрәш секцияһында шөғөлләнә, футбол уйнарға ярата. Етди һәм тыныс бала, киләсәктә сит телдәрҙе ныҡлап өйрәнергә һәм сәйәхәт итергә хыяллана.
Земфира үҙенең ире менән ғорурланыуын йәшермәй:
– Рәдифтә мин иң ихтирам иткән сифат – балаларға матур мөнәсәбәте. Ваҡыты булһа, мәктәп йыйылыштарына йөрөй, һәр бер балаға хәрефтәрҙе, һандарҙы үҙе өйрәтте. Ял көндәрендә өйҙә булһа, мотлаҡ ауылға алып ҡайтырға тырыша, бик булмаһа ҡаланан ситкә йәки паркка алып сығып, ығы-зығыларҙан ял иттерә. Ә өйҙә булмаһа ул ике сәғәт һайын шылтыратып хәлдәрен белешә. Артыҡ иркәләтеп китһә, мин талапсан булып күренергә тырышам. Камила һуңғы мәлдәрҙә йыш ҡына серҙәре менән бүлешә башланы, ҡыҙ баланың әсәйгә тартылыуы көслө була бит. Миңә яңыраҡ ҙур аҡсалы, вазифалы, әммә ижадтан йыраҡ эш тәҡдим иттеләр. Рәдиф менән кәңәшләшкәндән һуң баш тарттым. Сөнки көнө-төнө эшкә күмелеп, ғаиләне икенсе планға күсергем килмәй. Минең өсөн хәҙер балаларым мөһим. Икенсенән, сәхнәнән дә айырылырға иҫәп юҡ. Әйткәндәй, һуңғы арала ауырлы ҡатындар күрһәм аҡ көнләшеү менән көнләшеп китәм, һөймәлекле сабыйҙарҙы яратҡым килә башлай. Әллә 45 йәшем тулыуға дүртенсеһен табырғамы икән, тип Рәдифкә уйынлы-ысынлы хәбәр ҙә һөйләй башланым.
Рәдиф менән Земфираның тормош ҡиммәттәре үҙгәрһә лә, сәхнәгә мөхәббәттәре кәмемәгән. Йыл аша “Гәлсәр һандуғас” проекты зәңгәр экрандарға сыға, ике йыл рәттән Рәдиф Зарипов үҙенең концерты менән республика буйлап гастролдәргә сыға. Тағы ла мөхәббәтле тормош ҡорған ғаилә кешеләрҙең ғүмер байрамдарын биҙәй: туйҙар, юбилейҙар алып бара.
Бына шундай тулы тормош менән йәшәй Земфира Байбулдина менән Рәдиф Зариповтың күп балалы, бәхетле ғаиләһе. Берҙәм дә, татыу ҙа, бер-береһенә таяныс та, шул уҡ ваҡытта һәр береһенең яратҡан шөғөлөнә, айырым ҡыҙыҡһыныуына ла ваҡыт ҡала. Һынауҙарҙан сынығып, ҡанат нығытып, алға ынтылып йәшәй белә улар. Хушлашҡанда үҙҙәре кеүек ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләргә кәңәштәрен дә еткерҙе ғаилә пары:
– Ауырыу баланан, ғөмүмән, ауырыуҙан кәмһенергә, оялырға ярамай. Юғалып ҡалмаҫҡа, мөмкин тиклем тиҙерәк үҙеңде ҡулға алырға кәрәк. Үҙ-үҙеңде йәлләп илап ултырыу проблеманы хәл итмәй, шуның өсөн һине яратҡан, ярҙам итергә теләгән позитив кешеләр менән генә аралашырға. Интернет селтәрендә, махсус әҙәбиәттә мәғлүмәт күп, уҡырға, өйрәнергә иренмәһәң, һәр һорауға яуап табыла. Сабыр итһәң ауырлыҡтар яйлап үтә. Беҙ ҙә бер йылдай аңҡы-тиңке булып йөрөгәндән һуң, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға көс таптыҡ. Ул саҡтар ҡурҡыныс төш кеүек иҫкә төшә. Иң ҙур хата – беҙ Сафия һәм үҙебеҙ тураһында хәсрәттәр менән оло балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдыра яҙҙыҡ. Аллаһы Тәғәлә был һынауҙарҙы бер кемгә лә бирмәһен, биргәндәрҙе сабырлыҡтан айырмаһын, тип теләйбеҙ. Шоңҡар журналынан.
Читайте нас: