Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Август 2019, 16:52

Төймә урлаған да – бур

Сит әйберҙе үҙләштерһәң, яза бар. 158-се статья (уғрылыҡ) Рәсәй Енәйәт кодексы суд органдарының хөкөм ҡарарҙарында иң күп ҡулланылған сығанаҡтарҙан һанала.

Дәүләт йәки хосуси милекте законһыҙ үҙләштерергә маташҡан өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылғандар хөкөм эскәмйәһе аша үткән граждандарҙың дүрттән өс өлөшө самаһына етә. Был аңлашыла ла, сөнки ҡайһы бер даирәләрҙә юҡ-юҡта йәмғиәтте кире яҡтан баһалаған “урлашмаһаң, йәшәй алмаҫһың” тигән ҡарашты ишетергә тура килгеләй.


Законһыҙ рәүештә үҙләштерергә ынтылған милеккә (әйбер, тауар һ.б.) күҙ һалһаң, хайран ҡалырлыҡ: унда ниҙәр генә осрамай. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән И. ҡала суды тарафынан кеҫә телефонына ҡул һуҙғаны өсөн хөкөм ителгән. Ошо уҡ ҡаланан Е. иһә магазинда кемдер онотоп ҡалдырған аҡса янсығын ҡулға төшөрөргә маташҡаны өсөн енәйәт яуаплылығына дусар булған. Күмертау ҡала суды ҡарарын аяғүрә тороп тыңларға мәжбүр Т. 158-се статьяның көсөн ҡиммәтле һауытҡа “айыу майы һөртөргә” маташҡаны өсөн татып ҡараған.


Ә бына Өфө ҡалаһынан П. “Пятерочка” магазинынан аҡса түләмәй генә 10 банка ҡәһүә алып сығырға маташҡанда һаҡсы тарафынан тотолоп, Совет районы судында хөкөм ителгән. А. исемле егет иһә ошо уҡ Фемида тарафынан кеҫә телефоны һәм аҡса урлағаны өсөн яза алған. Белорет ҡалаһында йәшәгән А. 200 һумлыҡ ике плафон, ике ҡәбер уратмаһы, 10 түбә ябыу материалына хужа булырға ынтылғаны өсөн хөкөм эскәмйәһенә ултырған. Ошо уҡ ҡаланан С., кафела кеше юҡлыҡтан файҙаланып, ноутбук, 20 мең һум аҡса, сауҙа нөктәһендә тимер бысҡы, аккумуляторлы тишкес, ял базаһынан төҙөлөш аппаратураһы урлағаны өсөн хөкөмгә тарттырылған булған. Енәйәт эше Дүртөйлө район судында ҡаралған А. иһә, барыһын да уҙҙырып, өләсәһенең йылдар буйы туплаған пенсияһына (71 мең һум) “айыу майы” һөрткән.


Дөрөҫ, бында “ҡараусыһыҙ” ҡалған милек тураһында һүҙ алып барырға ла урын бар, сөнки ундай табыш – уғрылар өсөн иң мәшәҡәтһеҙе. Мәҫәлән, тәүге хөкөм ҡарарына ҡағылышлы енәйәт тарихына күҙ һалғанда, кеҫә телефоны хужаһы машина ишеген бикләп китһә, Ғәбитовта уны ҡулға төшөрөү уйы барлыҡҡа килер инеме? Аҡса янсығын да кемдер ҡатырға ҡумта өҫтөндә ҡалдырып китмәһә, Савинаның уны үҙ кеҫәһенә күсерә алыры шик тыуҙыра. Тимер һауыт, түбә ябыу материалдары һ.б. урланыуында ла, моғайын, ҡарауыл юҡлығы әһәмиәткә эйә.


Суд ғәмәлендә уғрылыҡтың эскелек менән бәйле нигеҙҙәре лә йыш күҙәтелә. Ә бына Бәләбәй ҡала суды тарафынан 158-се статья буйынса хөкөм ителгән Т. айыҡ килеш үҙе эшләгән магазинға тәҙрә аша үтеп инеп, сейфтан 84 мең, кассанан ике мең һум аҡса урларға батырсылыҡ иткән. Ошо уҡ ҡала һауаһын һулаған И. иһә, бергә эсеп ултырған табындашының иғтибарын юғалтыуынан файҙаланып, банк картаһын ҡулына төшөрә һәм һатып алған тауарҙары өсөн иҫәпләшә.


Хоҡуҡи дәүләттә законһыҙ ҡылыҡ өсөн закон алдында яуап тотоу фарыз. Үрҙә телгә алынған хәл-ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашыусыларҙың ниндәй язаға дусар ителеүенә килгәндә, күпселек иркенән шартлы рәүештә мәхрүм ителеү менән ҡотолған. Хоҡуҡи нигеҙҙәре лә билдәле: берәүҙәр енәйәт яуаплылығына тәүге тапҡыр тарттырылған, икенселәр өсөн закон тарафынан билдәләнгән еңелерәк хөкөм ҡарары сығарырлыҡ сәбәптәр табылған. Ә бына өләсәһенең аҡсаһын урларға баҙнат иткән Ә. – ике, элек тә хөкөм эскәмйәһенә эләгеп, унан тейешле һабаҡ алмаған Литвин – алты, Воронов иһә йыл ярым ғүмерен төрмә камераһында үткәрәсәк.


Уғрылыҡтың киң таралған күренешкә әүерелеүе Рәсәйҙә борон-борондан килгән “хосуси милек – тейелгеһеҙ” принцибының инҡар ителеүен раҫлап ҡына ҡалмай, ә ғәҙел хөкөм институттарын ошо, ҡайһы яҡлап ҡына ҡараһаң да, файҙалы эш коэффициенты түбән эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә мәжбүр итеүе хаҡында етди уйланырға нигеҙ бирә. Билдәле, теге йәки был ҡараҡты хөкөм язаһына тарттырып ҡына, был социаль күренешкә сик ҡуйыу мөмкинлеге ышандырмай, сөнки суд был ваҡ енәйәтселеккә етди кәртә ҡуйған факторҙар менән түгел, ә аныҡ осраҡтар менән генә эш итә. Был – бер.


Икенсенән, уғрылыҡҡа ҡаршы көрәштә етди һынылышҡа өлгәшеү өсөн граждандарҙы ошо законһыҙ аҙымға этәргән иҡтисади, социаль һәм хоҡуҡи күренештәрҙе, иң элек халыҡтың милеккә мөнәсәбәте буйынса төрлө ҡатламдарға яһалма бүленеүенә сик ҡуйыу отошлораҡ.


Өсөнсөнән, ҡараҡлыҡтың гносеологик тамырҙарын ижтимағи аң, закон сығарыу һәм башҡарма власть органдарының эш­мәкәрлегенән айырып ҡарарға ярамай. Йәшерен-батырыны юҡ, уғрылыҡҡа этәргән сәбәптәрҙең хәл иткесе мохтажлыҡҡа бәйле, һәм илдә был хәлде һауыҡтырырлыҡ мөмкинлектәр юҡ түгел.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в