Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Август 2019, 14:31

Коммуналь хеҙмәткәрҙәр оҫталыҡтарын күрһәтте

Көндәлек тормошта уларҙың эше мәшәҡәтле һәм күҙгә күренеп бармай. Улар көндән-көн, йылдан-йыл арымай-талмай эштәрен намыҫлы һәм яуаплы башҡара, быны эшләүҙән туҡтаһалар ғына беҙ уларҙың эше ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ. Улар арҡаһында ауылдарыбыҙ һәм урамдарыбыҙ таҙа, өйҙәребеҙҙә яҡты, йылы, һыу һәм башҡа уңайлыҡтар бар. Һүҙ торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тураһында бара, уҙған йома көндө Стәрлебаш ауылында уларҙың һөнәри оҫталыҡ буйынса зона конкурсы үтте.

Көйөргәҙе, Әлшәй, Ауырғазы, Ғафури, Миәкә, Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары вәкилдәрен район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин сәләмләне. Сараның төп өлөшө үткән район Мәҙәниәт йорто сәхнәһенә күтәрелеп, ул алдан әҙерләнгән телмәр торманы, ә конкурста ҡатнашыусыларға халыҡҡа уңайлы хәл-шарттарҙа йәшәргә ярҙам иткән көндәлек хеҙмәттәре өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.

- Һеҙһеҙ таҙалыҡ та, матурлыҡ та булмаҫ ине. Намыҫлы башҡарған еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, - тип рәхмәт белдерҙе Ильяс Ғаяз улы. - Бында бөгөн иң яҡшыларҙың яҡшылары йыйылған, һеҙгә еңеү теләйем! Үҙемдән судьялыҡ ғәҙел һәм объектив буласаҡ, һәм еңеү, ысылап та, профессионализмға ҡарап биреләсәк, тип вәғәҙә бирәм.

Конкурстың теоретик өлөшө урындағы колледж кабинеттарында һәм полигонында үтте. Газоэлектросварщиктар, тракторсылар, дворниктар, ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторҙары 20 минут эсендә һөнәри белемдәрен күрһәтергә тейеш ине.

Ә һуңынан, практик өлөштә, теорияны улар эш менән дәлилләне. Тиҙлеккә үлән сапты, торба йәбештереү менән шөғөлләнде, МТЗ-80 тракторында юлдағы ҡаршылыҡтарҙы үтте. Һәм... һәр ваҡыт аралашты. Теге йәки был конкурсант заданиены ни тиклем дөрөҫ үтәүе тураһында фекерҙәре менән алышты, уның хаталарын, яңылышлыҡтарын күрҙе йәки, киреһенсә, маҡтаны. Сөнки һөнәри оҫталыҡ конкурстары шуныһы менән һәйбәт, улар бәйләнешлек булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға, хеҙмәттәштәреңдән ниндәйҙер файҙалы әйбер үҙләштерергә, һәм ошондай сараларҙа беренсе йыл ғына ҡатнашмаған дуҫтар менән аралашырға ярҙам итә.

Әммә бына бөтә конкурстар ҙа артта ҡалды. Алда иң күңелле мәл - бүләкләү тантанаһы. Ул, әйткәндәй, «Зодиак» кафеһында булды. Сөнки төшкө аш мәле ине һәм күптәр алыҫтан килгәйне, шуға күрә алсаҡ, ҡунаҡсыл хужалар йомғаҡ яһауҙы ошонда үткәрергә ҡарар иткән, быға барыһы ла шат ҡына булды. Шулай итеп, йомғаҡ яһағандан һуң, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр тип стәрлетамаҡтар танылды, икенсе урында - әлшәйҙәр, өсөнсө урында - стәрлебаштар. Уларҙың барыһы ла Кубоктар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, уларҙы еңеүселәргә Ильяс Ғаяз улы һәм райондың баш архитекторы Марат Ибраһимов тапшырҙы. Үҙ номинацияларында ла иң яҡшылар билдәләнде. Беҙ беренсе урындар яулағандарҙы ғына һанап үтәбеҙ. Был электрогазосварщик Валерий Семенов («Заполярье» УК, Стәрлетамаҡ районы), ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторы Надежда Әйүпова («Әлшәй» йәмғиәте), дворник Илнур Ғиззетдинов («Стерлибашевский Жилищник» йәмғиәте), тракторсы Ильвир Арыҫланов («Әлшәй» йәмғиәте), слесарь-сантехник Рифғәт Фәтҡуллин (Ғафури районы), электромонтер Сергей Волков («Партнер» УК, Стәрлетамаҡ районы).

Ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бындай конкурстар мөһим һәм кәрәк. Улар һөнәри оҫталыҡ, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн этәргес булып тора, тәжрибә менән уртаҡлашырға булышлыҡ итә.

Конкурста ҡатнашыусылар был сараны ысын байрамға әүерелдерә алғандары өсөн стәрлебаштарға рәхмәт белдерҙе. Улар бында мастер-кластар ғына күрһәтеп ҡалманы, күңелдәре менән дә ял итте. Конкурсты сығыштары менән биҙәгән Гөлфизә Хәйруллина һәм Рөстәм Ғәлиевҡа, «Зодиак» кафеһы ашнаҡсыларына тәмле төшкө аш өсөн дә шулай уҡ ҙур рәхмәт белдерелде.

Бер һүҙ менән әйткәндә, конкурс матур үтте. Ошо һөнәр эйәләренең көндәлек хеҙмәтенең ҡәҙерен белһәк ине, сөнки улар беҙҙең өсөн тырышып эшләй. Шулай уҡ етәкселек тә уларҙың эшен күреп, баһалаһын, уларҙың хеҙмәте еңел түгел һәм күренеп бармай, әммә бик мөһим.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотолары.
Читайте нас: