Бындай ҡағиҙәләр күптәнән икән. Алания, Анталия, Белек кеүек популяр курорттарҙа ла был хәлде күҙәтергә була. Күп отелдәр яңғыҙаҡтарҙы бөтөнләй ҡабул итмәй, ҡайһы берҙәрендә һанаулы ғына бүлмәләр ҡаралған.
Сәбәбе шунда: төрөктәр, «бөтә нәмә ингән» системаһына ярашлы, яңғыҙ ирҙәр ялын тик эсеп үткәрер өсөн генә килә, тип уйлай. Иҫереп алып, төндә шаулап, башҡа туристарға мотлаҡ ҡамасаулап йөрөйәсәктәр, тигән фекерҙә улар.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡатын-ҡыҙға ҡарата бындай санкция юҡ. Шуға, Төркиәгә барһаң, парлашып бар, тиергә генә ҡала.
Автор: М. Батырова. Башҡортостан гәзитенән.