Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Август 2019, 15:02

14 йәшлек ҡыҙҙың үлемендә ғәйепләнә

Ғинуар айында “Яҡтыкүл” шифаханаһы янында урынлашҡан тау -саңғы комплексында шөғөлләнгән бер ҡыҙҙың үлеүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Ул мәлдә бер төркөм спортсыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн “Металлург-Магнитогорск” спорт клубы тренеры яуаплы була. Бик текә, шулай уҡ хәүефле урындары кәртәләнмәгән трасса әлеге төр күнекмә өсөн тәғәйенләнмәгән була. Был турала белеүенә ҡарамаҫтан, тренер түбән шыуып төшөргә команда бирә.

14 йәшлек ҡыҙ ҡолаған ваҡытында саңғы юлынан ситтә ятҡан ташҡа башы менән бик ҡаты бәрелә һәм йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән бирә.

Был фажиғәлә һөнәри бурыстарын еткерә үтәмәй, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем сәбәпсеһе булараҡ, тренер ғәйепле тип табыла. Әммә ул был ҡарар менән риза түгел. Әлеге мәлдә енәйәт эше ҡуҙғатылып, судҡа ебәрелгән.


Автор: Ә. РӘХМӘТОВА. Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: