Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 10:00

Жасминдың ире юғалған

Молдавия Эске эштәр министрлығы депутат Илан Шорҙы халыҡ-ара эҙләүгә биреүҙәре тураһында хәбәр итә.


Молдавия Эске эштәр министрлығы депутат Илан Шорҙы халыҡ-ара эҙләүгә биреүҙәре тураһында хәбәр итә.


Рәсәйҙең эстрада йондоҙо Жасминдың иренә ҡарата, илдән законһыҙ сығып киткәне өсөн, енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Банк эшендә мутлыҡ ҡылыуҙа ҡатнашҡаны өсөн 2017 йылда суд уны 7,5 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған. Шуға ярашлы, ул Рәсәйҙән ирекле рәүештә сығыу хоҡуғынан мәхрүм була. Тимәк, йырсының хәләл ефетен тағы бер статья буйынса хөкөм ҡарары көтә.


Ә Жасмин иренең ғәйепһеҙ булыуына ышана. Был турала уның социаль селтәрҙәрҙә яҙған сәхифәләренән уҡып белергә мөмкин.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: