Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 10:09

Земфира Байбулдинаны статья менән ҡыуғандар

Сәхнә йондоҙо был хаҡта үҙе:"Икенсе курста уҡ телевидениела конкурстан үтеп, "Йырым булһын бүләгем" тапшырыуын алып бара инем,- тип һөйләй. - Сәнғәт институтын тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килдем.

Шулай ике ут араһында йөрөйөм. Генераль директор Рәмиз Дәүләтбаев, “беҙгә кил дә беҙгә кил” тип cаҡырғас, театрҙан китергә теләүем хаҡында ғариза яҙҙым. Әммә театрҙан һис ебәрергә теләмәйҙәр, ҡул ҡуйманылар. Артабан театрға йөрөмәгәс, “хеҙмәт тәртибен боҙған өсөн” статья буйынса эштән ебәрҙеләр. Шулай итеп, театрҙа ни бары ярты йыл эшләп ҡалдым.


Ә телевидениела шунда уҡ "Сәләм" тапшырыуын алып бара башланым. Яңы хеҙмәт кенәгәһе тултырҙылар. Актриса булараҡ, үҙемде иркен тотҡас, тапшырыуҙарҙы халыҡ йылы ҡабул итте, ижадым телевидение етәкселегенә оҡшай ине". Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: